+25 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
9 Июнь 2020, 12:45

Файҙалы матдәләргә бик бай

Черешня (эре сейә) – файҙалы матдәләргә бик бай. Ул сәләмәт кешеләргә лә, төрлө сирҙән яфаланыусыларға ла берҙәй үк кәрәкле. Черешняны күпме теләйһең шул ҡәҙәр, хатта килограмлап ашарға була. Әммә уны көнөнә 300-әр грамлап ҡына ашарға тәҡдим ителә.

Ашығып, ҡабаланып түгел, ә яй ғына ашарға кәрәк. Сөнки эс күбеүе ихтимал.

Һатып алынған черешняны ағып торған һыу аҫтында һәйбәтләп йыуыу мотлаҡ. Белгестәр ундағы пестицидтарҙы сығарыуҙың ошондай юлын тәҡдим итә: ҙур булмаған тастағы һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалырға ла, емеште шунда бер сәғәт тирәһе тоторға. Һатып алғанда ошоларға иғтибар итегеҙ: ул ҡоро, тығыҙ һәм тышы ялтырап торорға тейеш. Киҫелгән, иҙелгән урындары булһа, тиҙ серейәсәк. Әгәр әсегән еҫ сыға икән был уның күптән ятыуы тураһында белдерә.

Черешняның төҫөнә ҡарап та файҙалы матдәләрҙең күпмелеген белергә мөмкин. Ҡара-ҡыҙғылтыраҡ булған һайын, ул шәкәргә, органик кислоталарға байыраҡ.
Автор:Миляуша Валеева
Читайте нас в