-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
23 Октябрь 2020, 15:13

Башҡортостан үҫеш юлында

11 октябрҙә күп милләтле Башҡортостан халҡы утыҙынсы тапҡыр төп дәүләт байрамын – Республика көнөн билдәләне. Оло дата баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм ҡала-райондарҙа булып үткән сағыу саралар менән тарихҡа инде. Өфөлә – төҙөкләндерелгәндән һуң «Беренсе май» паркы, Салауат районында – Мәҙәниәт һәм ял паркы, Яугир-еңеүсегә һәйкәл, Ишембайҙа – яңыртылған Ленин майҙаны, Башҡортостандың Милли музейы бинаһында – күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Муллайән Халиҡов менән Хафиз Ҡушаев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ, Яңауыл районының Яңы Артауыл ауылында – Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе Хәлим Әмиров иҫтәлегенә бюст, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа – Һуғыш осоро балаларына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәл һәм шулай уҡ республикабыҙҙың башҡа тарафтарында социаль, тарихи һәм мәҙәни әһәмиәтле бик күп объекттар асылды.

Байрам айҡанлы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы йыйылыш үтте. Үҙенең сығышында Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, 30 йыл элек булған тарихи ваҡиғаға баһа биреп, ул саҡтағы етәкселәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре дөрөҫ юл һайланы һәм, аҡыллы сәйәсәт үткәреп, Башҡортостан Рәсәй дәүләтселегенең ышаныслы нигеҙе икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы, тине. «Беҙҙең бурыс – Башҡортостанды көслө иҡтисадлы, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары булған иң күркәм төбәк итеү. Ауыл һәм ҡалаларыбыҙ матур, заманса, йәшәү өсөн ҡулай булыуын теләйбеҙ», – тип киләсәккә бурыстар билдәләне республика етәксеһе.
Эйе, уңыштарыбыҙ һәм ҡаҙаныштарыбыҙ бихисап беҙҙең.
Башҡортостанда Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән «Алға» махсус иҡтисади зонаһы ойошторолдо. Икенсе йыл рәттән Башҡортостан бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы лидерҙары иҫәбендә. Быйыл федераль бюджеттан ярты миллиард һумдан ашыу аҡсаны Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалалары, Воскресенский һәм Йылайыр ауылдары аласаҡ. Бөтә республика буйынса «Башҡортостан ихаталары» программаһы тормошҡа ашырыла, ҡала һәм ауылдарҙа парк һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. Быйыл Өфөлә «Бейеүсе торналар» фонтаны тергеҙелде, «Тулҡын» скверы, «Беренсе май» паркы яңыртылды.
Хәтер һәм дан йылында Өфөнөң «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен алыуы баш ҡалабыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн таныу булды. Барлыҡ республика халҡы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүен рух күтәренкелеге менән ҡабул итте.
Республика көнө айҡанлы тантанала Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев ҡатнашты. «Дүрт ярым быуаттан ашыу элек Башҡортостан үҙ яҙмышын Рәсәй менән бәйләне. Был ҡарар беҙҙең дәүләтселекте нығытыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булды. 1919 йылда республика РСФСР эсендәге беренсе милли автономия булараҡ танылды. Ә бөгөн беҙ Башҡортостан дәүләтселегенең яңы тарихына 30 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Данлыҡлы төбәк элек-электән Рәсәйҙең төп таяныстарының береһе булды һәм бөгөн дә шулай ҡала», – тине мәртәбәле ҡунаҡ, республика халҡын тәбрикләп.
«Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Башҡортостан сәхнәһе йондоҙҙары һәм саҡырылған Рәсәй артистары ҡатнашлығындағы ҙур концерт оло байрамға сағыу төҫ бирҙе. Йыйылған халыҡ республиканың Дәүләт академия хор капеллаһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары менән берлектә Башҡортостан Дәүләт гимнын башҡарҙы. Артабан амфитеатр «Урал батыр уты» Асыҡ төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафонын ҡабул итте. Быға тиклем марафон республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары буйлап ҙур уңыш менән үтте. Концертҡа өфөләр Башҡортостан сәхнәһе йондоҙо Радик Юлъяҡшинды, «Зәйнетдин» шоу-программаһын һәм яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Юрий Шевчук етәкләгән ДДТ төркөмө һәм башҡа йырсылар сығышын тыңларға ҙур теләк менән килде.
Башҡортостан – беҙҙең Ватаныбыҙ. Халҡыбыҙ, уның бәрәкәтле тупрағынан һут, рухи көс алып, киң аҙымдар менән алға атлай. Киләсәктә лә быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫ һәм Республикабыҙ мәңге йәш булып ҡалыр!
Читайте нас: