+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
23 Сентябрь 2022, 11:17

Туған телгә һөйөү менән

Өфө районы Алексеевка урта мәктәбендә Өфө районы башҡорт теле уҡытыусыларының быйылғы уҡыу йылындағы тәүге методик берләшмәһе ултырышы үткәйне. У

Туған телгә һөйөү менән
Туған телгә һөйөү менән

Унда район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюздар, башҡорт ҡоролтайы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Альбина Хәлит ҡыҙы Әхмәтдинова уҡытыусыларҙы йәмәғәт эштәрендә, республика буйынса үткәрелгән бәйгеләрҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Башҡорт теле буйынса методист Әлфиә Хисмәтулла ҡыҙы Суфьянова, үткән йылға йомғаҡ яһап, Рәмилә Усман ҡыҙы Шәриповаға, Мөнирә Әлтәф ҡыҙы Мәүлетбаеваға, Минзиә Рашат ҡыҙы Йомалинаға, Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сәфетдиноваға, Гөлнара Әғләм ҡыҙы Фәрхетдиноваға Өфө районы хакимиәте мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ 2015 йылдан методик берекмә етәксеһе эшен башҡарған Светлана Вәлишинаға рәхмәт белдерҙе. Киләһе йылдан был йөктө Шамонин урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Шәрипова тартасаҡ.
Ултырышта «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыу, әҙәбиәт, шиғриәт хаҡында ла һүҙ барҙы.
Уҡытыусылар, яңы йүнәлештәр билдәләп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алып, күтәренке рухта таралышты. Аралашыу биргән шатлыҡ күңелдәрҙе оҙаҡ йылытыр әле.

Автор:
Читайте нас: