Халыҡ медицинаһында төнәтмәһен ҡанды таҙартыу, йүтәлдән ҡотолоу, йөрәкте, нервыларҙы нығытыу өсөн эсеү кәңәш ителә.
Ашҡаҙан-эсәк, тире ауырыуҙарын дауалай, үләндән әҙерләнгән сәй нервы көсөргәнешенән, йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә. Һейҙек ҡыуыу, эсте йомшартыу һәләтенә лә эйә ул.
Йәш әсәйҙәргә күкрәк һөтөн арттырыу өсөн орлоҡтарын ҡулланыу файҙалы. Йәш булып ҡалырға теләгәндәргә уны ашау менән бергә битлектәр яһарға ла мөмкин.
Боронғо гректар был үләндең көс-ҡеүәт өҫтәүенә, күңелде күтәреүенә ышанған. Итальяндар уны равиолиға, турамаларға, бутербродтарға ҡушырға ярата, француздар төрлө һалҡын эсемлектәргә һала. Шәкәрҙә ҡатырылған сәскәләрен сәй янына тәҡдим итәләр.
Ҡыяр үләнен төрлө турамаларға ҡушыу – иң отошлоһо. Бының өсөн йәш япраҡтарын алалар. Уны шпинат кеүек үҙен генә ашарға ла була. Йөнтәҫлеге күңелгә ятмаһа, тоҙ менән бергә иҙеп ҡулланырға мөмкин. Ит, балыҡ ризыҡтарына, ҡамыр аштарына ла ул үҙенсәлекле тәм бирә. Борагонан әҙерләнгән соустар төрлө тәғәм менән килешә. Иҙелгән япраҡтарын майға, ҡаймаҡҡа, йогуртҡа ҡушһаң, ризыҡтың файҙаһы арта, үлән уға матур төҫ тә бирә. Ҡышҡылыҡҡа киптереп онтарға мөмкин, йәшел онтаҡты ризыҡҡа әҙер булғанда ғына ҡушып ебәрәләр.
Бораго – бер йыллыҡ үҫемлек. Ғәҙәттә, май йәки ноябрь айында сәсәләр. Әммә йәй уртаһына япраҡтары ҡатыраҡ булып китә, тәмен юғалта, шуға ла йәш, һутлы япраҡтары өсөн уны йәй дауамында сәсергә мөмкин. Күп сәскәләрҙән айырмалы рәүештә, артыҡ ҡояшлы урынға ҡарағанда ярымкүләгәлә үҙен яҡшыраҡ тоя. Июнь-август айҙарында сәскә ата.
Ҡыяр үләнен тәҙрә төбөндә лә үҫтерәләр.
Был үҫемлек сәскә түтәлдәрен, баҡса юлдарын биҙәй. Үләндең әрһеҙлеген дә билдәләп үтергә кәрәк, орлоҡтары ҡойолоп, киләһе йылда баҡсаны баҫып алмаһын тиһәгеҙ, уларҙың таралыуына юл ҡуймау хәйерле.