-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
6 Март 2025, 09:00

Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.

Кисә Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында «Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы һәм хәҙерге филологияның көнүҙәк мәсьәләләре. VIII Дәүләтшина уҡыуҙары»” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы булды. Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлааев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Шәреҡ донъяһында роман яҙған беренсе ҡатын-ҡыҙ - Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған конференцияла ғалимдар, музей хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, студенттар әҙибәнең тормошо һәм ижадына байҡау яһаны, анализланы, фекер алышты.

Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.

Пленар ултырышты ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы директоры Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев асып, әҙибәнең тормошона байҡау яһаны. Ултырышты профессор ;филология кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Ә.Ш. Абдуллина алып барҙы. Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә  Дәүләтбирҙина; яҙыусы, тәржемәсе Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Факил Мырҙаҡаев; яҙыусы, журналист Айгәл Йәмилова конференцияла ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш редакторы Миләүшә Ҡаһарманова, Һ. Дәүләтшинаның рухи мираҫы һаҡлап тороусы ғалимдарыбыҙға, атап әйткәндә, әҙибәнең биографы, филология фәндәре кандидаты, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы доценты, Һәҙиә Дәүләтшина музейы мөдире Ҡасҡынова Гөлнур Нуриман ҡыҙын ҡеүәтләү сараларын күреү тәҡдиме менән  сыҡты.

Филология фәндәре докторы, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы профессоры Ришат Хәсәнов, философия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге БГПУ профессоры Айһылыу Хөсәйенова Һ. Дәүләтшина ижады буйынса сығыш яһап, юғары баһаланылар.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының редактор урынбаҫары Регина Камалова журнал тарихында Һәҙиә Дәүләтшина шәхесенең сағылышын тикшереп, бик ҡыҙыҡлы сығыш яһаны. Баҫма төрлө йылдарҙа әҙибәнең тормошон һәм ижадын яңыса яҡтыртҡан. Быйылғы февраль һанында ла  Гөлнур Ҡасҡынованың Һ. Дәүләтшина тураһындағы яңы асыштары журнал биттәрендә урын алған.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Фирҙәүес Юнысова хәҙерге очерктарҙа Һ. Дәүләтшина образын анализлап бирҙе.

Артабан сығыштар секцияла тикшерелде. Филология фәндәре кандидаты Роза Хөснуллина Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романындағы архетиптарҙы тикшереп, романдағы универсаль һәм милли архетиптарҙы барлап күрһәтте.

БР Милли әҙәбиәт музейының баш һаҡлаусыһы Гөлнур Ҡорманаева иһә әҙибәнең музей фондында һаҡланған шәхси әйберҙәре тураһында һөйләне.

Сығыштарҙан һуң темалар буйынса ентекле аралашыу, фекер алышыуҙар булды.

Сара Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсына сәскәләр һалыу менән тамамланды. ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы студенты Айҙар Миһранов Ғәзим Шафиҡовтың "Вставала с самой первой ранью" тигән шиғырын һөйләп, Һәҙиә Дәүләтшинаның ғүмере уның “Ырғыҙ” романы аша дауам ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ғилми-ғәмәли конференция ойошҡан рәүештә үтте, маҡсатына иреште. ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы етәкселегенә, ойоштороу комитетына, Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡыноваға ҙур рәхмәт.

Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл.
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас