+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
28 Июнь 2019, 19:06

“Яңы дәүер яңы ҡараш, яңы эш алымдары талап итә”, – тине Данир Ғәйнуллин

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Данир Ғәйнуллин сығышында милләтебеҙ алдында торған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. “Халыҡ беҙҙән социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫеш буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙең хәл ителеүен көтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты был проблемаларҙы хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя”, – тине ул.

Балаларҙың туған башҡорт телендә белем алыу мөмкинлеге, башҡорт телен цифрлаштырыу буйынса аҙ эшләнеүе, ауыл ерендә эш урындары булмауы, мәктәп һәм медицина ойошмалары ябылыуы (Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорттарҙың 59 проценты ауылда йәшәй) һәм башҡа проблемаларҙы телгә алды. Шул уҡ ваҡытта ыңғай үҙгәрештәр ҙә юҡ түгел. Башҡорт кинематографияһының күтәрелеп килеүе, сәнғәт һәм халыҡ ижадының юғары кимәлдә булыуы, башҡорт этномузыкаһының популярлаша барыуын әйтеп үтергә кәрәк.

“Яңы дәүер беҙҙән яңы ҡараш, яңы эш алымдары талап итә”, – тине Данир Ғәйнуллин һәм милләт булараҡ яңылыҡтарға яраҡлашырға, заман менән бергә атларға саҡырҙы. “V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һөҙөмтәһе резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмаһын, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашыуы өсөн яуаплылығыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ”, – тине. V Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында 2050 йылға тиклем башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителәсәк.

Олег Яровиков фотоһы.


Читайте нас: