Шағирҙар ауылы Ғәбдрәфиҡ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың үҫкән ауылы булыуы менән ул беҙҙе үҙенә тарта төҫлө тойолдо. Ә инде һәләтле композитор, «Сәсән» ижади берекмәһе етәксеһе Әлфиә Агееваның тыуған йортона ингәс, күңелде рәхәтлек солғап алды. Әлфиә апай Мәскәүҙән йыш ҡайта алмаһа ла, уның апайы Өфөлә йәшәгән Гөлсирә Миңлеғәлләм ҡыҙының бында юлы йышыраҡ төшә. Атай йортон ҡыҙҙарҙың иҫ киткес ҡәҙерләп тотоуы күңелде йомшартты. «Ошонда картуфлыҡ булды. Йәшелсә-емеше лә ишелеп уңа ине», – тип хәтирәләргә бирелә Гөлсирә апай. Атай-әсәй ултыртҡан алмағастарҙан тупылдап алмалар ҡойола, сейәләр тамылйыша. Үҙҙәре генә мәңгелек йорттарында. Гөлнәфис Хәким ҡыҙы менән Миңлеғәлләм Ибраһим улы 52 йыл бергә татыу ғүмер иткән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, концлагерь ғазаптарын үткән атайҙары шиғыр яҙған. Әсәләре 87 йәшен тултырып баҡыйлыҡҡа күскән. Балаларына улар илһөйәрлек тойғоһо биреп ҡалдыра алған. Шулай булмаһа, Әлфиә апай Мәскәү тиклем Мәскәүҙән ҡайтып, ырыуҙаштарын туплар көс-ҡеүәт таба алыр инеме? Быуаттар буйы ошо ерҙәр өсөн ҡан ҡойған ата-бабаларының рухы уяна унда. Туҡ-Соран башҡорттарының боронғо аңын, рухын, ҡотон ҡуҙғытҡан осҡон була ул ғүмер биргән «Тыуған яҡ шишмәләре».
«Мәргән уҡсы» хәрәкәтен ойоштороусы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең традицион, халыҡ уйындары буйынса әйҙәүсе белгесе Юлай Ғәлиуллин һәм Әбйәлил районы Байым ауылы күп тармаҡлы моделле мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин Ғәбдрәфиҡ ауылы балаларына уҡ атыу, милли уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Ололар ҙа кереш тартып ҡараны. Ғаиләләрендә башҡортса аралашҡан балаларҙың туған телде яҡшы белеүе лә һөйөндөрҙө. Малайҙар-ҡыҙҙар уҡтары сәпкә тейгәндә ата-бабаларының мәргәнлеге, етеҙлеге, милли уйындарыбыҙҙың ниндәй мәғәнәле булыуы хаҡында уйланғандыр.
Фестиваль гөрләне
Яңы Сергиевский районы Мерәҫ ауылы янындағы уйпат урында, Мөхибә тауы итәгендә, Ырымбур өлкәһе башҡорттарының «Тыуған яҡ шишмәләре» фольклор фестивале гөрләне. Орск ҡалаһынан килгән, сығышы менән ошо ауылдан булған 4 бала атаһы Райман Сатучин үҙен юрматы ырыуынан тип танытты. Ул элек-электән был ерҙәр башҡорттарҙыҡы булыуы, ҡалмыҡтар барымтаға килгәс, башҡорт һылыуы Мөхибә ҡалмыҡ уғынан яраланып, аты менән сабып барып баҫҡынсылар ябырылыуы тураһында милләттәштәренә хәбәр итеүе, уларҙың ярҙамға килеп етеүе, батыр ҡыҙҙың һәләк булыуы, уны хөрмәтләп шул тау битенә күмеүҙәре һәм тауға уның исемен биреүҙәре хаҡында һөйләне. Мөхибә тауында яу һөҙөмтәһендә ике ҡалмыҡ һәм өс башҡорт ҡәбере барлыҡҡа килә, ошо риүәйәт быуындан-быуынға тапшырыла икән.
400-гә яҡын кеше йыйылған байрамда Ырымбур өлкәһенең Яңы Сергиевский, Переволоцкий, Александровский, Красногвардейский райондары фольклор коллективтары ярҙамында башҡорт ҡатын-ҡыҙының тыуғандан алып ғүмер ахырынаса оҙата килгән йолалар күрһәтелде.
Ялан сәхнәһендә «Дала сәсәндәре» көсө менән ойошторолған «Тыуған илем – туған телем» шиғриәт бәйгеһе гөрләне. Ойошма етәксеһе Ҡотдос Вәхитов Туҡ-Cоран сәсәндәр мәктәбе менән дә таныштырҙы. Алдан иғлан ителгән «Тыуған төйәк легендалары» балалар һүрәттәре бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Әлфиә Агеева, «Сәсән» ижади берекмәһе етәксеһе, «Тыуған яҡ шишмәләре» фестивале проекты авторы һәм ойоштороусыһы:
– Фестивалде ике йыл туҡталып ҡалғандан һуң үткәрә алыубыҙға шатмын. Әүҙем ҡатнашып, уның ни өсөн уҙғарылыуын аңлағандарына яҡташтарыма рәхмәт. Былай ғына йырлап-бейеп күңел асып йөрөү түгел, ә төптән алып барылған эш ул. Ошонда тыуып үҫкән ҡыҙ булараҡ, беҙҙең яҡтың халыҡ йырҙары, кейемдәре, йолалары юғала барыуына эсем бошто. Түшелдеректәр дөрөҫ эшләнмәгәненә иғтибар иттем. Ни башҡортса, ни татарса түгел, кейенеп фотоға төшәләр, башҡорт байрамы үтте, тип яҙа инеләр. Шуға йәнем әсеп башланған эш ул. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Айҙар улы Әлибәковҡа мөрәжәғәт иттем, уға ҙур рәхмәт – ошо өлкәләге белгестәрҙе йәлеп итте. Ырымбур өлкәһендә фольклор, милли кейемдәр буйынса хәҙер Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина кураторлыҡ итә. Уның фольклор, костюмдар, милли биҙәүестәр буйынса алып барған оҫталыҡ дәрестәре шул ҡәҙәрем урынлы булды. Халыҡ уны ишетте, ул күрһәткәнсә матур итеп һаҡал-хәситәләр эшләп кейҙе, зауыҡлы күлдәк-камзулдар тектерҙе.
Был юлы фестивалгә фольклор белгестәре Гөлгөнә Баймырҙина, Юлай Ғәлиуллин һәм Марс Сәйетғәлиндың килеүе беҙҙе бик ныҡ күтәрҙе. «Башҡортостан ҡыҙы»на, уның йөҙөндә баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваға рәхмәтлемен. Рухи терәк, халыҡты ҡуҙғытып ебәреүсе көс булды баҫма.
«Тыуған яҡ шишмәләре» фестивале 3-сө тапҡыр ойошторолоуы менән дә әһәмиәтле. Тәүгеһе Ҡаран ауылында, икенсеһе Иҫәнгилделә үткәйне. Ҡурҡмайынса башлап ебәреү иң ҡыйыны булғандыр. Үҙебеҙҙең хәләл көс менән алып барып сығарҙыҡ. Башланғысында ойоштороп йөрөгән Лена Итҡоловаға рәхмәтлемен. Ҡотломбәт ауылынан оҫта бейеүсе Сафия Ғабзалилова, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, сараны үткәреүҙән тайпылманы. Икенсе фестиваль Сәғит Агиш һәм Хисмәт Юлдашевтың тыуған ауылы Иҫәнгилделә ойошторолдо. Быйылғы фестивалдең үтеүенә Диләрә Сатучина күп көс һалды. Мерәҫ – бик боронғо, күренекле кешеләргә бай ауыл. Бында башҡорт йолаларын һаҡларға тырышҡан халыҡ йәшәй. Баштан уҡ беҙҙең менән килгән Ғәбдрәфиҡ ауылынан «Яңауыл» фольклор коллективы етәксеһе Гөлсөм Зөфәр ҡыҙы Вәхитова бер төркөм апайҙар менән йолаларыбыҙ тип янып йәшәй. Яңы Сергиевский районының Ҡотош ауылынан Тәнзилә Дауытова беҙҙең проектта ҙур ғына эш алып бара. Йәштәрҙе, балаларҙы күпләп йәлеп итә. Улы Зәбир Дауытов Мәскәүҙә ҡумыҙ буйынса бәйгелә беренсе урын алды. Иң мөһиме – беҙҙең яҡтағы йолаларҙы, костюмдарҙы тергеҙеү башланды. 2021 йылда Ырымбурҙа сәсәндәрҙе, шағирҙарҙы берләштереүсе «Дала сәсәндәре» ойошмаһын астыҡ. Етәксеһе итеп Ҡотдос Вәхитов тәғәйенләнде. Фестивалдә уларҙың сығыштарын халыҡ яратты, бер сәғәттән ашыу сәхнәне шиғыр биҙәне. Балалар ҙа бик ихлас ҡатнашты. Бәләкәстәргә һүрәттәр бәйгеһе лә әһәмиәтле булды. 22 октябрҙә Мәскәүҙә конкурста ҡатнашҡан балаларҙың эштәренән күргәҙмә яһаясаҡбыҙ. Үткәргән һайын фестивалдең кимәле күтәрелә, эшебеҙ уңышлыраҡ сыға. Яңы Сергиевский районы хакимиәте башлығы А.Д. Лыковҡа, урынбаҫары Л. А. Плужниковаға һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе В.В. Поповҡа, Кувай ауылы хакимиәте башлығы В.В.Леденевҡа рәхмәтемде еткерәм. Уларҙың ойоштороу эшенә яуаплы ҡарауына, фестиваль аҙағынаса халыҡ араһында йөрөүенә һөйөндөм. Күркәм байрамыбыҙға һәр кем ихлас күңел менән үҙ өлөшөн индерҙе. Ҡыуандыҡ, Орск яҡтарынан килгән ҡунаҡтар Әлфирә Бабамөхәмәтова, сәсәндәр бүлегендә сәсәниә, йырҙар авторы Миңзирә Аҡҡошова ла байрамға йәм өҫтәне. Быйыл ошондай фестивалде Ҡыуандыҡ яғында ла үткәрергә уй бар ине. Әммә яйы сыҡманы. Был ниәткә йәнә лә әйләнеп ҡайтырбыҙ. Фестивалдең бер өлөшөндә туғандаш халыҡтарҙы саҡырып ҡатнаштырырға кәрәк, тип ниәтләйбеҙ.
Ырымбур уйындарын да ойошторор инем. Гармунсылар күп Ырымбурҙа. Беҙҙең яҡтарҙың киске уйындары үҙенсәлекле. «Ситән», «Перелетный», «Кристанец» – русса әйтелгән уйындар булһа ла, башҡортса алып барыла. Башҡа милләттәр – урыҫ, ҡаҙаҡ менән аралашып, дуҫ йәшәүҙең һөҙөмтәһе ул. Фестиваль һылтауы менән мәҙәниәттең матди-техник тәьмин ителешен үҫтерегеҙ, бағыусыларҙы йәлеп итегеҙ, күтәрелеп ҡалығыҙ, тип кәңәш бирәм рухташтарыма. Ауылға ярҙам, иғтибар кәрәк. Яҡташтарымды Мәскәүҙәге сараларҙа ҡатнашырға саҡырып алам. Дәртләнеп китә улар. 2019 йылда «Торатау» Конгрес-холында «Сәсән»дең концертына Ырымбурҙан ете коллектив килеп сығыш яһаны. Ошо мөмкинлек өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҙур рәхмәт. Беҙ дәртләндек, бер башҡа үҫтек. Өфө беҙҙе тағы ла шулай ҡаршы алыр, тип өмөтләнәбеҙ. Октябрҙә «Сәсән»дең барлыҡҡа килеүенә ун йыл тулыуға арнап, Мәскәүҙә ҙур ғына сара ойошторасаҡбыҙ. Яҡташтарымды, Башҡортостандан дуҫтарыбыҙҙы саҡырам.
«Тыуған яҡ шишмәләре» фестиваленең ҡуйған маҡсаттары бер генә йүнәлештә түгел. Әһәмиәте – халҡыбыҙҙың рухын күтәреү, йолаларын, милли кейемдәребеҙҙе һаҡлау, тергеҙеү, балаларға ошо сикһеҙ хазинаны тапшырып ҡалдырыу. Киләсәктә лә уның гөрләп үҙ юлынан барыуын теләйек.
Автор фотолары.
Ырымбур өлкәһе.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.