+1 °С
Ясно
Шәп баҡса
18 Апреля 2022, 09:15

Аш содаһы баҡсала

Аш содаһының ҡулланыу даирәһе киң. Баҡсала ла ул – ҙур ярҙамсы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аш содаһы баҡсалаАш содаһы баҡсала
Аш содаһы баҡсала

Ағас-ҡыуаҡтарҙы зарарлы бөжәктәрҙән, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, ҡыярҙы онло ысыҡ (мучнистая роса) ауырыуынан ҡотҡарыу өсөн 4 ҡалаҡ аш содаһын, 2 ҡалаҡ шыйыҡ һабынды 10 литр һыуға һалып яҡшылап болғатабыҙ. Ошо ҡатнашманы үҫемлектәргә һәм ағастарға бөркәбеҙ.


Помидорҙағы фитофторозды булдырмау өсөн 3 ҡалаҡ аш содаһын, шунса уҡ һабынды 10 литр һыуҙа иретеп, 7 – 12 көн һайын йәшелсәләргә бөркөү ярҙам итә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас