+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
25 Ноябрь 2021, 12:09

“Ашҡаҙар” радиоһында Театр көнө

25 ноябрҙә республиканың “Ашҡаҙар” радиоһында  Театр көнө үтә. Эфирҙа көн дауамында барған тапшырыуҙар республика театрҙары эшмәкәрлеге менән таныштыра.  Тыңлаусыларға башҡорт театр сәнғәтенең аҫыл вәкилдәре ҡатнашлығындағы сығарылыштар тәҡдим ителә. Уларҙың геройҙары Рәсәйҙең, Башҡортостандың данлыҡлы артистары Олег Ханов, Фидан Ғафаров, Риф Сәйфулин,  Рауил Ғәлин, Олег Килмөхәмәтов, билдәле режиссер Рөстәм Хәкимов һәм башҡалар. Моңло тулҡындарҙа йырсы актерҙар башҡарыуындағы йырҙар һәм театр  тураһында арҙаҡлы шәхестәр әйткән фекерҙәр ҙә яңғыраясаҡ.

“Ашҡаҙар” радиоһында Театр көнө
“Ашҡаҙар” радиоһында Театр көнө

Халҡыбыҙ тормошонда театр сәнғәтенең әһәмиәте бар замандарҙа ла ҙур булып ҡала. Беҙҙең республикала театрҙы ифрат үҙ итәләр. Спектаклдәрҙән кемдер ғибрәт, кемдер үрнәк ала. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе бер аҙ ситкә ҡуйып, театрға барыу, күптәргә оло кинәнес, ҡабатланмаҫ ял минуттары бүләк итә.

Театр!
Уйландырған, моңландырған да һин!
Мин ни ҡылыр инем, йә, һинһеҙ,
Һине белмәй, күрмәй йәшәһәм, мин
Булыр инем ниндәй бәхетһеҙ!

Билдәле шағир Рафаэль Сафин театр тураһында шулай тип яҙа.  Ундағы тамашалар халыҡҡа рухи аҙыҡ бирә, мәҙәни ярҙам, йыуаныс булып тора.

Башҡортостанда барыһы 12 дәүләт театры бар. Улар бөгөнгө тамашасы зауығына һәм шул уҡ ваҡытта донъя театр сәнғәте талаптарына тап килгән репертуар сәйәсәтен формалаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара. Шуға күрә театр репертуарҙарында милли драматургия менән бер рәттән рус һәм сит ил классик һәм заман авторҙары әҫәрҙәре лә урын алған. Беҙҙең театрҙар халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулай.

Театр көнөндә «Ашҡаҙар» радиоһы журналистары үткәндәрҙе барлап,  бөгөнгөнө байҡап ҡына ҡалмаясаҡ, театрҙың киләсәге ниндәй булыр тигән һорауға ла яуап эҙләйәсәк. “Беҙҙең донъя” тапшырыуында иһә йәш актерҙар тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Улар менән әңгәмә тура эфирҙа 12.15 сәғәттә башлана. Студия ҡунаҡтарына һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр: 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Автор:
Читайте нас: