«Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә уҙғарылған форум өс көн дауамында барҙы. Уның авторы – Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина. Ойоштороусылары иһә – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге. Сарала Урал аръяғына ҡараған Баймаҡ, Йылайыр, Белорет райондары вәкилдәре әүҙем ҡатнашты.
Тәүге көндә баһалаусылар «Быуындар сылбыры» шәжәрә байрамына ебәрелгән эштәр менән танышты. Ҡатнашыусылар күп түгел ине. Әммә улар тәҡдим иткән видеояҙмаларҙы ғына түгел, слайдтарҙы, документтарҙы – һәр бер ғаилә тарихын ныҡлап ҡарау нәҫел тураһында тулы мәғлүмәт алырға, уйланырға этәрҙе. Ысынлап та, Урал аръяғында дан ғаиләләр бихисап. Улар әле лә гөрләтеп йәшәй, ата-бабаларыбыҙҙың кәсебен, шөғөлдәрен, быуындан-быуынға күсә килгән йолаларын дауам итә.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Асҡарҙан Гөлйөҙөм Ғөбәйҙуллинаға биреү тураһында ҡарар сығарылды.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Гөлйөҙөм Зәбир ҡыҙы был эшкә дәртләнеп тотонған. Уның артислыҡ һәләттәре лә, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, милли кейемдәребеҙгә булған һаҡсыл ҡарашы ла, тиҙ арала әҙерләнеп, бәйгелә ҡатнашырға мөмкинлек биргәндер. Еңеүсегә бура алыуға 40 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Беренсе урынды Әлмөхәмәттән Эльмира Өмөтбаева алһа, икенсе урын Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Инзирә Ишморатоваға һәм Өфө ҡалаһынан Рәшиҙә Абдуллинаға бирелде. Өсөнсө урынға Күсем ауылынан Гүзәл Билалова менән Зөлфирә Моратшина-Ҡарағужина, Тал Ҡусҡарынан Ләйсән Хажина-Насырйәнова лайыҡ булды. «Өмөт» номинацияһында Яңы Балапандан Нәркәс Фәйезова-Солтанова менән Әбделғәзенән Алһыу Таһирова билдәләнде.
Форумдың икенсе көнө «Урал аръяғы башҡорттары» тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияһына бағышланды. Унда шәжәрә төҙөү маһиры, күп бәйгеләрҙә баһалаусы сифатында сығыш яһаған Зөфәр Ғәтиәтуллин быуындар сылбырын төҙөгәндә нимәләргә иғтибар итергә, ниндәй архивта ниндәй мәғлүмәт алырға мөмкин булыуы тураһында асыҡлап һөйләне. Тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәевтың сығышын да тын алмай тыңланы форумдағылар. Мин үҙем риүәйәт-легендаларға һаҡсыл мөнәсәбәт хаҡында һөйләнем. Эшҡыуар, ағас эшкәртеү предприятиеһын етәкләгән Илсур Нәбиуллин үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уңышлы эшҡыуар булып китеү өсөн үҙеңдә ниндәй сифаттарҙы тәрбиәләргә кәрәк? Был юлдан киткәндә, беҙгә нимә ҡамасаулай? Йәш эшҡыуар ошо мөһим әйберҙәр хаҡында фекер йөрөттө. Залдағылар уны алҡыштарға күмде. Ҡымыҙ бароны данын алған Айтуған Фәттәхов, эшҡыуар Илфат Төлкөбаев, сәйәхәт итергә яратҡан, сиктәрҙе бар тип тә белмәгән Айтуған Фәттәхов кеүектәрҙең сығышы эшҡыуарлыҡҡа яңы аяҡ баҫырға йөрьәт иткән йәштәр, ошо юлдан китергә хыял йөрөткәндәр өсөн дә бик файҙалы булды. Залда юғары класс уҡыусылары ултырмауы ғына үкенергә мәжбүр итте. Сығыштарҙы тыңлаусыларҙың, эшҡыуарҙар менән уҡыусыларҙы осраштырыу яйын ҡарарға кәрәк, тип ниәт ҡылып ултырыуы киләсәктә был үкенесте юйҙырыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.