-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
10 Август 2020, 13:43

Уңыш йыйыу осоро

Помидор өлгөрә башлағас, ҡайһы бер баҡсасылар, эш бөттө, бары иң күңеллеһе – уңыш йыйыу ғына ҡалды, тип яңылыша. Томат ҡыуаҡтары емеш биреү өсөн күп көс һала, туҡлыҡлы матдәләр сарыф итә, шуға ла йәшелсәләр һаман да беҙҙең хәстәрҙе көтә. Яңы помидорҙар барлыҡҡа килеүҙән туҡтамаһын, иң һуңғылары ла матур булып өлгөрһөн өсөн нимә эшләргә?

  • Июль уртаһында томатты һуңғы тапҡыр ашламалайҙар. Тик йәшел масса арттыра торған азотты түгел, емеш биреүгә ярҙам иткән фосфор һәм калий ашламалары кәрәк.
  • Һыу һибеүҙән дә туҡтамайбыҙ. Был мәлдә япрағына тейҙермәй, төбөнә генә һибәбеҙ. Емеш бирә башлаған помидорға аҙнаһына бер-ике тапҡыр 4-5 литр һыу етә. Һыуҙы тамсылап һибеү системаһы булһа, бигерәк һәйбәт, әлбиттә. Сүп үләне үҫмәһен һәм дым кипмәһен өсөн мульчалаған булһағыҙ, һыуҙы һирәгерәк һибәһегеҙ инде.
  • Һыу ғына түгел, һауа ла кәрәк томат тамырҙарына. Тик төбөн йомшартҡанда «артыҡ тырышып», тамырҙарына зыян килтереп ҡуймағыҙ.
  • Помидор һаман да йәшел япраҡтарын үҫтереүҙән баш тартмай, шуға ла уны формалаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Һарғая башлаған аҫҡы, ҙур япраҡтарынан, яңы барлыҡҡа килгән ботаҡтарынан арындырабыҙ. Томаттың көсө емешенә китһен, ҡыуаҡтар елләһен өсөн эшләйбеҙ быны.
  • Тәүге помидорҙарҙы тулыһынса өлгөрмәгән килеш (төҫөнә инә башлағанда уҡ) өҙөп алһағыҙ, ҡалғандары тиҙерәк етешер. Йылытмала түгел, асыҡ урында үҫкән помидорҙы ауырыуҙар эләкмәҫ борон алып ҡалыу өсөн дә яҡшы. Тағы ла: һауа температураһы төндә 5 градустан түбәнәйә башлаһа, уңышты йыйып алыу әмәлен күрергә кәрәк.
  • Томатты ҡорола, иртәнге сәғәттә, ҡояшта тороп йылынмаҫ борон йыялар.
  • Йәшел помидор эргәһенә банан һалһағыҙ, ул тиҙ ҡыҙарыр.
  • Уңышты йыйып алғас, үҫемлек ҡалдыҡтарын сығаралар, йылытманы дезинфекциялайҙар.
  • 400 грамм ҡоро хлорлы эзбизде 10 литр һыуҙа иретәләр. 3-4 сәғәт тотҡас, уны тупраҡҡа һибәләр, йылытманы эшкәртәләр. Ҡуйы һарҡындыһын да теплицаны эшкәртеү өсөн ҡулланырға мөмкин.
  • Көҙ яҡынайған, төндәр һалҡынайған һайын фитофтороз, кладоспориоз һәм башҡа ауырыуҙар ҡотора башлай. Улар елләтелмәгән ҡыуаҡтарҙы айы­рыуса «ярата» икәнен онотмағыҙ.
  • Помидорҙың башында эскә инеп торған таптар – үңәҙ (вершинная гниль) барлыҡҡа килеүҙә бәшмәктәр ҙә, бактериялар ҙа «ғәйепле» түгел. Был – үҫемлеккә кальций етмәү билдәһе. Ғәҙәттә, тупраҡта азоттың артыҡ күп булыуы, һыу етмәүе, һауа йылылығының киҫкен үҙгәреп тороуы быға сәбәп булып тора. Был саҡта кальций селитраһы ярҙамға килер. 1-2 ҡалаҡ кальций селитраһын 10 литр һыуҙа иретеп һибәбеҙ. Был иретмә 1 квадрат метрға етә.
    Фитофтороз – ҡурҡыныс ауырыу. Үткән йылда томат был сир менән ауырыған булһа, әле билдәләре күренмәһә лә, иҫкәртеү маҡсатында эшкәртеү артыҡ булмаҫ. Емеш биргән осорҙа химик препараттар ҡулланыу ярамай. Ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан халыҡ ысулдары яҡшыраҡ булыр.
    2 баш һарымһаҡты иҙәбеҙ (ит турағыстан үткәрәбеҙ) ҙә, 1 литр һыу һалып, тәүлек тотабыҙ. Шул шыйыҡсаны 10 литр һыуға һалып бутайбыҙ. Томаттың япраҡтарына һиптерәбеҙ. Был сара ваҡ аҡ ҡанатлы көйәнән (белокрылка), кебләнән (тля) ҡотолоу өсөн дә ярҙам итә.
    3 литр һыуға 1 литр эркет һыуын ҡойоп болғатабыҙ ҙа помидорҙың япраҡтарына һиптерәбеҙ. 10 көн аша, шулай уҡ ямғырҙан һуң ҡабатлайбыҙ.
    Биопрепараттарҙан фитоспорин яҡшы. Иң мөһиме – ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә башлаһа, зарарланған япраҡтарын өҙөп юҡ итергә, ә томатты эшкәртә һалырға кәрәк икәнен онотмағыҙ.
    Япраҡтарҙа һоро таптар (кладоспориоз) күренеү менән тупраҡҡа аҡһыл ғына алһыу төҫтәге марганцовка иретмәһе һибергә кәрәк. Уны көл төнәтмәһе менән аралаштырыу яҡшы.
    300 грамм көлдө 10 – 15 минут ҡайнатабыҙ. Һөҙөп, 10 литр һыуҙа иретәбеҙ. Ҡыуаҡтың төбөнә көл һибергә лә мөмкин.
    Помидорҙа ауырыуҙарҙы нисек иҫкәртергә?
    • Йылытманы даими елләтегеҙ, томат үтә иҫкән елдән ҡурҡмай. Дымлылыҡ 70 проценттан артмаһын.
    • Уңышты йыйып алғас та үҫемлектең зарарланған өлөштәрен яндырығыҙ.
    • Помидорҙы йыш ултыртмағыҙ – был йылытманы елләтеүгә кәртә булып тора.
    • Томатты бер үк урынға ултыртырға тырышмағыҙ.
    • Онтаҡ (мульча) һауала дымды кәметеү өсөн яҡшы.
    • Һыуҙы көндөң тәүге яртыһында, һирәк, әммә күп итеп һибегеҙ.
    • Ауырыуҙарҙы башында уҡ күреп ҡалыр өсөн йышыраҡ ҡарап тороғоҙ.
    • Автор:Гөлшат Ҡунафина
      Читайте нас: