-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
28 Октябрь 2021, 10:25

«Ашҡаҙар» радиоһының «Онотолмаҫ осрашыуҙар»ының ҡунағы – Ринат Рамаҙанов

Республиканың «Ашҡаҙар» радиоһы Башҡортостандың Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы менән берлектә «Онотолмаҫ осрашыуҙар» проекты сиктәрендә киләһе сараны ойошторҙо. Республиканың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы, «Арғымаҡ»  төркөмөнөң етәксеһе Ринат Рамаҙановты Башҡортостан ғына түгел, донъя халҡы үҙ итә.

«Ашҡаҙар» радиоһының «Онотолмаҫ осрашыуҙар»ының ҡунағы – Ринат Рамаҙанов
«Ашҡаҙар» радиоһының «Онотолмаҫ осрашыуҙар»ының ҡунағы – Ринат Рамаҙанов

«Сараларға әлегә өлкәндәрҙе түгел, йәштәрҙе саҡырабыҙ, был короновирус менән бәйле. Киләһе ҡунаҡтар ҙа бик ҡыҙыҡлы шәхестәр», – тип белдерҙе «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов – Мәләүез ҡалаһы егете. Бәләкәйҙән йыр-моңдо ярата. Үҙе һөйләүенсә, сабый сағында мыжый башлаһа, уны музыка ҡуйып тынысландырғандар. Өс-биш йәшлек сағында уҡ, тәрилкә, кәстрүлдәрҙе музыка ҡоралы итеп һуҡҡыслап-ҡаҡҡыслап, бына был ошо көй, быныһы теге көй, тип әйтеп, уйнап ултыра ине, тип хәтерләй яҡындары.

Бала саҡта Ринат телевизорҙан «Карауанһарай» ансамбле сығыштарын айырыуса иғтибар менән ҡарай. Төркөмдөң үтә популяр сағы була. Малай, Рәсүл Ҡарабулатов кеүек ҡурайҙа уйнаясаҡмын, тип хыяллана. Шулай башлана уның йыр-моң донъяһына сәйәхәте. Тәүҙә ҡаланың 1-се, аҙаҡ 9-сы башҡорт гимназияһында уҡый. Ҡарабулатовҡа оҡшау хыялын алтынсы кластан тормошҡа ашыра башлай – ҡурайҙа уйнарға өйрәнә.

«Арғымаҡ»тың тәүге репетицияһы 2009 йылда була. Беренсе концерттарын 2011 йылдың йәйендә «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында ҡуялар. «Арғымаҡ» төркөмө этно – рок йүнәлешен үҙ итә. Ләкин шулай уҡ уларҙың репертуарында регги, диско, кантри, латин көйҙәре, мөнәжәт, фольклор, көнсығыш ритмдары, африка моңдары, шулай уҡ йәш стилдәр Lounge, Ambient.

Осрашыу бик  матур үтте. Сараға килеүселәр Ринат Рамаҙановтың тарихты, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, бик күп шиғырҙарҙы яҡшы белеүенә һоҡланды. Дингә килеү юлы ла бик иртә булған икән. Тәүге доғаны өс йәшендә ятлап алған. Ринат киләсәккә ҙур хыялдар менән йәшәй. Бер исем – бренд аҫтында компания эсендә - мәктәп, продюсерлыҡ үҙәге, «Бәләкәй Арғымаҡ» төркөмө асырға ниәтләй. «Ғаиләбеҙҙә әлегә ике бала, өсөнсөһөн көтәбеҙ. Кисен бәләкәйҙәрҙе «Урал батыр» эпосын уҡып йоҡлатам тине», - билдәле артист.

Мәҙәни сара аҙағында Ринат Рамаҙанов ҡурайҙа өләсәһе Сәлимәгә арнап «Сәлимәкәй» көйөн уйнап ишеттерҙе. Абдулҡадыр Инан һүҙҙәренә Ғәлимйән Таған яҙған Вәлиди йырын да осрашыуға килешеүселәр ихлас ҡабул итте.

Тамашасылар Ринаттан  «Яратам тауыҡ ботон» клибын ҡарағас, уны ҡабул итмәй телефоныңды ысынлап та мейескә утҡа яҡтыңмы тип һорағас, ул былай тип яуап бирҙе. «Беҙ һуңынан «100lb_official» етәксеһе менән осрашып, был мәсьәләне «ирҙәрсә һөйләшеп» хәл иттек», тине.

Фәһемле һөйләшеүҙе тамашасылар тура эфирҙа БР-ның Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының сайтында, «Ашҡаҙар» радиоһының «Вконтакте» битендә ҡарай алды.

Автор:
Читайте нас: