Рәсми сығанаҡтарҙа, Ҡыпсаҡ-Асҡар 260 йыл элек барлыҡҡа килгән, тип теркәлгән. Ләкин ауыл зыяратындағы ҡәбер таштарында уйылған мең дә дүрт йөҙөнсө йылдарҙағы яҙмалар, ул бик күпкә боронғораҡ, тип фаразларға мәжбүр итә.
...Дәүерҙәр зилзиләләренә ҡаршы тороп, яугир ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарман рухын, аҫыл әҙәбен һәм ипле дәрәжәһен, ҡабатланмаҫ яғымлы һөйләшен – ике теш араһынан ебәк һымаҡ һыҙылып ҡына сыҡҡан, Һ урынына әйтелеүсе йомшаҡ һәм үтә боронғо Ҫ өнөн, үҙенә генә хас моңон һаҡлап ҡалған тыуған ауылым. Боронғолоҡ йәндәренә күскән ауылдаштарым бының менән, ҡысҡырмайынса, эстән генә ғорурлана.
...Имам-хатиб Марат хәҙрәт уҡыған изге доғалар, байрамға фатиха булып, майҙандан Дим буйҙарына, аҡ ҡылғанлы туғайҙарға таралды. Тантананы асып ебәргән ауыл хакимиәте башлығы Әлфәрит Йосопов йыйылыусыларҙы оло юбилей менән ихлас тәбрикләне. Әлфәрит Сабирйән улы ауылдың бөгөнгөһө, уның көндәлек тормошон матур итеп алып барыуға үҙ өлөшөн индереүсе егәрлеләр хаҡында һөйләне, уларҙың тырышлығын Рәхмәт хаттары менән билдәләне.
Ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙы юбилей менән ҡотларға район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов та килгәйне. «Төҙөкләндереү эшендәме, спорт ярыштарындамы, башҡа конкурстарҙамы – ал бирмәйһегеҙ», – тип баһаланы ул батыр ырыу вариҫтарын һәм ауыл данын лайыҡлы яҡлаусыларға район хакимиәтенең Почет грамоталарын, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ул ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың һәр заманда ла талантлы, дәртле, эшсән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Эйе, бәрәкәтле еребеҙҙә тыуған билдәле шәхестәрҙе һанап сығыу ғына әллә күпме урынды алыр ине. Бер нисәһен генә атап үтеү менән сикләнәм: сәхнә оҫталары Ғата Арыҫланов, Ғәшиә Абыҙгилдина, Минзәлә Хәйруллина, Гүзәлиә Әхмәтова, күренекле тележурналист Әнисә Тимербулатова, ғалимә, профессор Миңлегөл Сәғәҙәткирәева, Рәсәй Оборона министрлығының отставкалағы полковнигы Рифҡәт Ғәбитов...
Ашҡынып та, тулҡынланып та юбилейға республика һәм илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән бик күп яҡташтарыбыҙ ҡайтҡайны. Сәнғәтебеҙҙең яҡты йондоҙҙары – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Минзәлә Хәйруллина, нәфис һүҙ оҫтаһы Рәйфә Садиҡова йөрәк түренән сыҡҡан ҡайнар хистәрен йыр-моң, илһамлы шиғри шәлкемдәр менән еткерҙе. Ҡыпсаҡ-Асҡар тарихы тураһындағы китап авторҙарының береһе Таһинур Бәҙретдинова ауылдың үткәненә йөкмәткеле байҡау яһап, төрлө дәүерҙәрҙә ҡаҙаныштары ил кимәлендә юғары баһаланған шәхестәребеҙ тураһында бәйән итте. Яу һәм хеҙмәт батырлыҡтары өсөн ордендар менән бүләкләнеүселәрҙең һәр береһен атап, уларҙы онотмаҫҡа саҡырҙы.
Мин иһә «Башҡортостан ҡыҙы»ның тоғро дуҫтарына – күркәм ғаиләләрҙең береһе, ярты быуаттан ашыу бергә матур ғүмер иткән Ғәлиә менән Ғайсар Садиҡовтарға, яҙмышын китапхана эшенә арнаған хеҙмәт ветераны Мәрйәм Ғималетдиноваға, рухиәтебеҙҙе үҫтереүҙә оҙаҡ йылдар емешле эшләгән мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Гөлгөнә Татлыбаеваға һәм китапхана мөдире Рәмзиә Иманғоловаға журнал исеменән Рәхмәт хаттары алып ҡайтҡайным. Күрше Сурай ауылы ҡыҙы, меценат, «Румикс» йәмғиәте етәксеһе Минзәлә Фазлетдинова ебәргән бүләкте – Ҡөрьән-Кәримдең башҡортса шиғри тәржемәһен мәктәпкә һәм мәсеткә тапшырҙым.
Байрам алдынан ауылдаштарым геү килеп, хатта бәйге ойоштороп, донъяларын матурлаған. Йорттарын сынъяһауҙай иткән хужалар һәм хужабикәләрҙең, ихаталарын гөл-баҡсаға әйләндергән сәскә үҫтереүселәрҙең исемдәрен сәхнәнән яңғыраттылар.
Бәлки, олоно – оло, кесене кесе ит, тигән аҡылды тотоп йәшәүҙәре лә бәрәкәт өҫтәйҙер яҡташтарыма? Ауылдың иң өлкән кешеләре – 92 йәшлек Камилә инәй Собханғоловаға һәм 94 йәшлек Барый бабай Ғәлимовҡа, тоғролоҡ һәм татыулыҡ өлгөһө булып 64 йыл бергә ғүмер кисереүсе Рәсимә Татлыбай ҡыҙы менән Сабирйән Шәймәрҙан улы Йосоповтарға булған сикһеҙ ихтирамды улар көслө алҡыштар менән белдерҙе. Ойоштороусылар шулай уҡ Ҡыпсаҡ-Асҡарҙың тарихын дауам итәсәк яңы тыуған сабыйҙарҙы атап, уларға бәхетле яҙмыш юраны.
Берәү ҙә онотолманы был көндә, һәр кемдең күңелен үҫтерерҙәй йылы һүҙҙәр табылды. Исем-шәрифтәре Ҡыпсаҡ-Асҡар йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған хеҙмәт ветерандары – ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ҡулланыусылар кооперацияһы уңғандары, фиҙакәрлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, шатланып ултырҙы.
Сәхнәнән көн дауамында илаһи йыр-моң ағылды, ялҡынлы бейеүҙәрҙең осҡоно йөрәктәргә күсте.
Ҡыпсаҡ-Асҡарҙың бөгөнгөһөндә, көҙгөләгеләй, республикабыҙҙың яңырыш кисереүсе ауылдарының рух күтәренкелеге сағыла. Ауыл үҫә, яңы йорттар ҡалҡып сыға, тыуған тупраҡ тартыуына буйһоноп, ситтә йәшәгәндәр күсенеп ҡайта. Яҡташтарым ҙур теләк менән «Айыҡ ауыл» хәрәкәтенә ҡушылған, урындағы башланғыстар программаһында әүҙем ҡатнашырға ынтыла. «Ниәттәребеҙҙе халыҡ күтәреп алмаһа, район етәкселеге хуплап тормаһа, алға китеш булмаҫ ине», – ти хакимиәт башлығы Әлфәрит Йосопов.
...Ынйы ла мәрйен кеүек теҙелеп киткән
Ҡыпсаҡ-Асҡарҙың да урамы.
Эскән һыуы уның йәмле Димкәй,
«Туҡсаба» ла булыр ораны...
Дәүерҙәр аша килеп еткән был юлдарҙы аҡ доға итеп ҡабатлайым. «Туҡсаба!» тигән оран менән яу сапҡан бабабыҙ ғәййәр һуғышсы ла, ижадсы ла булған: аҡ балсыҡ менән аҡланған өйҙәрҙең тигеҙ урамға һуҙылыуын ынйы-мәрйен менән сағыштырыуы уның сәнғәти шәхес икәнлеген һөйләй. Айбарлы ырыу вәкилдәренең киң яландарға бай, бер яғынан – бормаланып Дим аҡҡан, икенсе яғынан меңйыллыҡтар серен һаҡлаусы Сатыртау, Эткенәйтау ултырған урынды төйәк итеүе лә уларҙың матурлыҡҡа ғашиҡ йән булыуын дәлилләй.
Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың, дәүерҙәр дауамында уны үҫтереүгә үҙ яҙмышын арнап, мәңгелеккә күскән ҡартатай-өләсәйҙәребеҙҙең, атай-әсәйҙәребеҙҙең рухы шат булғандыр изгелек нурына ҡойонған был көндә. Күңелдәргә дәрт, сәм, ғәм өҫтәгән тантана туғанлыҡ ептәрен нығытты, бер күс булып көн иткәндә ҡот һәм ырыҫ артасағына инандырҙы. Ошо ерҙә кендек ҡаны тамған барса балаларын туплап, йәшәү ҡөҙрәте менән һуғарҙы йәнтөйәгебеҙ.
Быуаттар артынан быуаттар, ҡоролоштар алмашынғанда әлмисаҡтан килгән тәрәнлеген юғалтмаған ул – Ҡыпсаҡ-Асҡар тигән башҡорт ауылы. Ер йөҙөндә тереклек булғанда ул йәшәүен дауам итәсәк.
Әлшәй районы.