0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
30 Июнь 2020, 16:36

Тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған

Сирек быуат элек, 1995 йылдың 1–2 июнендә, баш ҡалабыҙ Өфөлә ғәйәт ҙур тарихи ваҡиға – I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булып уҙҙы. Республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим урын тотҡан йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йылъяҙмаһы шул мәлдән башлана. Халҡыбыҙҙың сал быуаттар төпкөлөнән килгән ҡөҙрәтле йолаһы – ил-йорт яҙмышын уртаға һалып һөйләшеү өсөн ҡорға йыйылыу, шулай итеп, яңы һулыш ала.

Беренсе ҡоролтайҙа Башҡортостандың һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит илдән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Фин­ляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан һәм башҡа илдәрҙән бөтәһе 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. 10 йүнәлеш буйынса уҙған кесе ҡорҙарҙа Башҡортостан дәүләтселеген һәм уның Конституцияһын нығытыу, Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының социаль-иҡтисади, мәҙәни-рухи тормошон яҡшыртыу проблемалары, тарихи илебеҙҙән ситтә йәшәүсе милләттәштәр менән бәйләнеште нығытыу һәм башҡа әһәмиәтле мәсьәләләр тикшерелә. Милләттең бөгөнгөһө, киләсәге, уны туплау, үҫтереү хаҡында йөрәктән сыҡҡан фекерҙәр менән уртаҡлашалар. Башҡорттарға, республикабыҙ халҡына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторола һәм уның тәүге рәйесе итеп профессор, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов һайлана. Әхмәт Сөләймәнов, Румил Аҙнабаев, Батырхан Мырҙабаев, Азамат Ғәлин, Илгиз Солтанморатов, Марсель Йосопов, Әмир Ишемғолов, Данир Ғәйнуллин, Искәндәр Юлдашев – төрлө йылдарҙа Башҡарма комитетҡа ошо уҙамандар етәкселек итә. 2020 йылдың 4 мартында иһә уның рәйесе итеп журналист, медиа­менеджер Ғәлим Яҡупов һайлана.
2019 йылда үткән Бишенсе Ҡоролтайҙа «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмалары Халыҡ-ара берлегенең Президиумы булдырыла. Президиумды Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова етәкләй. Тәү тапҡыр оло ҡорҙо гүзәл зат әйҙәүе тарихыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙың халыҡты туплау, яҡлау, йүнәлтеү бурысын үҙ иңенә һалған замандарҙы иҫебеҙгә төшөрә: ил инәһе Бәндәбикәне генә алайыҡ...
Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республиканың 70 ҡала һәм районындағы, Рәсәйҙең 38 төбәгендәге, донъяның 35 илендәге милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларын берләштерә. Ул Ер шары буйлап һибелгән ҡәрҙәштәребеҙҙе тарихи йорт менән бәйләүсе булып тора, мәғарифыбыҙҙы үҫтереүгә, тарихи мираҫыбыҙҙы өйрәнеүгә, туған телебеҙҙе ҡәҙерләүгә ҙур өлөш индерә, рухиәтебеҙҙе байытҡан мөһим проекттар башында тора. Шуларҙың бер нисәһен генә атап үтәйек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы, «Шайморатов вариҫтары» проекты, ил төбәктәрендәге Башҡорт әҙәбиәте һәм мәғарифы көндәре, күп һанлы форумдар. 2020 йыл Ҡоролтай тәҡдиме менән Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде һәм был йүнәлештә етди программалар һәм проекттар булдырылды.
«Ойошманың сирек быуатлыҡ юбилейын Башҡорт теле йылында билдәләүебеҙ символик әһәмиәткә эйә. 25 йыл элек кеүек үк, телебеҙҙе, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау һәм халыҡ үҫеше мәсьәләләре бөгөн дә мөһим булып ҡала. 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн уҙғарырға, был йылда әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләргә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына ҡатнашлығы булған шәхестәребеҙҙе бергә йыйырға ниәтләйбеҙ», — тине юбилей айҡанлы интервьюларының береһендә Эльвира Айытҡолова.
Советтар Союзы тигән олуғ дәүләтебеҙ тарҡалғандан һуң үҙгәрештәр зилзиләләренән шаңҡып ҡалған халҡыбыҙҙы ҡеүәтле бер көс итеп йыйған, асылдарҙы яңыртҡан ғәжәйеп ваҡиға булды Беренсе Ҡоролтай. Рухи бағаналарҙы нығытыусы, сәмде, ғәмде уятыусы, зиһендәрҙе яҡтыртыусы, артабанғы үҫеш йүнәлештәрен асыҡ күрһәтеүсе был ҡор тарихҡа ла, милләт хәтеренә лә алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: