+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
27 Июнь 2021, 20:35

Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк...

Баҡса еләген һәр кем ярата. Витаминдарға, минералдарға бай ул. Бешкән еләкте өҙөп ҡабыу үҙе бер кинәнес булһа, ҡышын ҡайнатма, компот йә башҡа әҙерләмәне асып ебәреп, йәй еҫенә тағы бер рәхәтләнәһең. Косметологияла ла киң ҡулланыла еләк.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, шуны беләбеҙ: ер еләге Европа илдәрендә неолит осоронда үҫкән. Антик дәүерҙә десерт булараҡ өҫтәлдәрҙе биҙәгән. Культуралы был емештең XV быуатта Францияла үҫкәне билдәле, артабан ул бөтә ҡитға буйлап таралған.
Бөгөн еләктең сорттары бик күп. Һәр ҡайһыһының – үҙ тәме. Иҫ киткес һутлы, шәрбәтлеләре лә, сағыу әселәре лә бар. Һәр кем үҙенә оҡшағанын таба ала.
Еләк диетик аҙыҡ-түлек иҫәбенә инә. Уның 100 грамында 36,9 килокалория һанала.
Баҡса еләге А, В9, С витаминдарына, кальций, магний, натрий, калий, хлор макроэлементтарына, тимер, баҡыр, фтор, бор микроэлементтарына бай.
Әлбиттә, күптәрҙең был иҫ киткес тәмле еләкте үҙ баҡсаһында үҫтерергә теләүенә аптырайһы түгел. Уны үҫтереү, тәрбиәләү буйынса бер нисә кәңәш тә биреп китергә теләйем.
Бер йыллыҡ үҫенте һайлайбыҙ. Уның тамыр системаһының яҡшы үҫешкәнлегенә иғтибар итәбеҙ. Йәшел япраҡтары ныҡлы, итләс булырға, уларҙың серегән-боҙолған ерҙәре күренмәҫкә тейеш. Һауытта үҫтерелгән үрсетмәләр тиҙерәк нығынып, ерегеп китеүе менән отошло.
Еләкте йомшаҡ, бай, еңел тупраҡҡа ултыртабыҙ. Иң яҡшыһы – еңел тупраҡты өлгөргән серетмә менән бутау. Һыйыр, ат серетмәләре ҡушыу яҡшы була. Үтә янған кипкән тауыҡ тиҙәге ҡушып ебәреү ҙә ҡамасауламаҫ, ул япраҡтар үҫеүенә булышлыҡ иткән азот ашламаһы булып хеҙмәт итә.
Үрсетмәне ултыртҡанда тамырҙарын ғына күмәбеҙ, «үҫеү нөктәһе» тип аталған һабағын һис ер аҫтында ҡалдырырға ярамай. Күп итеп һыу һибәбеҙ. Беренсе йәй үҫенте ерегеп китә, яҡшылап үҫә башлай.
Киләһе йылдан ашлама һибергә мөмкин. Яҙын – азот, артабан калий, фосфор ашламалары менән туҡландырабыҙ. Шулай уҡ халыҡ араһында киң таралған «йәшел ашлама»лар ҙа һәйбәт.
200 литрлыҡ ҙур мискәгә төрлө сүп үләндәрен йолҡоп һалабыҙ, бының өсөн баҡсалағы кесерткән, бәпембә, аҡтамыр ҙа, башҡалары ла ярай. Өҫтөнә һыу ҡойоп, бер аҙна төнәтәбеҙ. Әсеп, еҫе сыға башлағас, ашламаны тотонабыҙ. Ошо күләмле мискәгә өс биҙрә генә үлән һалып төнәтһәгеҙ, «йәшел ашлама»ны шул килеш, һыу ҡушмай ғына һибергә мөмкин. Яртылаш – үлән, ҡалғаны һыу булған осраҡта 2 литр ашламаны 8 литр һыуға һалып болғатабыҙ, шуны ҡулланабыҙ.
Сүпрә менән туҡландырыу ҙа бик һөҙөмтәле. 2 литр йылы һыуға 11 грамлы бер ҡап ҡоро сүпрә һалабыҙ ҙа ярты сәғәттәй ҡояшта тотабыҙ. Артабан 8 литр һыуға 1 литр ошо төнәтмәне ҡушып болғатабыҙ. Һәр ҡыуаҡ төбөнә ярты литр һибәбеҙ.
«Йәшел ашлама» менән сүпрәне алмаш-тилмәш һәр 15 көн һайын ҡоябыҙ.
Еләктәрҙең дә төрлөһө була. Миҙгелендә бер тапҡыр уңыш биргәне, йәй эсендә 2-3 тапҡыр еләк менән ҡыуандырғаны бар. Икенселәрен – ремонтант еләктәрҙе дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк. Ул шунан ғибәрәт. Тәүге тапҡыр уңыш биргән мәлдә ҡыуаҡтар мыйыҡ ебәрә башлай. Күренеү менән үк уларҙы алып ташларға кәрәк. Юғиһә, ҡыуаҡ көсөн яңы үҫентеләр үрсетеүгә һала. Икенсегә сәскә атмай.
Был сортты үрсетергә теләгегеҙ булһа, мыйыҡтарҙы ҡалдырырға мөмкин. Яҡшылап тамыр ебәрһен. Сентябрҙең һалҡынса бер көнөндә уны айырып ултыртығыҙ. Бер мыйыҡта бер нисә үҫенте барлыҡҡа килә. Уның барыһы ла артабан еләккә үҫә. Әммә күп баҡсасылар тәүгеһен – «әсә» ҡыуаҡҡа яҡыныраҡ булғанын алырға кәңәш итә. Ул көслөрәк, ҙурыраҡ була.
Төрлө сорт еләк төрлөсә үҫә. Ҡайһыларын дүрт йыл һайын алмаштырырға кәрәк булһа, ун йыл дауамында бер урында үҫә алғандары ла була. Шуның өсөн һайлағанда еләктең тәменә, эре йә ваҡ булыуына ғына түгел, бер урында нисә йыл үҫкәненә лә иғтибар итегеҙ, һорашырға уңайһыҙланмағыҙ.

Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА.

Автор фотолары.

Читайте нас: