-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
25 Июнь 2022, 11:10

Мул уңыш алайыҡ!

Һары бәрхәт Һары, ҡыҙғылт һары, көрән төҫтәге сәскәләре менән күҙҙең яуын алып, тирә-яҡҡа матурлыҡ сәсә ул. Июнь айынан башлап ҡырауҙарға тиклем ялҡындай сәскәгә күмелеп ултырған бәрхәт гөлө (тагетес) баҡсаны йәмләп кенә ҡалмай, әллә ни хәтлем файҙа ла килтерә. Ҡайһы бер ҡоротҡостар уны яратмай, бөтөнләй урап уҙа. Быға уның үҙенә генә хас ҡырҡыу еҫе сәбәпсе. Эфир майҙарына бай булыуы менән сәскә тәбиғи инсектицид һәм фунгицид булып тора.

Был репеллент үҫемлекте түтәлдең тирә-яғына йә рәт араларына сәсһәгеҙ, йәшелсәләр һаҡлаулы булыр. Бигерәк тә кәбеҫтә, ҡыяр эргәһендә йыш ҡунаҡ ул. Еҫе менән ҡоротҡостарҙы ҡурҡыта, «эҙ яҙҙыра». Бәрхәт гөлөн помидор, баклажан, борос үҫкән йылытмаға сәсеү ҙә кәңәш ителә. Емеш ағастары, ҡыуаҡтар тирәләй ултыртыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.

* Былтыр бәрхәт сәскәһе үҫкән урынға ултыртһаң, рауза, лилиә сәскәләре ауырыуҙарға бирешмәүсән була.

* Октябрь-ноябрь айҙарында, ҡырауҙарҙан һуң, бәрхәт гөлөнөң бөтә өлөшөн ваҡлап, баҡсаға һибеп сығыу тупраҡты нематодаларҙан, ваҡ ҡорттарҙан таҙарта, ҡаты ҡортто ла ҡурҡыта.

* Аҡтамыр, ҡырҡбыуын, портулак кеүек көслө сүп үләндәре лә бәрхәт сәскәһенә күрше булырға теләмәҫ. Тамырында булған тиофен ҡайһы бер үҫемлектәргә рәхәтләнеп үҫергә мөмкинлек бирмәй.

* Бәрхәт сәскәһе ҡуҙаҡлыларға ла насар тәьҫир итә – эргәһенә борсаҡ, фасоль ултыртмағыҙ.

Тагетес үләне менән төрлө йәшелсә-емеште ҡоротҡостарҙан һаҡлау маҡсатында эшкәртергә лә мөмкин.

  • Бәрхәт гөлөнөң төрлө өлөштәрен алып, 10 литрлы биҙрәнең яртыһын тултырабыҙ. Өҫтөнә 50–60 градус йылылыҡтағы һыу ҡоябыҙ. 2 көн төнәткәс, һөҙәбеҙ. 40 грамм кер һабынын ҡырғыстан үткәреп ҡушабыҙ. Ошо төнәтмәне кәбеҫтәгә, емеш ағастарына, ҡыуаҡтарға бөркөп сығабыҙ. Ҡоротҡостар тулыһынса бөтһөн өсөн 3-4 тапҡыр эшкәртеү кәрәк булыр. Шулай уҡ бүлмә гөлдәре өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
  • Баҡса еләгендәге бөрсәне юҡ итер өсөн 200-шәр грамм бәрхәт гөлө, еҙтөймә, һарымһаҡ алабыҙ. Бәрхәт гөлөн һалҡын һыуҙа төнәтәбеҙ. Еҙтөймәгә ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа һыуынғансы тотабыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ (ит турағыстан үткәрергә мөмкин). Барыһын бергә ҡушып, һыуын 10 литрға еткерәбеҙ. Һөҙөп, һабын ҡушабыҙ ҙа ҡулланабыҙ.
  • Ҡурай еләгендәге ҡоротҡос ҡуңыҙ оҙонморондо ҡурҡытыу өсөн дә ошоға оҡшаш сара ярҙам итер. Тик еҙтөймә урынына әрем алабыҙ.
  • Киптерелгән бәрхәт гөлөн туҡыма тоҡсайҙарға һалып шкафҡа ҡуйһағыҙ, көйә яҡын да килмәҫ.
  • Сәскәһен яндырғанда сыҡҡан төтөн серәкәйҙәр маҙалауынан ҡотолдора.
  • Картуф, помидор төбөнә ваҡлап һалһағыҙ, фитофторозды булдыр­мауға булышлыҡ итер.
  • Бәрхәт гөлөнән ошондай ашлама эшләргә мөмкин. Бөтә өлөштәрен ваҡлап мискәгә һалабыҙ. Уны ҡапларлыҡ итеп һыу ҡоябыҙ. Яҡынса ике аҙна тотабыҙ. Төнәтмәнең төҫө ҡарайып, өҫтөндәге күбектәре бөткәс, тотоноуға әҙер тигән һүҙ. Бер өлөш төнәтмәгә 9 өлөш һыу ҡушып, йәшелсә-емештең, сәскә­ләрҙең төбөнә һибәбеҙ. 1:20 нисбә­тендә алып, үҫемлектәрҙең япраҡтарына бөркөргә мөмкин.
  • Бәрхәт гөлө, кесерткән, люцерна, фацелия, әрем, аҡ сәскә ҡатнашмаһына (барыһы бергә 2 килограмм) 5 литр һыу ҡоябыҙ. Йылыла, ҡараңғы урында ике көн төнәтәбеҙ. Һөҙгәс, 10 литрға еткереп, һыу ҡоябыҙ. 40 грамм һабынды ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ. Үҫемлектәрҙе эшкәртәбеҙ.

Көйҙөрмәһен көйә

Аҡ ҡанатлы көйәгә ҡаршы тороу апрелдән октябргә тиклем дауам итә. Иң тәүҙә, ҡоротҡос күренә башлау менән, үҫемлекте һабын иретмәһе менән эшкәртергә мөмкин. Бының өсөн иң ҡулайы – йәшел һабын, шулай уҡ кер һабынын да, дегетлеһен дә тотонорға була. Тағы ла бер сара – бөрсәгә ҡаршы шампунь. Былар менән биш көн һайын бөркөп торорға тура килә.
Бирешмәй, һаман баҫып барһалар, махсус препараттар ҡулланырға тура килер. Тик уларҙы алғанда инструкцияһын ентекләп өйрәнегеҙ. Нисә көндән һуң уңыш йыйырға мөмкин? Был бик мөһим. Ғәҙәттә, һуңғы тапҡыр препаратты ҡулланғандан һуң 20 – 25 көн үткәс кенә йәшелсә-емеште ашарға ярай.
Биопрепараттарҙан Актофит, Аверсектин С, Авертин- N, Бикол, Битоксибациллин, Немабакт, Энтоним кеүек биоинсектицидтар ҙа күп ҡоротҡостарға ҡаршы торорға ярҙам итә.
Органик эшкәртеү яҡлы булғандар өсөн биоинсектицидтар 18 градустан йылы булғанда яҡшы эшләгәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Эшкәртеү алдынан үҫемлектәргә һыу һибеү кәрәк. Бындай препараттарҙан һуң 2-3 көндән уңыш йыйырға ярай.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ. 

 
Мул уңыш алайыҡ!
Мул уңыш алайыҡ!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: