0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
25 Ноябрь 2019, 18:05

«Сәләм»ле булһын һәр йорт!

Башҡортостаныбыҙ медиакиңлектәрендә өр-яңы телеканал – «Сәләм» телеканалы барлыҡҡа килде. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы базаһында ойошторолған был каналды һис кенә лә иртәнге сәғәттәрҙә барыусы «Сәләм» тапшырыуы менән бутарға түгел. «Сәләм» телеканалы – тәүлек әйләнәһенә күрһәтеүсе һәм ике тиҫтәнән ашыу муниципаль телестудияларҙы берләштереүсе үҙ аллы канал.

Республикабыҙ буйлап тәүге аҙымдарын яһаусы телеканалдың исем туйын быға тиклем Сибай, Ишембай ҡалаларында ойошторһалар, уҙған аҙнала ул Дүртөйлө ҡалаһында гөрләп үтте. Сара ысын-ысындан халыҡ байрамына әйләнде. Фойела ҡул эштәре күргәҙмәһе йәйелдерелгәйне, ҡала музыка мәктәбе уҡытыусыларының ансамбле уйнап торҙо, гәзит-журналдарға яҙылыу барҙы. Килеүселәрҙе «Әллүки» фольклор коллективы дәртле йырҙар менән ҡаршы алды.
Дүртөйлөләрҙе рухиәттәге оло ваҡиға менән тәбрикләргә «Сәләм»дең баш продюсеры Айгөл Әхмәҙиева, коммерция директоры Римма Сәрүәрова, баш режиссеры Азамат Хужиәхмәтов, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәрир урынбаҫары Олег Төхвәтуллин килгәйне. Әлбиттә, республикабыҙҙың төп ғаилә баҫмаһы «Башҡортостан ҡыҙы» ла ғаилә ҡиммәттәрен яҡтыртыусы был каналдың байрамынан ситтә ҡалманы. Популяр башҡарыусылар Рөстәм Ғиззәтуллин, Зәйнетдин, Зилиә Бәхтиева һәм урындағы үҙешмәкәр артистар менән бергәләшеп халыҡ йыр-моң тулҡынында тирбәлде.
«Сәләм» телеканалы – үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ проект. Ул федераль һәм республика етәкселегенең ярҙамы менән Башҡортостандағы муниципаль телестудияларҙы һәм башҡа милек формаларындағы студияларҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы артабан үҫтереү маҡсатында ойошторола. Уның программаһына барлыҡ ҡатламдарға – балаларға, йәштәргә, хужабикәләргә, өлкән быуынға, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-аттарға тәғәйенләнгән тапшырыуҙар индереләсәк. Башҡортостан телевидениеһының алтын фондында һаҡланған яҙмалар ҙа урын аласаҡ. Яңы телеканал Башҡортостан кабель телевидениеһы селтәрҙәрендә һәм интернет-сервистарҙа тәүлек әйләнәһенә күрһәтәсәк.
Ә ярты быуаттан ашыу тарихлы «Башҡортостан ҡыҙы» «Сәләм»дең бик тиҙҙән республикабыҙ халҡы һөйөүен яуларына ышана һәм уға аҡ юлдар теләй!

Читайте нас: