Минск ҡалаһы һуғышта тулыһынса тигәндәй ҡыйратылғандан кире төҙөлә. Әле бөтә ерҙә лә тәртип, бөхтәлек. Ҡайҙа ҡараһаң да, күҙ һөйөнә. Әҙиптәр белорус совет яҙыусыһы, драматург, тәржемәсе Якуб Коластың йорт-музейында булды, «Беларусьфильм» милли киностудияһына барҙы. Белорустарҙың әҙип ижадына һәм уның мираҫына иғтибарлы булыуы һөйөндөрҙө. 12 гектар майҙанда урынлашҡан һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған цехтарға юғары техник һәм профессиональ кимәлдә кино төшөрөргә мөмкинлек биргән киностудияға ла һоҡландыҡ.
Белорус дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейындағы «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыу онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Һуғышҡа арналған музей оло 9 залдан тора, унынсыһы – Еңеү майҙаны. Уның диуарҙарында Минск ҡалаһын азат иткәндә һәләк булғандар исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған. Партизандар залы, концлагерҙар, фашистарҙың вәхшилегенә арналған зал, хәрби транспорт, батырлыҡтар тарихы һәм башҡа экспонаттар янынан тыныс ҡына үтеү мөмкин түгел. Партизандар отрядында ярҙам итеп медикаменттар ташыған кәзә тәкәһе хаҡында риүәйәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Рәссам Михаил Савицкий концлагерь тамуғын үткәс яҙа беҙҙе хәҙер тетрәндергән картиналарын. Йәштәр атылып сыға, күҙ алдында тарих йәнләнгәндәй була. Фашистарҙың 120-нән ашыу ауылды халҡы менән ҡуша утҡа тотоуын, әллә күпме концлагерҙар төҙөүен тыныс ҡына тыңлап булмай шул.
Белоруссия Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич Гомель, Витебск, Могилев һәм Минск өлкәләрен, Белоруссияның башҡа төбәктәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан яугир-башҡортостанлыларҙы иҫкә алды. БР-ҙың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Белоруссия азатлығы өсөн көрәшкән башҡорт яҙыусылары хаҡында һөйләне. Баҡтиһәң, һәр кемдең был изге ер менән бәйле иҫтәлектәре, ғаилә тарихы бар икән. Светлана Чураеваның туғаны Брест ҡәлғәһе өсөн яуҙа баш һала. Шағирә Зөлфиә Ханнанованың атаһы ла белорус һуҡмаҡтары аша үтә. «Бәлки, шуғалыр ҙа Белоруссияның зәңгәр күк йөҙөнә ғашиҡмындыр, бында минең ижадташ дуҫтарым бихисап, был республикаға килеүем дә тәүгә түгел», – ти шағирә. «Түңәрәк өҫтәл» ваҡытында 1944 йылдың июлендә Белоруссия ерендә һәләк булған башҡорт шағиры Зиннәт Ҡотиптың (1918 – 1944) исеме яңғыраны. Үкенескә күрә, уның ҡайҙа ерләнгәне әлегә билдәһеҙ. 1939 йылда Зиннәт Ҡотип Өфөлә балалар өсөн шиғри йыйынтығын баҫтырып өлгөрә, нәшергә уның испан халҡының фашизм менән көрәше тураһындағы әҫәрҙәре лә инә. Әлфиә Юлсуринаның 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов хаҡындағы йырына барыбыҙ ҙа ҡушылдыҡ. Минскиҙағы Еңеү обелискына сәскәләр һалғанда ла тиңһеҙ алышта һәләк булған олатайҙарыбыҙ хаҡында уйланыҡ.
Белоруссия Яҙыусылар союзы бинаһында башҡорт яҙыусыларының китаптары һәм Башҡортостанда нәшер ителгән журналдар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Беҙҙең менән танышырға килгән белорус яҙыусыларына ул бик оҡшаны. Улар айырата баҫмаларыбыҙ биттәрендә сыҡҡан үҙҙәренең әҫәрҙәрен күреп һөйөндө. Әҙәбиәт йортоноң тамаша залы сәхнәһендә Белоруссияла «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»нең тантаналы кисәһе үтте. Белоруссия һәм Башҡортостан яҙыусылар ойошмалары етәкселәре — Алесь Карлюкевич һәм Айгиз Баймөхәмәтов был сәфәрҙең мөһимлеген, хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу буйынса маҡсаттарҙы билдәләне. Кисәне йәнле итеп Белоруссия Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах һәм Белорусь Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Белоруссия Яҙыусылар союзының Минск ҡала бүлексәһе рәйесе шағир һәм тәржемәсе Михаил Поздняков алып барҙы.
Әлфиә Юлсурина башҡарған «Минең Башҡортостаным» йыры ҡунаҡтар һәм хужалар өсөн ысын мәғәнәһендә бүләк булды. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова йыйылыусыларға башҡорт һәм белорус әҙәбиәтенең тарихи бәйләнеше хаҡында һөйләне. Кисәлә башҡорт шағирәләре Зөлфиә Хананова, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Светлана Чураева, Миләүшә Ҡаһарманова шиғырҙарын, тәржемәләрен уҡыны. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның йырын белорустар йылы ҡабул итте. Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен белорус теленә тәржемә иткән Ольга Богушинская, Инна Фролова, Валентина Дробышевская сығыштары алҡыштарға күмелде.
Иң тулҡынландырғыс осрашыу «Ләйсән» төркөмө һылыуҙары менән булғандыр. Башҡортостандан килеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса ошонда ҡалған башҡорт-татар ҡыҙҙары үҙ илдәрен һағыныу һағышын баҫыу өсөн төҙөгән был ансамблде. «Мин «Шишмә» башҡорт-татар ойошмаһы рәйесе Эльвира Ансаф ҡыҙы Левшевич булам. «Ләйсән» фольклор ансамблендә сығышы менән Башҡортостандан булғандар шөғөлләнә. Гөлсинә Аброськина менән беҙ – Кушнаренко районынан. Рәмилә Ситникова – Хәйбулланан. Зәлиә Искәндәрова – Силәбе өлкәһенән», – тип һүҙ алған ханым менән ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына килгән саҡта танышып киткәйнек һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында баҫмабыҙ уҡыусыларына ла һөйләгәйнек.
22 ҡатлы Милли китапханаға автографлы китаптарыбыҙҙы, Башҡортостан өсөн әһәмиәтле баҫмаларҙы ҡалдырыу ҙа тантаналы шарттарҙа үтте.
Белорусь Республикаһы Милли китапханаһы аллеяһында башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаға арнап ағас ултыртылыуы, белорус телендә хәҙерге башҡорт шиғриәте антологияһы нәшергә әҙерләнеүе – ошо мәҙәни-әҙәби бәйләнештәрҙең һөҙөмтәһе.
Хеҙмәттәшлек нығыныр, дуҫлыҡ күпере халыҡтарҙы берләштерер, тигән яҡты уй-теләктәр менән уңышлы йөрөп ҡайттыҡ сәфәрҙән.
Белорусь Республикаһы,
Минск ҡалаһы.