Ҡунаҡҡа борон-борондан иң-иң яҡшы ризығын тәҡдим иткән, һөнәрен, донъяһын, сифатын, күрһәткән башҡорт был юлы ла һыната буламы – Байназарҙың “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор төркөмө Өфө ҡунаҡтарын дәртле таҡмаҡтарын әйтеп, күҙҙең яуын алырлыҡ ҡаралдыһын – йәйғор төҫөндәге ҡорамаларын, туҡмаҡлы сергетыштарын, түшәк-яҫтығын күрһәтеп, урындыҡҡа ултыртып ҡуҙ самауырының боҫ борҡотоп ултырған сәйе, ыуыҙ ҡоймағы, телеңде йоторлоҡ бәлештәре менән һыйлап ҡаршы алды.
Ауыл ағинәйе Фәнүзә Ишбаева бөрйән ырыуының исемен дә, ҡайныһының солоҡ тамғаһын да һалған ҡорамаһына, һәр ҡорама түшәгенең тарихын тыпылдатып бәйән итеп, башҡорттоң көнкүреше менән таныштырып, ҡунаҡсыллығын ғәмәлдә раҫлап та ҡуйҙы.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева, сараны асып, баш ҡала ҡунаҡтары менән таныштырҙы.
Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, философия фәндәре кандидаты, шағир Нурлан Ғәниев бөрйәндәргә Яҙыусылар Союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Арслан улының тәбрик-сәләмдәрен еткерҙе.
“Яҙыусылар Союзында эш башлағас та, минең иң беренсе эш сәфәрем хозур тәбиғәтле Бөрйән районына булды. Аҫҡарҙа Самат Ғәбиҙуллиндың хәтер кисәһендә булып, был төбәктә алсаҡ, ябай, рухлы һәм талантлы халыҡ йәшәүенә инанып ҡайттым.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән ошо марафонды үткәреүҙе ниәтләгәндә үк уның ниндәй форматта үтеүен һәр район үҙе һайлаһын, тип һөйләштек һәм яңылышманыҡ: һәр район үҙенә генә хас алымдарҙы ҡуллана, һәр төбәктең үҙенсәлеге ярылып ята.
Марафондың төп маҡсаты – халҡыбыҙ рухиәтенең төп өлөшө, байлығы булған әҙәбиәткә иғтибар йүнәлтеү, уны үҫтереү, күтәрмәләү юлдарын бергәләп эҙләү, һүҙ ҡеүәһен, баһаһын арттырыу, киләсәк быуында ошо ҡиммәттәргә һөйөү тәрбиәләү, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыу.
Марафондың исеме тиккә генә ошолай аталмаған – әҙәбиәтте халҡыбыҙ тарихынан айырып ҡарау мөмкин түгел. Быйылғы “Башҡорт тарихы” йылында был марафон бик урынлы һәм ул күмәк көс менән маҡсатына ирешер, тигән уйҙабыҙ.
Бөгөн беҙ һеҙҙе тыңларға, кәңәш-төңәш итергә, проблемалар булһа, уртаға һалып һөйләшергә, шатлыҡтар булһа, уртаҡлашырға килдек”, -тине.
Шағирә, драматург, тәржемәсе Лилиә Ҡәйеповаға ла сетерекле генә һорауҙарға яуап тоторға тура килде.
“Мин үҙем шәхсән әҙәбиәтте “көслө”, “көсһөҙ” гә бүлгеләүгә ҡаршы. Һәр шағир, әҙиптең яҡшы, көслө яғы менән бер рәттән һүрән яғы ла бар. Һәр кем үҙе кисерештәрен яҙа. Ҡәләм әһеленең 10 - 20 уҡыусыһы бар икән – уның әҙәбиәт тигән майҙансыҡта үҙ урыны бар, тигән һүҙ. Бөгөн китаптарҙы үҙебеҙ сығарыр көнгә килеп еттек. Аҡсаһы күп кеше китабын сығара ала. Әммә һорауҙың икенсе яғы ла бар – ул китапты уҡыусы бармы?
Бөтә Яҙыусылар союзы ағзалары исеменән китапханасыларға, телебеҙ һағында торған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәтемде белдерәм – улар рухиәт, тел һағында уяу тора һәм хәленән килгәндең барыһын да эшләй”-, тине үҙ сығышында.
Яҡташыбыҙ, йәш шағирә, “Башҡортостан” гәзите һәм “Аҡбуҙат” журналында эшләүсе Айгөл Йәмилева-Ғәбитова: "”Аҡбуҙат” алдырған кеше киләсәктә “Башҡортостан”ды ла, туған телдәге башҡа баҫмаларҙы ла уҡыясаҡ. Милли матбуғатты һаҡлау – гәзит-журналдар өҫтөндә. Мин йәштәр менән бәйләнеш булдырам, уларға яҡын темаларға яҙам. “Ҡош юлы” шиғриәт бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһемен. Әҙәбиәткә йәштәр килмәй, тигән фекер менән килешмәйем. Йәштәр бар, уларға ҡанат ҡуя, осоштарға әҙерләй белер генә кәрәк. “Ҡыл” тигән проект өҫтөндә лә эшләйбеҙ”, – тине һәм күптәр яратып ҡабул иткән ”Атайһыҙҙар” шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар шундай матур әңгәмә ҡорҙо – унда телдең, әҙәбиәттең киләсәге мәсьәләләре лә, китап сығарыу, уҡыусы–әҙип бәйләнештәре лә, википедияла эштәрҙе әүҙемләштереү кәрәклеге лә күтәрелде һәм уларға яуаптар эҙләнде.
Прозаик, уҡытыусы Миңнур Ҡасимова: “Милләт әсәһе, милләт тотҡаһы, милләт ҡалҡаны. Яңғырауыҡлы ғына түгел, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр.
Хәтерегеҙҙәлер, килендәр ҡәйнәләрен, ҡыҙҙар әсәләрен хөрмәтләп, “өйҙөң йоҙағы” йәки “өйҙөң биге бит ул” тип, хөрмәтләп әйткәнен. Ул һүҙҙәр ҙә тик лайыҡлыларға ғына эләгер ине. Тағы “ултырһын ғына инде” тип тә өҫтәп ҡуйырҙар ине. Был осраҡта, бәлки бөтөнләй аяҡтан ҡалып та, һәр нәмәгә күҙ-ҡолаҡ булып ултырыусыны күҙ уңында тотҡандарҙыр. Башҡорт бит кинәйәләп һөйләшеүҙе ярата - “үлеп кенә ҡуймаһын” тимәне.
Һүҙ тәрән мәғәнәгә эйә. Хатта беҙ өс хәрефләп ҡулланған яман сирҙе лә “рәнйеү” тип ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырлап ҡына өндәштеләр.
Әҙәбиәт ҡалҡаны – һалҡын ҡоралдан, тимәк, насар һүҙҙән, насар уйҙан һаҡлар ҡорал. Милләт ҡалҡаны – башҡорттоң үҙаңын уятырлыҡ, дөрөҫ юлға төшөрөр матур әҫәрҙәрҙең ижад ителеүелер.
Беҙ – классик әҫәрҙәр уҡып үҫкән быуын. Фәһемле әҫәрҙәр, матур әҫәрҙәр уҡып үҫкән быуын. Бөгөн кем интернетҡа күберәк һала – шуны халыҡ белә. Проза әҫәрҙәре туплаған ниндәй генә төркөмдәр юҡ? Уларҙа ниндәй генә әҫәрҙәр юҡ. (Интернетта соҡоноп ултырмаһаң да, яңылыҡтар таҫмаһында үҙенән-үҙе килеп сыға). Клавиатурала баҫылған ниндәй генә яҙманы ла халыҡ ысын, тип ҡабул итә. Ышана. Әҙәпһеҙ һүҙ яҙҙыңмы – ҡабатлай, мәжүсилеккә таяндыңмы – йола итеп ала. Милләт ҡалҡаны булған әҙәбиәттә һүҙ дөрөҫлөгө мөһим.
Иң бөйөк китап яҙылған. Ҡөрьән. Яҙыусы бөйөк әҫәр түгел, уҡымлы һәм фәһемле әҫәр яҙа ала. Һәр һүҙе һәм һәр һөйләме дөрөҫ булһа ине”, – тигән дәлилле, төплө фекерҙәре менән сараға йән өрһә, сәсәниә Гүзәл Һырлыбаева үҙенең әҙәбиәткә 50 йәштән һуң килеү тарихын бәйән итеп, ҡәләм эшенә ҡасан тотоноуҙың да һуң түгеллеген күңел йәдкәрҙәре аша раҫланы.
Байназар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова ижад йүнәлешендәге эштәре хаҡында һөйләп, мәктәптәрендә Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияға лайыҡ өс уҡыусы булыуы, “Йәншишмә”, “Аманат” тың йәш хәбәрселәре ишәйеүе хаҡында һөйөнөслө хәбәрҙәрен еткерҙе.
Байназар мәктәбенең өмөтлө ҡәләм әһелдәре – Зилиә Буранбаева, “Һеңлекәш” фильмында төшкән йәш әртис, ”Аманат” тың йәш хәбәрсеһемен, “Йәншишмә” неке лә булғым килә, тип алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған 7-се класс уҡыусыһы Азамат Ҡарағолов, Вәсилә Әйүпова, Сәлимә Дәүләтшиналарҙың әҙәбиәт, үҙҙәренең ижадҡа килеүе, ижад процесы менән шундай тәфсилләп, матур итеп һөйләүҙәре менән барыһын таң ҡалдырған уҡыусылар “әҙәбиәттең, башҡорт теленең киләсәге юҡ” тигән шик-шөбһәне күңелдәрҙән шундуҡ юйып ташланы.
Фәнүзә Ишбаева, “вики-өләсөй” Көнһылыу Ҡотлобаева, шағир һәм тарихсы-эҙәрмән, публицист Мөнир Фәйзуллиндарҙың нигеҙле сығышы, Байназар ағинәйҙәре Миңзәлә Һиҙиәтова, Фәнүзә Аҙанғоловаларҙың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын ғәмгә еткереүе сараға баҙыҡлыҡ, сәм , рух өҫтәне.
Китапханасылар үҙҡурсаланыу осоронда халыҡты уҡымлы китаптар менән тәьмин итеүҙәре, китаптар етмәүе, бигерәк тә яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова, Айһылыу Йәғәфәрова, Яныбай Хамматовтың китаптарын халыҡ туҙҙырғансы уҡыуы, ошо авторҙарҙың китабына ихтыяж ҙур булыуын да, “ Йөрәк һүҙе” проектынан һуң уҡыусыларҙа шиғырға ҡыҙыҡһыныу артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ошондай рухлы, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкән сараларға һыуһаған икән халыҡ – һөйләшеп һүҙ бөтмәне. Өфө ҡунаҡтарының: “Бында халыҡ китап уҡый. Ошондай йәнле, халыҡсан һөйләшеү, китаптарға, әҫәрҙәргә баһа биреү марафон барышында әле булғаны юҡ. Бөрйәндәрҙәге рухи күтәренкелеккә ҡыуанып ултырабыҙ”, - тип бөрйәндәрҙең дуғаһын күтәреп ебәреүе артабанғы ижади осоштарға ҡанат ҡуйҙы, ғәмгә сәм генә өҫтәне.