-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Журналдан көс, илһам алып

Быйыл да Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө шаулап-гөрләп үтте. Байрамда ҡатнашыусылар 250-нән ашыу дана гәзит-журналға яҙылып һөйөндө. Һөнәр оҫталарын бүләкләү, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул итеү тантаналары ла сараға бәҫ өҫтәне.

Журналдан көс, илһам алып
Журналдан көс, илһам алып

Баш мөхәрриребеҙ, шағирә Гөлназ Ҡотоеваның Башҡортостан Журналистар союзы киң мәғлүмәт саралары араһын­да иғлан иткән «Һаумы, яугир!» видео­конкурсында икенсе дәрәжә дипломға һәм бүлек мөхәррире Гөлшат Ҡунафинаның союздың Почет грамотаһына лайыҡ булыуҙары ла шатландырҙы. Нәзифә Ҡадирова, Венера Юлгилдина, Заһир Байыҡ, Зилә Лира, Ян Лира кеүек билдәле артистарҙың күркәм сығышы ҡунаҡ­тарыбыҙҙың күңелен арбаны. Ҡул эштәре күргәҙ­мәләрен дә халыҡ яратып ҡараны. Шулай уҡ «Изге подписка» мәрхәмәт акцияһында ҡатнашыусыларҙың күп булыуына һөйөндөк.

Был көндө төрлө баҫмаларға яҙылыусыларҙың, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған уйында ҡатнашып, бүләктәр отоу мөмкинлеге бар ине. Шуныһы ҡыуаныслы – төп бүләк «Башҡортостан ҡыҙы»на икенсе ярты йылға яҙылған Суфия Рәхмәтуллинаға эләкте. Суфия Мөхәррәм ҡыҙы «Масксети Щит Өфө» ойошмаһы ирекмәне булып сыҡты, махсус хәрби операцияға  маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә икән. «Журналға яҙылдым да, байрамдың аҙағына тиклем көтөп тормайынса, селтәр үрергә йүгерҙем. Ошо шөғөлөмә мөкиббән китеп ултырғанда телефоным шылтыраны һәм көтөлмәгән ҡыуаныслы хәбәр килеп етте», – тип шатлығы менән бүлешә уҡыусыбыҙ.  

Көнкүреш техникаһы, сымһыҙ ҡолаҡ­сындар, пауэрбанк кеүек әйберҙәр ҙә үҙ хужаларын тапты. Барыһын да ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

 

 

«Мин Роза Сәмиғулла ҡыҙы Нәғимйәнова булам. Хәҙер 80 йәш инде миңә. Өлкән булһам да, гәзит-журналдар алдырып уҡыуымды дауам итәм.

«Башҡортостан ҡыҙы»на үҙем айырым йәшәй башлағандан бирле яҙылам. Тәүҙә тышҡы күренеше ябай ине, ә хәҙер биҙәлеше лә бик матур. Журналды көтөп алам, яратып уҡыйым. Беренсе төркөм инвалиды булған тормош иптәшем дә баҫмабыҙға ғашиҡ. Бигерәк тә беҙҙең өсөн «Сихәт», «Әҙәби балҡыш», «Аллаһ бәрәкәте», «Нисек йәшәйһең, оло кеше?», «Ҡулыңдан һөйөн», «Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ» рубрикалары яҡын, баҡсасылыҡ кәңәштәрен, ҡулайлы аш-һыу рецептарын көтөп алабыҙ, яратҡан журналыбыҙ өйрәткәнсә ризыҡтар әҙерләп ҡарайбыҙ.  Журналдан көс, дәрт, илһам алабыҙ.

Яратҡан баҫмабыҙға тиражы артыуын, хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, һаулыҡ, артабан да журналдың шулай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы итеп сығыуын теләйбеҙ».

 

Роза Нәғимйәнова.

Әлшәй районы.

Автор:
Читайте нас: