-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
4 Май 2022, 15:30

Еңдәрҙе һыҙғандыҡ!

Баҡса сәскән кешенең күңелендә киләсәккә өмөт йәшәй, тиҙәрме әле? Яҙғы сәсеү – бер генә ваҡыт. Ауыр ҙа, татлы ла мәшәҡәттәр көтә, әхирәттәр. Үҙең үҫтергән мул уңыштан ауыҙ итеүгә, яҡындарыңды һыйлауға ни етә?

Еңдәрҙе һыҙғандыҡ!
Еңдәрҙе һыҙғандыҡ!

Тәбиғәт үҙе күрһәтә
Ҡасан сәсергә? Орлоҡтарҙы сәскәндә кемдер һауа торошоноң йылыныуына ҡарай, башҡа берәү иғтибарын айҙың фазаларына йүнәлтә. Айҙың яңы тыуған һәм тулған мәлдәре сәсеү өсөн «ҡоро көн» һанала. Тәбиғәттәге үҙгәрештәр ҙә беҙгә был эштә ярҙамсы була ала.
*Нәркәс сәскә атҡан мәлдә салат, торма, кәбеҫтәләрҙең төрлөһөн ултыртыу яҡшы.
*Форзиция, миләүшәнең сәскә ата башлауы кишер менән шәфәриҙе сәсергә кәрәклеген белдерә.
*Имәндең япраҡ ярыуы башҡа ҡырау төшмәйәсәген аңлата. Инде фасоль, ташҡабаҡ, ҡыяр, ҡабаҡ сәсергә лә мөмкин.
*Миләш менән сирень сәскә атҡанда томат, борос, баклажан, физалис үрсетмәләрен тышҡа сығарырға, ҡыяр сәсергә була.
*Картуф өсөн айырым ышаныуҙар бар. Уны ҡайын япраҡ ярғандан һуң, муйыл сәскә атҡанға тиклем осорҙа сәсәләр.

 

Кәңәшемә ҡолаҡ һал

*Кишер орлоғоноң шытымы бер-ике йыл ғына. Шуға ла уларҙы сәсер алдынан тикшереп ҡарау ҡамасауламаҫ. Үҙенә генә хас киҫкен еҫе лә уның иҫкермәгәнлеген ҡеүәтләй.
*Яҙ етеү менән иң тәүҙә редис сәсәбеҙ. Ул әсе тупраҡты яратмай, шуға ла түтәлгә көл һибеү яҡшы булыр. Орлоғо ныҡ ваҡ булмағас, бик йыш итеп ултыртмаҫҡа ла мөмкин. Яҡшылап һыу һибеүҙе ярата.
*Ҡыяр өсөн иң яҡшы урын – былтыр картуф, помидор, борос, һуған, ҡуҙаҡлылар, кәбеҫтә, тамыраҙыҡтар йәки йәшел тәмләткестәр үҫкән ер.
*Сөгөлдөр уңһын өсөн түтәлгә 3-4 сантиметр үткән йылғы япраҡ ҡатламы һалырға кәңәш итәләр.
*Кәбеҫтәгә яланғас ҡусҡар эйәлә­мәһен тиһәгеҙ, рәттәр араһына һауыттарға һыра ҡойоп ҡуйығыҙ. Был эсемлек ҡоротҡостарҙы кәбеҫтә хаҡында «оноттороп», үҙенә йәлеп итер.
*Ҡабаҡ һымаҡтар өҫтәмә тамыр ебәрергә ярата, был уңыштың мул булыуына сәбәп. Шуға ла уларҙың һабағын бер нисә урындан тупраҡ менән күмеп китергә мөмкин.

 

Һуған ҡабығын ташламағыҙ!

Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, уңышты күтәреүҙә уның файҙаһы ҙур. Һуған ҡабығы тупраҡтағы зарарлы матдәләрҙе үлтерә, бер үк ваҡытта микроэлементтар менән байыта. Төнәтмәһе шулай уҡ үҫемлектәргә яҡшы үҫергә булышлыҡ итә, ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра.
*Ҡыярҙың япраҡтары һарғая башлауын күреү менән, ошондай төнәтмә эшләйбеҙ. Ике ус һуған ҡабығы алып, 10 литр һыу ҡоябыҙ ҙа биш минут ҡайнатабыҙ. Бер нисә сәғәт ултырып һыуынғас, һөҙәбеҙ. Ике литр төнәтмәне 10 литр һыуға һалып болғатабыҙ. Иртәнге яҡта ҡыяр япраҡтарына бөркөп сығабыҙ.
*Ҡыярға үрмәкес ауы талпаны төшкәндә лә һуған ҡабығы ярҙамға килер. 200 грамм һуған ҡабығын 10 литр һыуҙа ҡайнатып алабыҙ ҙа 4-5 көн төнәтәбеҙ. Һөҙәбеҙ. Бишәр көн арауыҡ менән өс тапҡыр ошо төнәтмәне йәшелсәләргә бөркөп сығабыҙ.
*Йәшелсәләрҙе кеблә баҫһа, ошо сараны ҡулланырға була. Биҙрәнең яртыһына һуған ҡабығы тултырабыҙ ҙа тулғансы ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Бер көн төнәткәс, һөҙәбеҙ һәм 1:1 нисбәтендә һыу ҡушабыҙ. Йәшелсәләрҙе эшкәртәбеҙ. Дөрөҫ булһа, бындай төнәтмә колорадо ҡуңыҙын да ҡурҡыта икән.
*Алма ҡортонан һаҡлар өсөн алмағастарҙы ошо төнәтмәләрҙең береһе менән эшкәртергә мөмкин. Тик быны һауа температураһы 15 градустан да һыуыҡ булмаған йылы кистә башҡарырға кәрәк. Эшкәртеүҙе ете көн һайын бер ай самаһы, күбәләктәр осоп туҡтағанға тиклем ҡабатлап тороу һөҙөмтәле.
*Үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн биш литр ҡайнар һыуға 10 грамм һуған ҡабығы алына.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: