-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
20 Март 2025, 10:00

Фоторәссам Александр Даниловтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөлә, Башҡорт опера һәм балет театрында, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының фотографы булып эшләгән Александр Даниловтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә Рудольф Нуреев исемендәге XXV халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале сиктәрендә  барлыҡҡа килеп, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттарына арналды.

Фоторәссам Александр Даниловтың шәхси күргәҙмәһе   асылды
Фоторәссам Александр Даниловтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Ул “Камиллыҡҡа юл” тип атала. Фотоларҙа ижади шәхестең был матур сәнғәт төрөнә ҡарата оло һөйөүе сағыла: фотолар репетиция, балет фестивалдәре, конкурстар, ҡабул итеү имтихандары ваҡытында эшләнгән һәм уларҙа буласаҡ балет артистарының иң сағыу мәлдәре, тәрән күңел кисерештәре, рух осошо тотоп алынған. Былар барыһы ла фоторәссамдың юғары һәләтен күрһәтеп тора.

Фотолар “Башҡортостан” гәзите сайтынан алынды.

Фоторәссам Александр Даниловтың шәхси күргәҙмәһе   асылды
Фоторәссам Александр Даниловтың шәхси күргәҙмәһе асылды
Автор:
Читайте нас