– Беҙҙең был йыйыныбыҙ башҡорт халҡының яңы үҫеш дәүерендә хәл иткес әһәмиәткә эйә ваҡиға булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте ул. Республика етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының инициатива штабына, бөтә ижади көстәрҙе туплаусы локомотивҡа әйләнергә тейешлеген билдәләне. “Ата-бабаларыбыҙ йыйындарҙа һәм сходтарҙа әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл иткән кеүек, беҙгә лә республикабыҙ киләсәге хаҡына бөтәбеҙгә лә берләшеү мөһим”, – тине Радий Фәрит улы.