-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
29 Декабрь 2020, 16:51

Экран биҙәге – ҡатын-ҡыҙ

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы тарихы 60-сы йылдарҙан, республикала тәүге телевизион тапшырыуҙар башланған осорҙан, алып үҙ иҫәбен алып бара. Ул ваҡытта теле-радио буйынса дәүләт комитеты, һуңынан башҡорт телевидениеһы булараҡ программалар сығарҙы. Башҡортса тапшырыуҙар даирәһен йылдан-йыл киңәйткән студияның үҫеш этаптары телевизор ҡараусы аудиторияның күҙ алдында барҙы. Бөгөн Башҡортостан ДТРК-ның тапшырыуҙарын беҙ «Рәсәй 1», «Рәсәй-24» һәм «Башҡортостан 24» каналдарында күрәбеҙ һәм бер нисә радиостанция аша ишетәбеҙ.

Үтеп барған йылдың һуңғы айы компания өсөн тағы бер матур ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ – тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Башҡортостан 24» күптән көтөлгән 22-се милли телеканалдар төймәһендә эфирға сыға башланы. Ғөмүмән, илдә аналог телевидениенан һанлы технологияларға күсеү этабы старт алғас, төбәк һәм муниципаль каналдар киләсәге өсөн хәүеф тыуҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылдың июнь айындағы Указына ярашлы, төбәктәр өсөн мотлаҡ милли телеканал булдырылғайны. Республикала иһә кабель селтәрҙәрендәге 22-се төймәгә бер нисә студия дәғүә итте. Әммә Роскомнадзор эргәһендәге федераль комиссия еңеүсе тип «Башҡортостан 24» каналын билдәләне. Декабрҙә Өфө халҡы яратҡан тапшырыуҙарын атап үтелгән төймәлә табып ҡыуанды. «Башҡортостан» телерадиоком­панияһының генераль директоры Азамат Сәлихов, республика тарихында тәүге тапҡыр башҡортса сыҡҡан тапшырыуҙар ҙа федераль лицен­зияға эйә булды, тип ҡыуанысы менән бүлеште.
– «Башҡортостан 24» каналы бынан дүрт йыл элек барлыҡҡа килде. Программалар ике телдә бара. Хатта уның туған телдәгеһе күберәк эфир ваҡытын биләй. Республикала каналдар күберәк булған һайын, тамашасы­ларҙың һайлау хоҡуғы ла киңәйә. Шуға ла эфир төрлөлөгөн тик хуплайым ғына. «Башҡортостан 24»тә тәүлек әйләнәһенә уникаль контент ҡарау мөмкинлеге бар. Компанияның нигеҙен башҡорт телевидениеһының алтын фонды тәшкил итә. Был 60-сы йылдарҙан алып төшөрөлгән спектаклдәр, документаль фильмдар, видеоархив кадрҙары, тапшырыуҙар һәм үҙ заманының геройҙары. Беҙ ошо мираҫты бөртөкләп һаҡлайбыҙ, уны зәңгәр экрандар аша тамашасыларға еткерәбеҙ һәм бөгөнгө көн талаптарына ярашлы программалар ҙа әҙерләйбеҙ. Сәғәт һайын сыҡҡан ике телдәге «Хәбәрҙәр», «Хәйерле иртә, Республика», «Ретро+» программаларының үҙ аудиторияһы бар. Бөтәһе яңы 10 проект өҫтөндә эшләнек. Башҡорт телендә әҙерләнгән программалар ҙа, мәҫәлән, «Сәйәхәтсе һуҡмағы», Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яуланы. Тимәк, федераль баһалама ағзалары өсөн яҡшы тапшырыу ниндәй телдә лә аңлашыла. Иң мөһиме – һөнәри ҡараш. Тик Өфө яңылыҡтарын яҡтыртҡан тапшырыуыбыҙ ҙа бар. Профессиональ спортты эфирға сығарҙыҡ. Хәҙер беҙҙә хоккей, футбол, гандбол трансляцияһын ҡарарға мөмкин. «Башҡортостан» киностудияһының иң яҡшы премьералары ла көтөлә. Тап беҙҙең каналда телевидение һәм радио легендалары – Наилә Ғәләүет­динова, Флүрә Мурзина, Фирҙәт Ғәлиев, Миләүшә Иҙрисова эшләй. Уларҙың командала ҡалыуына шатмын. Дөйөм алғанда, телевидение системаһы, башлыса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың нескә иңдәренә ятҡан. Хеҙмәткәрҙәр араһында күпселектә – гүзәл заттар. Беҙҙең «хәрби» ҡыҙҙар яҡшы репортаж эҙләп һыуға ла инә, утҡа ла һикерә, ковид госпиталенә лә бара. Ике хәбәрсебеҙ – Рәлиә Сәхип­гә­рәева менән Нәркәс Йосопова (Әфләтүнова) – үҙҙәре теләп, ковидҡа ҡаршы республика мәғлүмәт үҙәгенә ваҡытлыса эшкә китте. Ғәмәлдә, журналистар иң яҡшы психологтар булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙарҙан уңдыҡ һәм улар беҙгә ижад өсөн дә илһам бирә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: