Ике туғандаш халыҡтың сағыу йыр сәнғәтен, мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, шулай уҡ тәжрибә туплауҙы һәм уртаҡлашыуҙы, йәш һәләттәрҙе асыуҙы, уларға ҡанат ҡуйыуҙы маҡсат итеп алған һөнәри йыр бәйгеһе йылдан-йыл ҙур абруй ҡаҙана бара. Ун бер йыл дауамында ошо проектты лайыҡлы тормошҡа ашырған авторы, «Иҙел» фонды етәксеһе Лилиә Бәҙәмшина, үҫеш буйынса директоры Диана Байтурина быйыл да йыр-моңға ғашиҡ тамашасылар хөкөмөнә күркәм концерт программаһы тәҡдим итте. Фестивалгә, һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, 35 ҡатнашыусы сыҡты. Башҡортостан менән Татарстандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған, урта һәм юғары сәнғәт уҡыу йорттарында белем алған йәш таланттар, әйтергә кәрәк, киң репертуар, профессионал йырлау оҫталығы, күңелдәрҙе тирбәлдергән хисле моң менән йөрәктәрҙе арбаны.
Гала-концерттың рәсми өлөшөндә Заһир Хәкимов, Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы исеменән Лилиә Бәҙәмшинаға рәхмәт белдереп, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Рәсәй Дәүләт Думаһының милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигиндан Хөкүмәт телеграммаһы ла бәйгегә мәртәбә өҫтәне.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев етәкселегендәге абруйлы баһалама ағзалары: Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, Татарстандың халыҡ артисы Мөнир Яҡупов, «Башҡортостан» концерт залы директоры Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев кеүек билдәле сәнғәт әһелдәренә еңеүгә дәғүә иткән таланттар араһынан иң-иңдәрҙе һайлау, ай-һай, еңел булмағандыр. Жюриҙа шулай уҡ йәштәрҙең – уҙған йылдар лауреаттары Зилиә Бәхтиева (2013 йыл) менән Рәфис Сирусиндың (2014 йыл) ҡатнашыуы мәҙәни сараның мәғәнәһен арттырҙы, офоғон киңәйтте.
«Йылдан-йыл әҙерлекле, көслө тауышлы ҡатнашыусылар мөрәжәғәт итеүе һөйөндөрә. Конкурс талаптарына ярашлы, ебәрелгән видеолар ентекле ҡарала, иғтибарға лайыҡтары күп, әммә бәтәһен дә үткәреп булмай, финалға иң талантлылар ғына сыға. Мәҫәлән, 12 йәшлек Амелия Феофанова тарихи «Тәфтиләү»ҙе тетрәндергес йырлауы менән барыһын хайран итте. Ә «Сыңрау торна» ниндәй шишмә тылсымылай таҙа, ҡеүәтле яңғырай башҡорт ҡыҙы Динә Шәрипованың башҡарыуында?! – тип һоҡланыуын белдерә жюри ағзаһы, танылған йырсы Флүрә Килдейәрова. – Эйе, өмөтлө балалар күп. Киләсәктә Өфө, Ҡаҙан институттарына инеүселәр булыр, Аллаға шөкөр. Проект кескәйҙәргә, йыр-моң донъяһын байҡап, үҙ көсөн һынап ҡарарға һәм оло сәхнәлә тәүге «сирҡаныс» алырға ярҙам итә».
Конкурста еңеүселәр «Балалар йырлай», «Башҡорт халыҡ йыры» (оҙон көй), «Татар халыҡ йыры» (оҙон көй), «Академик йыр», «Иң яҡшы дуэт йәки коллектив», «Башҡорт эстрада йырҙарын иң оҫта башҡарыусы», «Татар эстрада йырҙарын иң оҫта башҡарыусы» номинациялары буйынса билдәләнде. Талантлы балалар күп булғанлыҡтан, быйыл тәүге тапҡыр «Балалар йырлай» номинацияһы ике төркөмгә: бәләкәстәргә һәм үҫмерҙәргә бүленеп баһаланды. Кескәйҙәр араһынан Милина Хәйруллина, «Аҡ ҡайын» йыры менән уңышлы сығыш яһап, беренселекте алһа, үҫмерҙәрҙән лауреат исеменә Амелия Феофанова лайыҡ булды. «Тәфтиләү» уның башҡарыуында яңы саф һулыш алды. «Юғары кимәлгә эйә сәнғәт йондоҙҙары менән бер оло сәхнәлә сығыш яһау минең өсөн ҙур баһа. Өләсәйемдең тауышы моңло булған, тик сәнғәттә уҡыу мөмкинлеге теймәгән. Уның теләге буйынса әсәйем мине музыка мәктәбенә алып барҙы. Башҡортостанға ла әсәйем менән килдек, абруйлы фестивалдә уңышҡа өлгәшеүемә сикһеҙ бәхетлемен», – тип ҡыуанысы менән бүлешә Татарстандың Бейектау ауылынан килгән Амелия Феофанова.
«Тауыш. Балалар» телевизион шоуы финалсыһы һандуғас тауышлы Сәйҙә Мөхәмәтйәнова, «Һаҡмар һыуы» йырын башҡарып, «Татар халыҡ йыры» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исемен яуланы. «Иҙел» фестивалендә тәүгә сығыш яһайым, бәйге миндә онотолмаҫ яҡты тәьҫораттар уятты, шундай мәҙәни саралар күберәк булһын ине, сөнки улар үҫтерә, ижади ҡеүәт, этәргес көс бирә. Ойоштороусыларға һәм миңә ошо тәрән мәғәнәле халыҡ йырын өйрәткән уҡытыусым Венера Гәрәеваға рәхмәт. Ул үҙе мәрхүмә инде. Әммә уның оҙон көйгә булған сикһеҙ һөйөүе һәр нотала сағыла һәм, йырлауыма ҡушылып, көслөрәк яңғырашына булышлыҡ иткәндәй», – ти Сәйҙә.
Конкурстың тағы бер сағыу күренеше – Әзербайжан ҡыҙы, Ҡаҙан консерваторияһы студенты Нахида Ахвердиеваның сығышы үҙенсәлеклеге менән күңелдәргә уйылды.
«Академик йыр» номинацияһында Эльвина Әхмәтйәнова Рәми Ғарипов һүҙҙәренә Абрар Ғабдрахманов ижад иткән «Таңдағы йыр» романсы өсөн беренсе дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. «Романста һүҙҙәр менән көй, бер-береһен тулыландырып, көслө кисерештәр уята. Бөгөн үҙем менән ҡәнәғәт булһам да, бөйөк шағир тасуирлаған тәрән хисте, нескә һағышты еткерергә моң аһәңем, күңел көсөм еттеме икән, тип тә уйлап ҡуям. Киләсәктә ынтылыр бейеклектәр бар әле», – тип кисерештәрен бәйән итте Эльвина.
«Иң яҡшы дуэт йәки коллектив» номинацияһында «Көтәм һине» йыры менән Татарстандың Түбән Кама ҡалаһынан Диана Карпова менән Рәзил Шараповтың дуэты, шулай уҡ замансаға үҙгәртелгән «Әүһәләй» йыры менән «Шаңдау» төркөмө еңеүсе тип табылды. Башҡорт халыҡ ҡоралдарында оҫта уйнаған һылыуҙар, «Шаңдау» төркөмөндә сығыш яһау менән бер рәттән, Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә бәләкәстәргә йыр-моң серҙәрен дә өйрәтә икән.
«Башҡорт эстрада йырҙарын иң оҫта башҡарыусы» тип Айбулат Ғиләжетдинов билдәләнһә, «Татар эстрада йырҙарын иң оҫта башҡарыусы» номинацияһында Илдар Насиров лауреат исеменә лайыҡ булды. «Ойоштороу кимәле оҡшаны: һәр кемгә тейешле иғтибар, һәр сығыш ныҡлы уйланылған, эҙмә-эҙлеклелек һәм тәртип хөкөм һөрә. Ситтән килеүселәргә торлаҡ һәм туҡланыу өсөн хафаланырға кәрәкмәй. Бар мәшәҡәттәрҙе, сығымдарҙы ойоштороу комитеты үҙ хәстәренә алған. Шуға күңелгә тыныс. Әйҙә, йырла ғына», – ти бер тауыштан ҡатнашыусылар, «Иҙел» халыҡ-ара фестивален ойоштороусыларға йылы мөғәмәләһен, рәхмәтен белдереп.
Сәхнәләге һәр сығышты тамашасылар ялҡынлы алҡыш менән тәбрик итте, еңеүселәр, сағыу сәскәләр гөлләмәһе, иҫтәлекле бүләктәр алып, киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып, күтәренке кәйефтә таралышты. Һәләтле йәш быуын үҫтереүгә, мәңгелек йырҙарыбыҙ аша фәһемле тарихтарыбыҙға «сәйәхәт ҡылып», йөрәктәребеҙҙә ҡуҙ ҡабыҙып, мәҙәниәтебеҙгә, телдәребеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән «Иҙел»дең шифалы тулҡыны халыҡҡа артабан да изге мәнфәғәттә хеҙмәт итһен.