+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
5 Май 2021, 10:50

Ихата күрке – сағыу шар

Яҙ һәм йәй генә түгел, көҙөн дә баҡсаларыбыҙ аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултырһын өсөн бөгөн үк хәстәрлек күрергә кәрәк. Хризантеманың төрҙәре күп, күпереп торған сағыу шарҙар хасил иткән мультифлоралар иһә – көҙгө моңһоу көндәрҙә беҙҙе ҡыуандырыр, йыуандырыр матурлыҡ ул.

Һуңғы йылдарҙа хризантеманың был төрө халыҡ араһында киң тарала бара. Сәбәбе ябай – ул үҙе, махсус рәүештә ботаҡтарының осон ҡырҡып тормаһаң да, күпереп үҫә, ҡуйы, тығыҙ шар барлыҡҡа килтерә.
Сәскәнең төрлө төҫтәгеһен осратырға мөмкин. Гөл ҡыуағының бейеклеге, диаметры, сортына ҡарап, 20 – 80 сантиметр була. Ҡайһы бер төрҙәре августа уҡ сәскә ата башлаһа, икенселәре октябрҙә генә ҡыуандыра.
Мультифлора хризантемаһы түтәлдәрҙе, клумбаларҙы ла биҙәй, юл-һуҡмаҡтар буйында ла күркәм күренә, ҙур көршәктәрҙә терраса­ларҙы, балкондарҙы ла матурлай. Уны айырым иғтибар өсөн газон уртаһында үҫтерергә мөмкин, башҡа төҫтәрен йә икенсе төрлө сәскәләр менән килештереп, композициялар яһап та була.
Көршәктә мультифлора артыҡ ҙур үҫмәй, йыйнағыраҡ була, шар рәүешен юғалтмай.
Һауыттың күләмен 1-ҙән алып 20 литрға тиклем алырға була. Бәләкәсерәк көршәктә, аңлашылыуынса, шар-ҡыуаҡ та кесерәк булып үҫә – һеҙгә ниндәй ҙурлыҡтағы сәскә кәрәген үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Һыуҙың артыҡ булғанын да, тупрағы кипкәнде лә яратмай. Эҫе көндәрҙә көн һайын һыу һибәбеҙ, көршәктәгеһенә хатта көнөнә ике тапҡыр ҡойорға тура килеүе бар.
Гөл бар матурлығын ҡояшлы асыҡ урынды һайлағанда күрһәтә. Түтәлгә, клумбаға ултыртҡанда, иркенләп үҫә алһын өсөн, 50-60 сантиметр ара ҡалдырабыҙ. Хризантема – сағыштырмаса әрһеҙ культура, артыҡ күп туҡланыу талап итмәй. Баҡсағыҙҙа тупраҡ яҡшы булһа, өҫтәмә ашлама кәрәкмәҫ тә. Башҡа осраҡта иһә, япраҡ ебәргәндә – азотлы, тамыры өсөн – кальцийлы, сәскәгә йомарланғанда фосфор-калийлы ашлама һипһәгеҙ, үҫемлек рәхмәт кенә уҡыр. Тик бөтә ашламаны бер юлы һибеү дөрөҫ түгел, туҡландырыу араһында 7 – 10 көн үтеүе мотлаҡ.
Сағыу, күркәм, хуш еҫле «шарҙарҙы» үҫтереүҙең, күреүегеҙсә, әллә ни ҡатмарлығы юҡ. Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырайыҡ, әхирәттәр!

Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА.

Автор фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: