+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
1 Сентябрь 2021, 20:10

Ҡараштарҙы тартыр ҡупшыҡай

Күпереп торған эре сәскәле гортензия – күп баҡсасыларҙың хыялы. Баҡса, ихата күрке булған гөл, ҡараштарҙы үҙенә тартып, гүзәллеге менән күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Уны нисек ултыртырға? Ниндәй төрҙәре бар? Лениза Йәғәфәрова кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ҡараштарҙы тартыр ҡупшыҡай
Ҡараштарҙы тартыр ҡупшыҡай

Беҙҙең тәбиғәт шарттары өсөн гортензияның «һепертке башлы» (метельчатые) һәм «ағас һымаҡ» (древовидные) төрҙәре ҡулай.

Гортензияның «ағас һымаҡ» төрҙәре һыуыҡҡа сыҙам, үҫтереүгә әрһеҙ була. Оҙонлоғо өс метрға етә. Япраҡтары эре, киң.  Шар кеүек сәскәләренең диаметры 25 сантиметрға тиклем була. Йәй буйы сәскә ата, улай ғына түгел, көҙ уртаһына тиклем ҡыуандыра.

Сорттары төрлө-төрлө, шуға ла һәр кемгә күңеленә ятҡанды һайлап алыу мөмкинлеге бар. «Грандифлора», «Инвинсибелль», «Анабель» һ.б.

Гортензия өсөн йомшаҡ, туҡлыҡлы матдәләргә бай, аҙ әселектәге тупраҡ кәрәк. Ултыртҡанда соҡорға ҡом, серетмә өҫтәү, ашлама ҡушыу ҙа ҡамасауламаҫ. Үрсетмәне ергә күсереп ултыртҡас та яҡшылап һыу ҡойорға кәрәк.

Киләһе йылдарҙа ҡыуаҡҡа аҙнаһына 15 – 20 литр һыу һибелә.

Был матурҡайҙың ботаҡтарын киҫеп тороу мотлаҡ. Тәүге тапҡыр санитар ҡырҡыу эшләйбеҙ. Ул һулыған сәскәләрҙе, һынған, дөрөҫ үҫмәгән ботаҡтарҙы алыуҙан тора. Ҡыуаҡҡа ниндәйҙер форма биреү йә оҙонлоғон көйләү өсөн дә был мөһим. Киҫеү эштәренән һуң мотлаҡ азот һәм калий ашламаһы һибәләр. Формалаштырыу ултыртҡандан һуң 3-4 йылдан башҡарыла.

 

«Һепертке башлы» гортензияларҙың сәскәһе – бер яғы осланып торған конус рәүешендә. Үҙ ауырлығы сәскәләрҙе аҫҡа тарта, шуға улар ҡайһы саҡ «башын эйһә», аптырамағыҙ.

Был гөлдәр шуныһы менән ҡыҙыҡ: улар сәскә атыу осоронда төҫтәрен үҙгәртә, берсә сағыулана, берсә баҙыҡлана. Шулай уҡ оҙаҡ, көҙгә тиклем сәскә ата. Оҙонлоғо сортына бәйле.

Сортына ҡарап («Флорибунда», «Фантом», «Фрайз мельба», «Лаймлайт», «Сандей фрайз», «Ванила фрайз», «Пинки винки», «Грандифлора» һ.б.),  сәскәләр ап-аҡтан алып ҡуйы ҡыҙыл төҫмөрҙәргә тиклем төрлөләнә.

«Һепертке башлы» гортензияларҙың «Бобо», «Эрли сенсейшен», «Дарума» кеүек тәпәш сорттары ла була.

Бөтә гортензиялар ҙа яҡты урынды ярата. Дөрөҫ ултыртып, тәрбиәләп, ботаҡ остарын даими ҡырҡып торһағыҙ, был күркәм гөл бер урында 40 йылға тиклем үҫә ала.

Йылына ике тапҡыр – сәскә атыр алдынан һәм унан һуң ашламалау кәрәк. Яҙ көнө – азот, артабан декоратив үҫемлектәр өсөн тәғәйенләнгән ашламаларҙы ҡулланыу яҡшы.

Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА.

Автор:
Читайте нас в