-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
28 Сентябрь 2021, 21:03

«Ашҡаҙар» радиоһы «Онотолмаҫ осрашыуҙар» үткәрә башланы

Республиканың «Ашҡаҙар» радиоһы Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы менән берелектә «Онотолмаҫ осрашыуҙар» проекты сиктәрендә тәүге сара ойошторҙо. Тәүге ҡунаҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле шағир Радик Хәкимйән. Сентябрь айында үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

«Ашҡаҙар» радиоһы «Онотолмаҫ осрашыуҙар» үткәрә башланы
«Ашҡаҙар» радиоһы «Онотолмаҫ осрашыуҙар» үткәрә башланы

«Онотолмаҫ осрашыуҙар»ҙа Башҡортостостан радиоһы директоры Тәнзилә Үлмәҫбаева, республиканың яҙыусылар берелеге рәйесе Зәки Әлибаев, «Ашҡаҙар» радиоһы, «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорто студенттары, шиғриәт һөйөүселәр ҡатнашты. Кисәлә Радик Хәкимәйн шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы билдәле артистар Резеда Әминева, Фәнәүи Сәлихов, Дамир Тайыпов, Ратмир Вәлиев, Урал Ниғмәтуллин башҡарҙы.

Буласаҡ әҙиптең бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә, туғандарҙың татыулығы, ауылдаштарының бер-береһенә йылы мөнәсәбәте ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Радик Хәкимйәнде һәм уның тиҫтерҙәрен “еңеүселәр быуыны” тип атарға кәрәк.

Бала саҡтан китапҡа изге мөнәсәбәт һаҡлаған Радик Закирйән улы ҡайҙа ғына эшләһә лә шиғыр яҙыуҙан туҡтамай. Лирик шиғырҙар авторының ижадына бик күп композиторҙар мөрәжәғәт итә. Уның 800-ҙән ашыу шиғырына йыр яҙылған. Улар Башҡортостанда ла, Татарстанда ла бик популяр. Шиғырҙары төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Әҙәбиәт белгестәре Радик Хәкимйәнде “тыуған яҡ йырсыһы” тип атай. Ҡайһы шиғырын ғына алмайыҡ, һәр береһендә тыуған ергә булған һөйөү ярылып ята. Уның ижады намыҫ, выждан, иман төшөсәләрен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, күңелдә бай кисерештәр уята.Үҙенең бер шиғырын ул юҡҡа ғына “Ғүмерем булды йырлы” тип атамаған. Йырлы ғүмер күпме кешене илһамлы итә. “Ашҡаҙар” радиоһында ла шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йыш яңғырай.

«Юғары тиҙлектәр заманында өлкән быуынға иғтибарыбыҙ кәмей төштө кеүек. Шуға ла «Онотолмаҫ осрашыуҙар» проектын ойошторорға булдыҡ. Уны ай һайын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Киләһе сараларҙа Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбаев, Рим Хәсәнов, Данил Хәсәншин кеүек исемдәре республика тарихына яҙылған шәхестәрҙең ҡатнашыуы көтөлә», - тип белдерҙе «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова

Автор:
Читайте нас: