0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
8 Август 2021, 13:15

Йәй тәме

Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр, татлы еләктәр, һутлы емештәр, файҙалы йәшелсәләр... Яҙҙан көҙгәсә һуҙылған баҡса мәшәҡәттәрен ошолар хаҡына ауырыҡһынмай ғына башҡараһың, эшеңдән йәм табып ҡыуанаһың. Ялҡаулыҡтан ауырырһың, тырышлыҡтан һауығырһың, ти халыҡ. Баҡсаһын гөлдәй итеп тотҡан Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Йәй тәме
Йәй тәме

Ҡыярҙың һыуҙы бик яратҡанын беләһегеҙҙер. Быйыл йәй эҫе, ҡоро килде. Был йәшелсә беҙҙең көн һайын һыу һибеүебеҙҙе көтә.

Ҡыярҙың тамырҙары өҫтә ята. Был уның төбөн йомшартырға ҡамасаулай. Йыш һипкән һыу ерҙе ҡатырмаһын өсөн йәшелсәнең төбөн мульчалайҙар. Ул тура төшкән ҡояш нурҙарының тамырҙарҙы яндырыуынан да ҡотҡарыр.

Ҡыярҙың бар сәскәләре лә емешкә тумалһын, ҡойолмаһын өсөн ҡыуаҡты формалаштырыу кәрәк. 3-4 һабаҡ ҡалдырһағыҙ, бал ҡорттары сәскәләргә иркен үтеп инер һәм һеҙгә мул уңыш алырға ярҙам итер.

 

Ҡабаҡ, патиссон, ташҡабаҡ, ҡыярҙан айырмалы рәүештә,  артыҡ дымды үҙ итмәй. Уларға эҫе көндә лә 2-3 аҙнаға бер генә һыу һибеү етә.

Был йәшелсәләр емешкә төймәләнгәс тә, серемәһен өсөн, ҡороған сәскәһен алып ташларға кәрәк.

 

Томаттың емештәре эре булып үҫһен, тиҙерәк өлгөрһөн өсөн аҫтағы япраҡтарын алып ташларға кәрәк.  Быны түбәндәгесә башҡарыу яҡшы. Томат суғы барлыҡҡа килеп, бер аҙ үҫә төшкәнен көтәбеҙ һәм уның аҫтындағы япраҡтарҙы ҡырҡып ташлайбыҙ.

Помидор суғы менән яңылыш һынып төшһә, ташларға ашыҡмағыҙ. Ҡатырға йәшниккә һалып, ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. 5 – 7 көндән улар өлгөрөп тә етер.

 

Еләкте йыйып алғас та, уның хаҡында онотмайбыҙ. Һыу һибәбеҙ, төбөн йомшартып торабыҙ. Еләк биргәс тә, ҡыуаҡтар ялға туҡтамай, эшен дауам итә – августа киләһе йылға уңыш бөрөләре һалына, шуға ла был осор уларҙы ҡарау  айырыуса мөһим.

Ремонтант еләктәр ҡабаттан мул уңыш бирһен, тиһәгеҙ, «мыйыҡ»тарын алып ташларға онотмағыҙ.

 

Ҡуҙғалаҡҡа сәскә атырға бирмәй, йыш өҙөп торһағыҙ, йәй буйы йәшел витамин ашап ҡыуанырһығыҙ.

Япраҡтары эре, һутлы булһын өсөн йышыраҡ һыу һибергә кәрәк – тупраҡ даими дымлы торһон.

Ҡуҙғалаҡҡа келә эйәләшеүсән. Быны булдырмаҫҡа тәү сиратта тупраҡты ҡырмыҫҡаға ҡаршы эшкәртеү ярҙам итә. Ҡоротҡостар баҫҡан хәлдә инде махсус препараттар ҡулланырға тура килә.

 

Шифалы үләндәрҙе ҡоро, еләҫ урында киптерәбеҙ. Даими ҡуҙғатып, әйләндереп торабыҙ.

 

Бөтнөктән уңышты мулыраҡ алам, тиһәгеҙ,  япраҡтарын  йышыраҡ, ике аҙна һайын ҡырҡып тороғоҙ. Шулай миҙгел үткәнсе байтаҡ үлән йыйып була. Аҙнаһына 1-2 тапҡыр һыу ҙа һибеп торорға кәрәк.

Баҡсала мәтрүшкә үҫтерергә теләһәгеҙ, уны ярымкүләгәле урынға сәсегеҙ.

 

Ҡыуаҡтарға ниндәйҙер форма бирергә теләһәгеҙ йә бер ҙурлыҡта ҡалдырырға уйлаһағыҙ, ҡырҡыр өсөн иң уңайлы осор – июль айы. Ваҡытты дөрөҫ файҙаланығыҙ

 

Борсаҡты алмағас төбөнә ултыртыу яҡшы. Ул, һис зыян килтермәй,  ағасҡа үрмәләп үҫер, махсус таяҡтар ҡуйып тороу ҙа кәрәкмәҫ.

 

Һуған, һарымһаҡ яҡшы һаҡланһын өсөн уның һабағын ғына түгел,       тамырын да ҡырҡырға кәрәк. Шунан һуң 10 – 15 көн буйы еләҫ урында киптерәбеҙ.

Һуған менән һарымһаҡтың башы эре булып үҫһен тиһәгеҙ, көпшәләре барлыҡҡа килеү менән ҡырҡып ташларға кәрәк.

Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА.

Автор:
Читайте нас: