0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
2 Апрель 2021, 12:10
Уңыш нигеҙе – яҡшы үрсетмәлә
Яҙ менән йәй – баҡсасыларҙың иң яратҡан мәле. Киләсәккә өмөт бағлап, ниәттәребеҙҙе барлап, сәскә, йәшелсә орлоҡтарын сәсәбеҙ ҙә тәүҙә – шытып сыҡҡанын, һуңынан йәшел япраҡтар ебәреп, күпереп үҫкәнен күҙәтәбеҙ, хәстәргә күмәбеҙ, күңел йылыһын һалып үҫтерәбеҙ. Яҙ ни сәсһәк, көҙ шуны урырбыҙ. Уңыштар мул булһын, тиһәк, ҡыймылдайыҡ, әхирәттәр!
Күптәр татлы боросто үҫтерергә ҡыйынһына, бының сәбәбе булараҡ, сәскән орлоҡтоң 10 – 40 проценты ғына шытып сығыуын билдәләй. Әлбиттә, был бик аҙ. Берҙән, күп орлоҡто бушҡа ебәрһәк, икенсенән, улар шытып сығырына ышанып, көтөп, ваҡытты әрәм итәбеҙ. Шуға ла орлоҡтарҙы алдан шыттырып алһағыҙ, отолмаҫһығыҙ.
Орлоҡто алдан шыттырыу өсөн ике мамыҡ дискыһы алабыҙ. Береһенә борос орлоҡтарын һалабыҙ ҙа икенсеһе менән ҡаплайбыҙ. Шунан һауытҡа һалабыҙ һәм яҡшылап сылатабыҙ. Ҡапҡасын ябабыҙ.
Борос йылы ярата, шуға һауытты 26 – 28 градус йылылыҡҡа урынлаштырабыҙ. Йылытыу торбаһына ҡуйырға мөмкин. Тик уның өҫтөнә, артыҡ эҫе булып китмәһен өсөн, бер нисә ҡат итеп йөнтәҫ таҫтамал йәйергә кәрәк.
Орлоҡтарҙы көн һайын асып елләтеү талап ителмәй. Тик мамыҡтың кибеп китмәүен күҙәтергә, кәрәк булһа, сылатып торорға кәрәк. Аҙна-аҙна ярымдан шытымдары күренер. Инде стакандарға сәсергә лә мөмкин.
Тупраҡтың универсаль булғанын алабыҙ. Бер литр тупраҡҡа 100 грамм перлит ҡушып бутайбыҙ. Тупраҡты һауытҡа тултырғас, бер аҙ тығыҙлайбыҙ һәм, уртала бармаҡ менән төртөп, бер сантиметрлыҡ соҡор эшләйбеҙ. Орлоҡто төшөрөп, өҫтөн тупраҡ менән ҡаплайбыҙ. Яҡшылап һыу һибәбеҙ.
Стакандарҙы иң йылы, яҡты тәҙрә төбөнә урынлаштырабыҙ.
Үрсетмәнең тамырҙары стаканды тултырғас, уны ҙурыраҡ һауытҡа күсерергә мөмкин. Был саҡта тупрағы менән бергә тамырҙарын борсомай ғына алабыҙ ҙа ипләп кенә ултыртабыҙ.
Борос һыуҙы артыҡ һипкәнде яратмай, шул уҡ ваҡытта ҡороно ла үҙһенмәй. Шуға ла уға һыу һибеүгә бик иғтибарлы булырға кәрәк.
Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА.
Автор фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы