...
Ырғыҙлы – боронғо башҡорт ауылы. «Аҡбуҙат» эпосында Һәүбәнде аҫрап үҫтергән Тарауыл ҡарт Ырғыҙ байҙың йылҡы көтөүсеһе була. Ә бай Мәсем ханға буйһона. Тап бына шул риүәйәттәрҙә һөйләнгән һәм топонимияларҙа исемдәре ҡалған шәхестәрҙең тыуған төйәге ул. Ә инде ауыл эргәһендәге мәмерйәләрҙә табылған өлгөләр бында палеолит дәүерендә үк кешеләр йәшәгәне хаҡында һөйләй...
...
XVIII быуатта ауыл ерлеге Нуғай даруғаһы Бөрйән волосы кешеләре тарафынан урыҫтарға һатыла. Сығышы Даниянан булған, аҙаҡ Рәсәй империяһына хеҙмәт иткән хәрби дворян Карл Ефимович Сиверс була яңы хужа. Латвиялағы билдәле Венден һарайының эйәһе лә ошо немец. Ырымбур яҡтарынан уҡ килеп, баҡыр иретеү заводы төҙөйҙәр бында. Ни өсөн ул төпкөл урманға инеп, тиерһегеҙ? Ә тап шул урман өсөн дә. Баҡырҙы иретеүгә бик күп яғыулыҡ талап ителә. Быға иһә бушлай үҫкән ағастан да ҡулайлыһы юҡ. Шулай итеп, Вознесенка заводын төҙөү 1753 йылда башлана. 1772 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Сиверс был ерлеккә 2363 тирәһе крепостнойын ғаиләләре менән алып килеп урынлаштыра. Завод эшләй, әммә Пугачев ихтилалы мәлендә таланып, емерелеп ҡала. Бына шундай ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та тарих бөгөнгө Ырғыҙлы ауылын күп милләтле иткән дә. Бөрйән районындағы ошондай әллә нисә мәҙәниәтте, динде һәм менталитетты бергә һыйҙырып, татыу халыҡ итеп йәшәткән уникаль күренеш ул. Шуға ла улар ауылдарына арналған китапсыҡты «Меңдәр араһында берәү» тип атаған...
Ауыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша быйыл. Әммә хәҙер беҙ һөйләйәсәк күрһәткестәр – улар бер бәйгегә әҙерлек барышында ғына барлыҡҡа килә йәки һөҙөмтәләр бирә торған төшөнсәләр түгел. Мәҫәлән, ауыл халҡының тотошлайы менән саңғысылар булыуы. Тота килеп кенә был спорт төрөнә ылығып та, бер-ике йыл эсендә оҫтарып та булмай. Ныҡлы физик һәм рухи көс талап итә ул. Ырғыҙлыла иһә тәпәй баҫҡанынан алып пенсионерына тиклем саңғыла йүгерә. Йүгерә генә түгел, район, төбәк, республика кимәлендәге ярыштарҙа һыр бирмәйҙәр. Ауылдың үҙ командаһы бар. Бәләкәй спортсының да ҡулында – бер ҡосаҡ миҙал, өлкәндәрҙең дә өҫтәлен ҡаплап Маҡтау грамоталары ята. Ҡатын-ҡыҙҙар журналы булараҡ, уҡыусыларыбыҙға был ауылдың иң оло һәм иң көслө саңғысыһын ғына күрһәтеп үтергә булдыҡ. Рәйсә Байрамғәле ҡыҙы Һөйөшева ул. Сығышы менән Күгәрсен районы Беренсе Түкәт ауылынан, 1983 йылдан ошонда килен булып төшөп тамыр йәйгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Һәм уның яҙмышында ла саңғы ҙур роль уйнай. Ә ул былай килеп сыға: Мораҡ универмагының спорт бүлегендә саңғы һатып торған йәш Рәйсәне Ырғыҙлының физкультура уҡытыусыһы Әмир Ирғәле улы күреп ҡала ла ғашиҡ була. Магазинға инеп бер генә һөйләшә, икенсе килгәнендә исемен дә белмәгән ҡыҙға «һине һоратырға ата-әсәйемде ебәрәм» ти. Һәм шулай итә лә. 37 йыл бергә ғүмер кисерә, дүрт балаға ғүмер бирә улар. Үкенескә күрә, әллә нисә быуын балаларын саңғыға баҫтырған һәм уларҙа спортҡа ҡарата һөйөү уятҡан Әмир ағай биш йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Ә Рәйсә апай уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап ярыштар үткәрешә генә түгел, үҙе лә ярыша һәм көнләшерлек күрһәткестәргә өлгәшә.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында ҡул эштәре менән дан алған Лилиә Миңлеғәле ҡыҙы Ғәлина йортона ла ишек ҡаҡтыҡ. Лилиә – Ырғыҙлы ҡыҙы, һигеҙ балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Миңлеғәле Сәйфуллин леспромхоз директоры була. Лилиәне бухгалтер итергә тырыша ул, тик артыҡ теремек ҡыҙы үҙ юлын һайлай. Башта йәшләй генә кейәүгә сығып китә. Унан, балалары ла тыуғас, Сибай педагогия училищеһын тамамлай һәм мәктәптә технология дәресенән уҡыта. Биш бала әсәһе, декрет ялдары араһында юғары белемгә лә өлгәшә һәм ҡайҙа ебәрәләр, ҡайҙа урын була, шунда барып тотона: балалар баҡсаһында мөдир ҙә, мәктәп директоры ла, интернатта тәрбиәсе лә, психолог та. Бөгөн иһә өйҙә «ял итә»: мал көтә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, туризм эшен үҫештереп алып бара, махсус хәрби операциялағыларға кейемдәр тегә, бәйләй. Һәм, әйтеп үтергә кәрәк, Лилиә Миңлеғәле ҡыҙының улы Ҡазыхан 22 йәшендә генә, ата-әсәһенә өндәшмәй, МХО-ла булып ҡайта. Улының ялынан һуң уға атаһы – 59 йәшлек Кәрим Ғәлин дә эйәрә. Бер бөртөк улын яңғыҙ ебәрергә теләмәй ул. Бергәләп йылға яҡын имен-һау йөрөп әйләнәләр. Унан атай кеше тағы ла юллана һәм бөгөн дә махсус хәрби операция зонаһында. Лилиә Миңлеғәле ҡыҙы улы Түбәнге Новгородта әҙерлек үткәндә тотош взводҡа аш-һыу яраштырып алып барып ҡайта. «Бөгөн-иртәгә ут эсенә инергә торған егеттәрҙең һәр береһенә әсә ҡулы менән бешерелгән өй ризығы ҡаптырғым, һәр береһенең арҡаһынан ҡағып, изге һүҙҙәр әйткем килде. Улар ҙа шул минең малайым һымаҡ рухлы, ҡанатлы, хатта алабарман хыялдар, идеялар менән йөрөп яталарҙыр, тип уйланым», – тип һөйләй ул был сәйәхәте хаҡында. Һәм бөгөн дә ҡатын, ире ҡушҡан йөкләмәлә – фронтҡа кейем тегеү эше артында ултырғанда ла, ҡайһылайтып хәрби госпиталгә волонтер булып юлланырға, бының өсөн ҡайҙарға мөрәжәғәт итергә икән, тип белешә, пландар ҡора. Барыр ҙа ул, ниәт иткән бит инде. Илһөйәрлек ошондай ғаиләләрҙә яралалыр, патриоттар Лилиә һымаҡ әсәйҙәрҙән тыуалыр, тигән фекерҙә сыҡтыҡ был йорттан. Әйткәндәй, Ырғыҙлы ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡаһарман яҡташтарына: Руслан Рәшит улы Сирбаевҡа, Марат Миңлегәрәй улы Ғәлингә һәм Радмил Радик улы Абдуллинға, «герой парталары» булдырылған. Уларҙың данын ауылдаштары ҡәҙерләп һаҡлай. Ә инде яуҙағыларға оҙатылған ылауҙарҙың һаны юҡ, квадроциклдан башлап балға тиклем оҙата унда ауыл халҡы. Был – уларҙың буласаҡ Еңеүгә индергән үҙ өлөшө.