Беҙгә йылы яҡтарҙан – Азия, Африка илдәренән килгән был гөлдө өйҙә үҫтереү артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Барыһы ла ғәҙәттәгесә. Һуңғы йылдарҙа иһә гөлдәрҙе йәйгелеккә тышҡа сығарып ултыртыу модаға инеп китте. Вазонды, клумбаны, балконды биҙәү, кашпола үҫтереү өсөн бик ҡулай колеус.
Был гөлдөң төп матурлығы – япраҡтарында. Төрткөләр, таптар, һыҙыҡтар, һырҙар менән биҙәлгән улар. Төҫтәре лә бер-береһенән айырылып тора. Япраҡтарҙың формаһы ла төрлөсә була: ябай һәм ҡатмарлы, һырлы, түңәрәкләнеп торған, оҙонса...
Был культура яҡтылыҡ ярата. Яҡтылыҡ етмәгәндә, япраҡтары төҫөн юғалта, ваҡлана һәм һуҙыла башлай, матурлығы китә. Әммә тура ҡояш нурҙары төшкән ер ҙә бик килешмәҫ, япраҡтары янып ҡуйыуы ихтимал. Сәләмәт үҫемлек үҫтереү өсөн бер аҙ ғына көс һалырға кәрәк.
Колеустың яңы вегетатив төрҙәре орлоҡ бирмәй, уларҙы тик ботағынан тамыр ебәреп үрсетеп була. Һыулы стаканда тамыр ебәреү өсөн 7 – 15 көн етә.
Еңел универсаль тупраҡ алабыҙ, уға перлит, вермикулит ҡушырға мөмкин. Гөлдө ултыртҡас, тупраҡты еңелсә тығыҙлайбыҙ ҙа һыу һибәбеҙ.
Тамыр ебәргән үрсетмәне шунда уҡ ҙур һауытҡа ултыртыу кәрәкмәй – был хаҡта һәр ваҡыт иҫкәртәм. Башта ярты йә бер литрлыҡ көршәк алабыҙ. Гөлдөң тамырҙары уны тултырғас ҡына ҙурыраҡ һауытҡа күсерә барабыҙ.
Ултыртҡас та япраҡтары еңелсә һалынып төшһә, хафаланмағыҙ. Бер нисә көндән был наҙлы үҫемлек терелеп китер, дәртләнеп үҫә башлар.
Колеус һыуҙы күп һипкәнде яратмай. Көршәктәге тупраҡтың өҫтө кипкәс кенә һибеү мотлаҡ.
Үҫемлек күпереп үҫһен өсөн уны формалау кәрәк. Иң өҫтән һабаҡ осон өҙһәк, ул ян-яҡтан ботаҡтар ебәрер. Был ботаҡтар 5-6 сантиметр үҫкәс, 3 – 5 япраҡ ҡалдырып, тағы өҫтөн ҡырҡабыҙ. Шулай иткән һайын ул ҡуйыра, күперә, матурлана бара.
Колеустың сәскәһе күрер күҙгә күркәмлеге менән айырылмай, шуға ла күптәр, япраҡтарының матурлығын боҙмаҫ өсөн, сәскә һаптарын өҙөп ташлай.
Артыҡ күп талап итмәһә лә, гөлдө сәскәләр өсөн тәғәйенләнгән ашлама һибеп ҡыуандыра алаһығыҙ.
Гөлдө тышҡа июнь айында, ҡырауҙар бөткәс кенә, сығарырға тәҡдим ителә. Бер аҙ күләгәле урында үҫкән колеус бөтә матурлығын күрһәтер. Ҡояш нурҙары туранан-тура төшһә, күркәмлеге кәмей.
Япрағы сәскә кеүек сағыу, гүзәл гөл һәр төрлө түтәлде лә биҙәр. Вазондарға ултыртып, йәшел газонға ҡуйһағыҙ, үҙенсәлекле, матур күренер. Түтәлдә башҡа сәскәләр менән дуҫлаша ул, кашпола аҫылмалы сәскәләр менән бергә ултыртыу ҙа килешә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.