Бөгөн 4 ноябрҙә Рәсәйҙең Дәүләт байрамы – Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Шуға ла нәҡ бөгөнгө көн «тирә-йүнен моңға сарнап аҡҡан «Ашҡаҙар» радиоһында «Дуҫлыҡ» көнө тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан эфир тулҡындарына махсус тапшырыуҙар сыға. Улар раһында «Ил ҡөҙрәте – халыҡтар дуҫлығы» радиокомпозицияһы, «Берҙәмлектә – көсөбөҙ» һәм «Башҡортостан – дуҫлыҡ иле» тип исемләнгән концерт, «Дуҫтар йыры – минең йырым», «Татыулыҡ – байлыҡтан артыҡ» кеүек Башҡортостандың алтын фондынан» алынған тапшырыуҙар тыңлаусылар күңеленә хуш килер.
Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын, композиторҙарҙың лирик һәм шаянәҫәрҙәрен оҫта башҡарыуы менән танылыу алған халыҡтар дуҫлығы йырсыһы Мәғфирә Ғәлиеваның нисек итеп төрлө милләт йырҙарын өйрәнеү серен журналистика ветераны Фәниә Сөләймәнова еткерер. Ябай ауыл ҡыҙы рус, үзбәк, мари, әрмән, ҡалмыҡ һәм башҡа алтмыш милләт телендә йырҙар башҡарыу оҫталығына нисек эйә булған? Хыялдары йылдар аша тормошҡа ашып Башҡортостандың халыҡ артисы исемен яулаған Мәғфирә Ғәлиева Мәскәүҙә кемдән дәрестәр алған? Бөгөн «Ашҡаҙар»ҙы тыңлап ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап ишетергә мөмкин.
Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән шағирә Фәниә Чанышеваның шиғырҙары Рәсәйҙең халыҡ артисы Нурия Ирсаева уҡыуында яңғырар.
Яҡташыбыҙ, фекерҙәшебеҙ ике республиканың дуҫлыҡ күперен тоташтырыусы халыҡ шағиры Роберт Миңуллиндың Баймаҡта үткән ижади сәйәхәте тураһындағы яҙма хәтерҙе яңыртыр. Әңгәмәнең авторы танылған публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов башҡорт менән татар халыҡтарының уртаҡ йолалары, дуҫлыҡ ептәре хаҡында фекер алышыр. Унан тыш Башҡортостандың халыҡ артистары Хәмит Яруллин, Әхәт Мортазиндың тауышын ишетерһегеҙ. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев менән әңгәмә мәңгелек ҡиммәттәр тураһында ҡабаттан уйландырыр.
«Республиканың сәнғәт, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт донъяһын яҡтыртыуҙа үҙ өлөшөн индергән ижади коллектив - Урал Ниғмәтуллин, Фәнүзә Баһауетдинова, Зөмәйрә Сафина, Гөлйемеш Баязитова, Гөлдәр Шәрипова, Зилиә Шаймарҙанова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рөстәм Ҡәҙерғолов быуындар сылбырын өҙмәй уларҙы йәштәргә тапшырыуҙы оло бурысы һанай», - ти «Ашҡаҙар» радиоһының етәксеһе Гәүһәр Батталова.
Моңло радио тыуған Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән халыҡтар дуҫлығын йыр –моң аша сағылдырыуын дауам итә. «Ашҡаҙар» радиоһында киләһе кесаҙна көнө китапханалар темаһына арналасаҡ.
«Ашҡаҙар» радиоһының тапшырыуҙарын ошо һылтанма аша донъяның төрлө мөйөштәрендә тыңлап була: https://bash.news/ashkadar?lang=bash