-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
15 Июнь 2023, 11:47

Мең биҙәкле мең ырыуы

Мең ырыуы башҡорттары төйәк иткән Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылына эшлекле сәфәребеҙ мауыҡтырғыс та, фәһемле лә ваҡиғаларға бай булды. Ауыл мәҙәниәтен үҫтереүсе, район тормошон биҙәүсе һәүәҫкәрҙәрҙе үҙенә туплаған «Фатима» фольклор ансамбленең йыр менән ҡаршы алыуы, Дим буйының гүзәл тәбиғәте, халҡының уңғанлығы, ихласлығы, берҙәмлеге һоҡландырҙы. Кәңәш алырлыҡ оҫталар, үрнәк булырҙай апай-инәйҙәр, ил ағалары йәшәй икән бында.

Мең биҙәкле мең ырыуы
Мең биҙәкле мең ырыуы

Журналыбыҙҙы йыл да дәррәү яҙҙырған тоғро уҡыусыларыбыҙ менән тәбиғәт ҡосағында үткән йәнле осрашыу «Башҡортостан ҡыҙы» хаҡында һөйләшеү, Түбәнге Хәжәт тарихын бәйән итеү, шиғриәт минуттары, йыр-моң менән үрелде. Баш мөхәрриребеҙ, шағирә Гөлназ Ҡотоеваның күңелдә илаһи хистәр уятҡан шиғырҙарын халыҡ яратып ҡабул итте. Журналыбыҙға киләһе ярты йылға яҙылып, бүләк отоуҙа ла дәртләнеп ҡатнашты хәжәттәр. Береһенән-береһе оҫта хужабикәләр әҙерләгән башҡорт ризыҡтары, усаҡта бешкән бишбармаҡ, самауыр сәйе, ошо яҡтың милли колоритын, асылын билдәләгән ҡул эштәре өлгөләре, күҙҙең яуын алып торған биҙәүестәр, ауылдың йөҙөк ҡашы булырҙай аҫыл кешеләре – барыһы ла күңелдәрҙә иң яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Шишмә районындағы Түбәнге Хәжәт – йәмле Дим буйында урынлашҡан бай тарихы, мөғжизәле тәбиғәте, уттай дәртле халҡы менән дан тотҡан боронғо ауылдарыбыҙҙың береһе. Архив документтары уның барлыҡҡа килеүен 1859 йыл менән бәйләй, әммә зыяратта табылған таштағы яҙыуҙарға ярашлы, уға нигеҙ 1408 йылда һалынған, тип фараз ҡылырға була. Бында ауыл күрке булған апайҙарҙы, ағинәйҙәрҙе үҙенә туплаған «Фатима» фольклор ойошмаһы, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, шәжәрәләрҙе өйрәнеп, халыҡтың аҫыл ынйыларын киләсәк быуынға бөтә сағыулығында тапшырыу, тирә-яҡҡа танытыу өсөн бөтә тырышлығын, йөрәк көсөн һала. Ойошманың йор һүҙле, алсаҡ, аҡ күңелле һылыуҙары – Әнисә Әлмөхәмәтова, Сатиға Даянова, Гөлфиә Хөсәйенова, Әминә Әминева, Әлфинә Әфлитунова, Сатура Әлмөхәмәтова, Рәзилә Иманғолова, Сәриә Дәүләтова, Рәфинә Иҫәнғужина, Лена Кандарова, Минилиә Ҡорманаева, Тәслиә Сәхипова, Зилә Сафина, Зәлифә Туҡтарова, Әлфирә Фәттәхова, Лилиә Сәлихова, Нурия Иҙри­совалар – йәшәү дәрте өләшеүсе, йәштәрҙе үҙҙәре артынан эйәртеүсе уңғандар. Бөтә ергә өлгөрә улар: донъяһын да гөл итеп көтә, ейән-ейәнсәрҙәрен дә баға, ауылдағы бар сараны ла уҙғара, бәйге-концерт­тарҙа, спорт ярыштарында ла ҡатнаша. Әйткәндәй, үҙҙәре артист та, сәсән дә, ашнаҡсы ла, ҡул эштәре оҫтаһы ла, спортсы ла, музей-күргәҙмәләр ойоштороусы ла инде.
«Мин – тыумышым менән Түбәнге Хәжәттән. Шишмә ҡасабаһында йәшәп, ике йыл элек ауылға әсәйемде ҡарарға ҡайттыҡ. Бер ҡыҙ, ике ул үҫтерҙек. Әле дүрт ейән-ейәнсәрем бар. Тормош иптәшем хаҡлы ялда булһа ла, эшләй, ә мин кранда машинист булдым, әле өйҙә ейәндәрҙе ҡара­шам, баҡсала емеш-еләк, сәскәләр үҫтерәм, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Әнисә Мостафа ҡыҙы ойошторған «Фатима» фольклор төркөмө миңә йәшәүгә дәрт, сәм өҫтәй», – ти ойошмаға йөрөүҙән кинәнес тапҡан Рәфинә Иҫәнғужина.
Әйткәндәй, төркөмдөң иң өлкән ағзаларының береһе – 85 йәшлек Гөлсирә Мөхәммәтйәнова менән Фәтих Ғилметдинов һәр сараға бәҫ өҫтәүсе матур пар. «Башҡортостан ҡыҙы» килә тип, тәмле балан бәлеше бешереп алып килгәндәр. Шаян телле, йор һүҙле, йәш сырайлы инәй менән бабайҙан йәшәү көсө бөркөлә.
Түбәнге Хәжәттең тағы бер йәме – 94 йәшлек Мәрйәм инәйҙең йәштәргә тиң йәшәү ҡомары һоҡландыра. Уның өс улы ла ошо ауылда төпләнгән. Ә оло кеше өсөн иң мөһиме – балаларының, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын тойоу. Инәйҙең ғаиләлә генә түгел, ауылда абруйы ҙур. Асаповтар – ошо яҡтың тырыш, өлгөлө ғаиләләренең береһе, тәрбиә нигеҙҙәре, халҡыбыҙға хас күркәм йолалар, быуындар бәйләнеше һаҡланған ныҡлы нәҫел.
«Фатима» ойошмаһы етәксеһе, ҡасандыр Баймаҡ районынан килен булып төшкән һәм тиҫтә йылдар эсендә ошо бәрәкәтле ергә берегеп, матур донъя көткән Әнисә Мостафа ҡыҙы Әлмөхәмәтова ауылы һәм уның тарихы, рухлы яҡташтары, башҡарған изге ғәмәлдәре хаҡында дәртләнеп туҡтауһыҙ һөйләргә риза. Ә бит ысындан ғорурланырлыҡ эштәре бихисап. Хәжәттәр төрлө сараларҙа, программаларҙа теләп ҡатнаша...


Булат МАЛИКОВ фотолары.
Шишмә районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Мең биҙәкле мең ырыуы
Мең биҙәкле мең ырыуы
Мең биҙәкле мең ырыуы
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: