Уларҙы иртә яҙҙан, йәшелсәләрҙе сәсмәҫ борон йә уңыш йыйып алынғас та сәсәләр. Шул уҡ ваҡытта түтәлдә төрлө йәшелсәләр менән сидераттарҙы йәнәш ултыртып, байтаҡ ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалып була. Уларҙы сәскә атмаҫ борон сабалар йә, тәпке менән өҙөп, ергә күмәләр. Йәшелсәләр ошонан һуң ике аҙна үткәс кенә сәселә. Артыҡ үҫеп, һабағы ҡатһа, ваҡытында серемәйенсә файҙа урынына зыян килтереүе бар. Сапҡан үләнде компостҡа һалырға була. Киптереп, түтәлдәргә йәшелсә-емештең төбөнә түшәргә (мульча) мөмкин, ул сүп үләне үҫеүенән, ҡороуҙан һаҡлар.
Бер үк культураны шул уҡ урынға 4-5 йылдан ғына кире сәсергә тәҡдим итәләр. Тик ҡайһы саҡ был ҡағиҙәне үтәү ауыр. Картуф баҡсаһын нисек икенсе урынға күсерәһең? Тап ошо мәлдә лә сидераттар ярҙамға килә. Мәҫәлән, картуф йыйып алынғас та, уның урынына гәрсис сәсеү ҡаты ҡортто (проволочник) һәм башҡа ҡоротҡостарҙы ҡыуа, фитофтороздың шашыуына ла сик ҡуя. Шул уҡ ваҡытта кәбеҫтә алдынан гәрсис сәсергә ярамай. Тағы ниндәй йәшелсәгә ҡайһы сидерат килешә?
Аңлатма өсөн: кәрешкә – вика, ҡандала үләне – донник, тиле шалҡан – сурепка, әсе борсаҡ – люпин, яҫмыҡ – чечевица, май тормаһы – редька масличная, туҡранбаш – клевер.