+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
29 Июнь 2019, 17:22

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ изгелек

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына төрлө яҡтан “башҡортом”, “Башҡортостаным” тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙ йыйылғайны. Улар менән аралашыу яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Приморье крайының 110 мең кеше төйәк иткән Артем ҡалаһынан ҡунаҡ сифатында саҡырылған Фәниә Хәйбулла ҡыҙы Хисамова менән танышып киттек. Приморьела ул 46 йыл йәшәй. Шундағы Татар-башҡорт ойошмаһының рәйесе вазифаһын башҡара. Ул яҡтарға йыш ҡына беҙҙең егеттәрҙе хеҙмәт итергә ебәрәләр.

– Егеттәр, һәйбәт итеп хеҙмәт итегеҙ, әгәр ҙә һорауҙарығыҙ булһа, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәремде ҡалдырам, миңә шылтыратығыҙ! Шул минутта уҡ килеп етермен! – тип таныша икән ул башҡорт егеттәре менән. Командирҙары ла был апайҙы танып тора, бер-бер хәл тыуһа, саҡырып ала. Бер ваҡиға уның күңеленә айырыуса онотолмаҫлыҡ булып уйылған.
– Учалынан бер егет хеҙмәт итә ине. Яңы йылдың һуңғы кисендә командирҙары, яҡташығыҙға һеҙҙең тиҙ ярҙамығыҙ кәрәк, тип шылтырата. Яңы йыл табынын әҙерләйем, үҙен алып килегеҙ, тинем. 15 минутҡа ҡалдырабыҙ янығыҙҙа тигәнгә күберәк ваҡыт биреүҙәрен һораным. Баҡтиһәң, егет һөйгәненән: “Кейәүгә сығам, башҡа шылтыратма! ” – тигән хәбәр алған да, ҡул тамырҙарын ҡырҡып, яҡты донъя менән хушлашырға маташҡан икән.
– Психбольницаға ебәрергә әҙерләнгәндәр. Ебәрмәгеҙ, зинһар, тип алып ҡалдым. Үҙ яуаплылығыма алам, контролдә тотормон, тинем. Минең өйҙә булып, байтаҡ һөйләштек. Ике көндән егетте тағы күрергә барҙым. Аҙна һайын күрешеп торҙоҡ шулай. “Фәниә апай, һеҙгә ҙур рәхмәт!” – тип хеҙмәтен тамамлап ҡайтып киткәнсе аралашып торҙоҡ, – ти ул.
Әлбиттә, уны берәү ҙә тәғәйенләп тә ҡуймаған, аҡса ла түләмәй, ә бары тик йөрәге ҡушыуы буйынса башҡара ул бындай изге ғәмәлдәрҙе. Үҙе лә өс баһадирға ғүмер биреп, хеҙмәттән көтөп алған. Шуға ла улдарын хеҙмәткә оҙатҡан әсәләрҙең хистәрен яҡшы аңлай.
Ер йөҙөндә изгелек ҡылыуҙы үҙенең булмышынан сығып башҡарған ошондай апайҙарыбыҙ күберәк булһын ине! Ә Фәниә апайға һоҡланыубыҙҙы белдерәбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: