+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
28 Сентябрь 2021, 12:03

Ҡышҡылыҡҡа әҙер!

Баҡсаларҙа бәпләп үҫтергән мул уңыш йыйып алынды. Инде был байлыҡты  ҡышҡылыҡҡа һаҡлау хәстәрен күрәбеҙ. Ҡайнатма-компоттар, турама-әҙерләмәләр, туңдырылған, киптерелгән йәшелсә-емеш... Ҡышын ғорурлыҡ менән банкаларҙы асып, яҡындарыңды һыйлауға ни етә! Барыһы ла ризыҡҡа яҙһын, тип теләргә ҡала. Шулай ҙа баҡсасылар тыныс­ланмай, муллыҡ менән ҡыуандырған Ер-әсәгә рәхмәтен еткереп, киләһе йылды хәстәрләй башлай. Баҡсаһын ҡышҡа әҙерләп ҡуя, бының менән  яҙға, яңы миҙгел асылыуға мәшәҡәттәрен дә кәметә.

Ҡышҡылыҡҡа әҙер!
Ҡышҡылыҡҡа әҙер!

Ағас-ҡыуаҡтарҙан ҡойолған япраҡтарҙы ерҙә ҡалдырыу ярамай. Улар аша ауырыу таралыуы ихтимал. Ҡоротҡостар, ҡарышлауыҡтар ҙа йылы япраҡтар араһында ҡыш сығырға ярата.

Ауырыу билдәләре булмаған япраҡтарҙы компосҡа һалырға мөмкин. Шулай уҡ уларҙы рауза, клематис, гортензия кеүек сәскәләр өсөн мульча булараҡ ҡулланыу яҡшы. Тик уларҙа ауырыу-ҡоротҡостар билдәләре булһа, яндырыу йә алыҫҡараҡ ташлау хәйерле.

* Үҫемлектәрҙең башҡа өлөштәрен – үләнде, ағас ботаҡтарын  да йыйып ташларға кәрәк.

* Ҡойолған емештәрҙе лә ҡышҡылыҡҡа ҡалдырмағыҙ. Улар аша ҡоротҡостар, бәшмәкле ауырыуҙар таралыуы бар. Компосҡа һалырға ла кәңәш итмәйҙәр. Иң яҡшыһы – баҡсаның ситенә алып барып күмеү.

 * Туя, артыш, шыршы кеүек ылыҫлы ағас-ҡыуаҡтарҙы ла ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мөһим. Ҡар баҫһа, ауырлыҡты күтәрә алмайынса ботаҡтары һынып сығыуы бар. Ипләп кенә ботаҡтарын йыйып, бау менән бәйләп ҡуйыу бындай бәләнән ҡотҡарыр.

* Япраҡтар ҡойолғас, ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы, күп йыллыҡ сәскәләрҙе фунгицид препараттары менән эшкәртеү ҡамасауламаҫ. Бының өсөн баҡыр купоросы (10 литр һыуға 300 грамм һалып иретелә), мочевина (10 литр һыуға 500 грамм һалына) ҡулланырға мөмкин. Ошо уҡ иретмәне ҡыуаҡтар төбөнә бөркөп сығырға ла була.

* Ағастарҙың төбөн йомшартып сығыу ҙа – ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолоуҙың бер ысулы. Бөжәктәрҙең ҡурсаҡтары ер туңғанда юҡҡа сыға. Ағастарҙың төбөн – 20, ҡыуаҡтарҙыҡын – 10, күп йыллыҡ сәскәләрҙең төбөн 7 сантиметр самаһы тәрәнлектә йомшарталар.

Кәбеҫтә ултыртыласаҡ урынға көл һибеү яҡшы. Шулай уҡ ул картуф, кишер, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләргә лә ярҙам итә. 1 квадрат метрға 1 стакан етә.

*Уңышты йыйып алғас, сидераттар ултыртыу яҡшы. Улар тупраҡты файҙалы микроэлементтар менән байыта, зарарлы бөжәктәрҙе ҡыуа.

* Йылытманы (теплица) йыуып, таҙартып ҡуябыҙ.  Тупрағының 10 сантиметрлыҡ ҡатламын алмаштырыу кәңәш ителә.

* Киләһе йылға бейек түтәлдәр әҙерләп ҡуйырға ла мөмкин.

* Буласаҡ уңышты хәстәрләгәндәр ағас-ҡыуаҡтарҙы туҡландырыу хаҡында ла онотмайбыҙ. Был уларҙы һыуыҡҡа сыҙамлы итә. Тик азот һибергә ярамай. Фосфор-калий ашламаларын ҡоро килеш ағастың төбөн йомшартҡандан һуң һибеү яҡшы.

* Ямғыр етерлек яумағанда, көҙ аҙағында дым туплау өсөн һыу һибергә кәрәк. Был ағас һәм ҡыуаҡтарҙың тамырын ҡороуҙан,  туңыуҙан һаҡлай, һалҡындарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә. Был эште япраҡтар ҡойолғас, әммә ҡырауҙар башланғансы башҡарырға кәрәк.

Бер ҡыуаҡтың төбөнә – 3-4, йәш ағасҡа – 4, оло ағасҡа  5 биҙрә һыу һибеү яҡшы. Һыуҙы ҡапыл һипмәгеҙ. Бер биҙрәне һипкәс, уның һеңеп бөтөүен көтөгөҙ ҙә киләһе биҙрәне һибегеҙ. Һыу һауа температураһынан биш градусҡа йылы булһын.

Һыу һеңеп бөткәс, ағастың әйләнә-тирәһен 10 сантиметр ҡалынлығында мульчалайҙар. Бының өсөн торф, компост, серетмә ҡулланырға була.

* Ағастарҙың һәм ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын санитар ҡырҡыуҙы тәүге ҡырауҙарға тиклем башҡарырға кәрәк. Бөтә ҡороған, зарарланған, һынған, ауырыу эләккән йә ҡоротҡостар оялаған, олонға табан ҡарап үҫкән ботаҡтарҙы алып ташлайбыҙ. Ҡырҡҡан урын шыма, тигеҙ булырға тейешлеген онотмайбыҙ. Был урынды шунда уҡ эшкәртергә кәрәк. Тәүҙә фунгицид иретмәһе һөртәбеҙ. Бының өсөн баҡыр купоросы ҡулланырға мөмкин (1 литр һыуға 1 балғалаҡ препарат һалына). Шунан махсус шыйыҡса (садовый вар) менән һылайбыҙ.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: