Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһ Тәғәләгә был һорауҙың яуабы мәғлүм булыуын белһә лә, уға бөтәһен дә ентекле итеп һөйләп бирә. Ни өсөн? Кеше яратҡаны, яҡыны менән бергә булғанда унан тиҙ генә айырылғыһы килмәй. Уның менән әңгәмәне оҙаҡҡараҡ һуҙыр өсөн яңынан-яңы темалар уйлап таба, шул саҡта үҙен яратҡандарын да тоя ала.
Хоҙай Тәғәлә менән дә беҙ шундай әңгәмәгә мохтажбыҙ. Доға ҡылыу Аллаһ Тәғәлә менән Бәйғәмбәрҙең әлеге һөйләшеүе һымаҡ ул. Доға - кеше һәм Аллаһ араһында ҡоролған әңгәмә. Унда тыйылған темалар юҡ. Кеше Хоҙай менән бөтә нәмә тураһында - көндәлек тормош, ваҡ мәсьәләләр тураһында ла, мәңгелек хаҡында ла һөйләшә ала. Ихлас мөъмин өсөн доғалары ҡабул булыуҙан бигерәк, Хоҙайға доға ҡылыу, Уға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булыуы мөһим.
#КискеӨфө #МосолманӘҙәбе
Фото А. Королев