-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
2 Ноябрь 2021, 15:57

Ваҡыт ҡуласаһында –йәнә киноға!

Билдәле йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт, Удмуртияның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, про­фессор Фәрдүнә Ҡасимова – 86 йәшенә тиклем бар ғүмерен сәнғәт белгестәрен әҙерләүгә арнаған шәхес. Эштән китеүенең иртәгәһенә бөтә Ер шарын тажлы зәхмәт шаңҡыта. Кешеләр, бер-береһе менән аралашыуҙан тыйылып, өйҙәрендә йәшеренеп ятҡан мәлдәрҙә, бар ижади ғаләмде хайран ҡалдырып, Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы киноға төшә. Күптән түгел киң прокатҡа сыҡҡан «Йыл ғаиләһе» фильмында өләсәй ролен башҡара. Беҙ, аслы-туҡлы һуғыш йылы балалары, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайбыҙ, ти героиня.

Ваҡыт ҡуласаһында –йәнә киноға!
Ваҡыт ҡуласаһында –йәнә киноға!

Фәрдүнә Ҡасимова  1954–1958 йылдарҙа Мәскәүҙәге ГИТИС-та танылған Борис Бибиков һәм Ольга Пыжова класында белем ала. Был курста Башҡортостандан бер төркөм студент уҡый. Улар – һуғыш йылдарында ал-ял белмәй эшләгән актерҙар составын яңыртасаҡ, сәнғәт өлкәһен көсәйтәсәк йәштәр.  Бибиков менән Пыжова ВГИК-та кино актерҙары курсы ла йыя. Шулай башҡорт йәштәренә буласаҡ кино йондоҙҙары менән бергә белем алыу бәхете тейә. Студенттар төрлө фильмдарҙың «массовка»ларында  ҡатнаша. Ә йәш актер Муллайән Һөйәрғоловҡа «Һыуһау» («Жажда») фильмында хатта роль бирәләр.  Фәрдүнә Ҡасимова иһә «Бер кварталдан икәү» тигән картинаға саҡырыу ала.

– Хәтһеҙ йылдар үткәс, ваҡыт ҡуласаһы мине йәнә кино өлкәһенә алып ҡайтты. Был осраҡлы түгел. Улым Айҙар Аҡманов, ижади шәхестәр араһында үҫеп, кешеләргә изгелек өләшеү һәм яҡшылыҡ ҡылыу тормош мәғәнәһе икәнлеген аңлап, үҙенең бәхетле яҙмышына һуҡмаҡ ярҙы. Минеңсә, ул дөрөҫ юлда. Киноға яҙылған бер нисә сценарийын күргәндән һуң, уға ышандым. Актерлыҡ эшен ҡалдырғаныма 60 йылдан артыҡ. Әммә йөрәгемдәге ижад осҡоно бер ваҡытта ла һүнгәне юҡ. Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» («Из Уфы с любовью») тигән  тәүге фильмындағы эш барышын ҡыҙыҡһынып күҙәттем. Ул минең режиссерым кеүек тойолдо. Бер көндө Айнур, быны һиҙгәндәй, яныма килде лә күмәк күренештәрҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Ролгә тотондом. «Фәрдүнә Ҡасимовна, улай уйнамағыҙ. Был театр түгел бит», – тип туҡтатты ул. Шунда уҡытыусы­ларымдың: «Үҙегеҙҙе иркен тотоғоҙ, көсөргәнешһеҙ уйнағыҙ», – тигән һүҙҙәрен ишеткән кеүек булдым. Күҙемде асып ебәрһәм, ҡаршымда Айнур тора: «Афарин, бик матур килеп сыҡты», – тип йылмая үҙе.  Ролгә шулай килдем, – ти әңгәмәсем.

 Беренсе уңыштан һуң ҡанатлан­ған ижади төркөм «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә тағы бер тулы метражлы нәфис  фильм тамамланы, «Йыл ғаиләһе» картинаһы киң даирә тамашасыға сыҡты. Картинаның үҙәгендә кредит һаҙлығына батҡан Рәхмәтуллиндар ғаиләһе. Бөгөн илдә халыҡтың 70 проценты банктан алған аҡсаға йәшәй. Уны кемдер – фатирға, икенсе­ләре еңел машинаға, йорт йыһазда­рына тотонған, ремонт үткәргән. Ә өсөнсөләре хатта аҙыҡ-түлекте лә кредит картаһына һатып ала. Фильм көн ҡаҙағындағы социаль проблемаға һуҡтыра, ләкин  уның эстәлегендә ғаилә ҡиммәттәре ята.

– Төп проблема – төрлө хәлдәрҙә лә кешенең кеше булып ҡалыуы.  Ғиллә аҡсала ла, ҡаҙаныштарҙа ла  түгел, ә үҙеңдең күңел сафлығыңды, намыҫыңды  һаҡлауҙа. Фильм әҙәпле тормош өсөн көрәшә. Сценарийҙы уҡығас, килешмәгән урындарым булды. Унда өләсәй көмөшкә ҡыуа. Ул – ике дәүерҙә йәшәгән әбей. Быны, яңы заманға яраҡлаша була, балаларына ярҙам итергә тырышыуҙан мәжбүри эшләй. Әбейҙең улы Алмас – тормошта уңмаған егет. Бәлки, әсәһе яғынан тәрбиә лә етмәгәндер. Ҡатыны – рус ҡыҙы, негр малайын аҡса өсөн уллыҡҡа алғандар. Шундай еңел-елпе интернациональ ғаилә. Ләкин авторҙар фильмда төплө идеология алып бара. Уның аҙағына әбейгә мосолман инәйҙәренә хас яулыҡ бәйләтәләр, ейәнен башҡорт ҡыҙы менән таныштыралар, ә негр малай, үҙенең туғандары табылһа ла, был ғаиләлә ҡалырға ҡарар итә. Рәхмә­туллиндар конкурста аҡса отмай, ләкин ғаилә бер-береһен таба, артабан да дөрөҫ юлда булырҙар, тигән фекер ҡалдыра авторҙар. Төшөрөү процесы ваҡы­тында, беҙ матур башҡорт киноһын эшләйбеҙ, тигән  патриотик рух булды, – тип тәьҫораттары менән бүлешә Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы.

Сценарий авторы Айҙар Аҡманов Мәскәүҙә йәшәй. Ошоға тиклем «Башҡортостан» киностудияһында эшләгән, яҙғаны буйынса төшө­рөлгән «Быяла юлсы», «Ауыл өҫтөндә йәйғор»  фильмдары тамашасыларға яҡшы таныш. Ул «Мотор-фильм» студияһында  «Адвокат»,  «Кармелита-3» һәм башҡа сериалдарға сценарий яҙған.  Шул уҡ студияла Мостай Кәримдең «Һеңлекәш» проекты буйынса эш башланғас, Айҙар Аҡмановҡа, әйҙә, беҙгә, ҡушыл, тигән тәҡдим яһайҙар. Ул «Өс таған» фильмы өсөн сценарий авторҙашы була.    

– Айҙарҙың Мостай Кәрим әҫәрҙәренә тотоноуы мине ҡыуандыра.  Халыҡ шағирының ғаиләһе менән яҡындан аралашып йәшәнек. Йәш белгес булараҡ, Али Шогейцуков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт драма театрында эшләй башла­ғайным. Күренекле балҡар яҙыусыһы Ҡайсын Кулиев мине Мостай Кәрим менән осраштырҙы. Уны электән дә белә инем инде. Шул мәлдәрҙә Мос­тай Кәрим ғаиләһе бәхетһеҙ осраҡҡа тарыны. Улар ҡаты аварияға эләкте. Айырыуса әҙиптең ҡатыны Роза апай ауыр имгәнгәйне. Янына дауаханаға барып йөрөнөм. Шунан алып дуҫлыҡ нығынды. Өфөгә ҡайтҡас та аралашыу дауам итте. Улымдың бәләкәй сағы әсәйемдәрҙә, Балтас районындағы ауылда ла, үтте. Шуға ул халҡыбыҙҙың көнкүрешен, мөхитен яҡшы белә. Үҙе өс бала тәрбиәләй. Айҙар әлегә баш ҡалала ижади мөхиткә сумған. Берәй ваҡыт Өфөгә кире ҡайтырға ниәте бар, – ти хәстәрлекле әсә.

Фәрдүнә Ҡасимова оҙайлы ижади ғүмере эсендә 500-гә яҡын студент әҙерләп сығара. Уларға әле лә, «йөрәккәйем», «балаҡайым», тип наҙлап өндәшә. Һәр береһенең исемен, яҙмышын, балаларын белә. Педагог эшенән китһә лә,  йәш белгестәр өсөн сафта ҡала. Уға ошоғаса  пьеса уҡытырға мөрәжәғәт итәләр, кәңәш һорайҙар, проблемалары булһа ла киләләр.

Үҙенең  86 йәшендә лә тулы ҡанлы тормош менән йәшәй Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы. Киноға төшөү барышында ул еңел генә микроавтобустарға күтәрелә, сәхнәләрҙә йүгереп йөрөй. Өйҙә тормош иптәшен тәмле аш-һыуҙар менән һыйлай.  Етеҙлектең сере, моғайын да, ғүмер буйы йәштәр, студенттар менән эшләүҙәлер, ти.

– Бергә уҡыған курс ҡыҙҙары һәм егеттәре 50 йыл дауамында башҡорт театры нигеҙенең терәк ташы булды: Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Муллайән Һөйәрғолов, Зинира Атнабаева, Гөлли Мөбәрәкова, Роза Кәримова, Әмир Абдразаҡов – һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы ине. Улар хаҡында яҙма иҫтәлектәр, бер телетапшырыу яҙҙырырға теләгем бар. Хәҙер ҡыҙҙарҙан күбебеҙ юҡ. Белмәйем, нимә өсөн Хоҙай шулай оҙон ғүмер насип иткәндер. Бәлки, бихисап студенттарымдың миңә булған рәхмәте йәшәтәлер, – тип ослап ҡуя һүҙҙәрен Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы.

 

Фотолар – ғаилә архивынан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: