Был гүзәл сәскә, баҡһаң, картуф, борос, томаттарҙың «туғаны» икән – ул эт ҡарағаты һымағыраҡтар (пасленовые) ғаиләһенә инә. Тыуған яғы – Көньяҡ Америка илдәрендә күп йылдар үҫкән петунияларҙың оҙонлоғо 10-ар метрға етеүе бар. Европала ул йортто, урамды биҙәү өсөн иң киң ҡулланылған культура һанала. Беҙҙә иһә бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ үҫтерелә.
Аҫылмалы, «шарлауыҡ» төрҙәре кашполарҙа, йәшниктәрҙә, балкондарҙа үҫтереүгә ҡулай. Ә ғәҙәти клумбаға ултыртһаң, улар ерҙе ҡаплап, сәскәле балаҫ булып түшәлә. Ҡыуаҡлы төрҙәре иһә оҙон булып үҫмәй, күпереп торған, гөлдәргә күмелгән бәләкәс кенә ҡыуаҡты хасил итә. Ҡатмарлы таж япраҡлы (махровая), күп сәскәле, суҡлы (бахромчатый) төрҙәре – иң эре сәскәле, раузаны хәтерләткән ҡупшыҡайҙар.
Вегетация осоро оҙаҡҡа һуҙыла. Шуға ла беҙҙә уны үрсетмә аша, борос, баклажан менән бергә февраль аҙағында – март башында сәсәләр. Петуния үҫтереүҙең иң яуаплы осоро – тап ошо мәлдә.
Иң рәхәте – әҙер тупраҡты кибеттән һатып алыу, әлбиттә. Тәжрибәле баҡсасылар шулай итергә кәңәш итә. Бындай мөмкинлек һис булмаһа инде баҡса тупрағына торф, йылға ҡомо ҡушалар, барыһын да бер үк нисбәттә алалар. Шунан уға дезинфекция үткәреү өсөн ярты сәғәт дауамында мейес эҫеһендә йә быуҙа тоталар. Артабан алһыу ғына марганцовка иретмәһе йә фитоспорин һибеү бактерия һәм кәрәкмәгән микроорганизмдарҙы бөтөрөр. Петуния өсөн 4,5 сантиметр диаметрлы торф таблеткаларын да ҡулланырға мөмкин. Үрсетмәләр өсөн һауыттарҙың 8 – 10 сантиметр киңлектәгеһе йәтеш.
Был сәскәнең орлоҡтары бик ваҡ, шуға ла тупраҡ өҫтөнә уларҙы тигеҙ генә итеп урынлаштырыу еңел түгел. Башлыса өс төрлө ысул ҡулланыла.
Өфө районы Шамонин ауылында йәшәгән Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә, төрлө культуралар менән ҡыҙыҡһына. Журнал уҡыусыларға ул, үҙ тәжрибәһенән сығып, кәңәштәрен еткермәксе.
Йәш үрсетмә өҫтәмә рәүештә туҡландырыуға мохтаж түгел. Тупраҡта булған туҡлыҡлы матдәләр етә уға. Ашламалауҙы тик ергә, кашпоға ултыртҡас ҡуллана башлайҙар. Петуния һауытын тултырғансы йәшел масса менән ҡапланмайынса, уға сәскә атырға «рөхсәт итмәгеҙ». Май-июнгә тиклем ботаҡтарының осон ҡырҡып, сәскәләрен алып тороғоҙ. Хәҙерге сорттар ҙур, көслө булып үҫеүсән. Рәхәтләнеп үҫһен өсөн, уларға 10 – 15 литрлыҡ һауыт кәрәк була. Тик үрсетмәне башта уҡ ҙур көршәккә ултыртһағыҙ, ул бар көсөн тамырын үҫтереүгә һаласаҡ, был мәлдә япраҡ-сәскәләре тик торасаҡ. Шуға ла эҙмә-эҙлекле рәүештә һауыттарҙың ҙурырағына күсереп барыу яҡшы. Петуния төрлө яҡҡа таралып, матур итеп сәскә атһын, ҡупшы булһын өсөн, һабаҡтарының осон өҙөп торорға кәрәк. Тәүге тапҡыр быны үҫемлек нығынғас, 4 – 6 сантиметр үҫкәс, башҡарыу яҡшы. Ул яңы үренделәр биреп, ботаҡланып китер, артабан уларҙы ла шулай уҡ өҙөп тороу кәрәк булыр. Өҙгән ботаҡтарҙан да үрсетмә әҙерләргә була. Бының өсөн уларҙы тупраҡҡа ултыртабыҙ ҙа шыптыр менән ҡаплайбыҙ. Ябай петунияларҙың сәскәһе, ғәҙәттә, ҡороғас, үҙенән-үҙе ҡойола, ҡатмарлы таж япраҡлыларының иһә сәскәләрен өҙөп, таҙартып торорға кәрәк. Ҡайһы саҡ тупраҡ бик тиҙ кибеүсән була. Эште еңеләйтеү өсөн, уға перлит (1 литр тупраҡҡа 100 миллилитр) ҡушалар. Ул артыҡ һыуҙы үҙенә йыя һәм кәрәк саҡта тупраҡҡа бирә. Лениза ЙӘҒӘФӘРОВА фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.