0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
28 Июнь 2019, 19:44

Гөлназ Ҡотоева милли матбуғат яҙмышы хаҡында

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында секцияларҙың эше ҡыҙғандан-ҡыҙа. “Медиа һәм киң мәғлүмәт саралары” тигән секцияла башҡорт баҫма матбуғатының хәҙерге торошо, башҡорт телевидениеһының киләсәге, яңы интернет киң мәғлүмәт саралары һәм башҡорт медиадаирәһен киңәйтеү хаҡында йәнле һөйләшеү бара. Уның эшендә журналыбыҙҙың баш мөхәррире, билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева ла әүҙем ҡатнаша. Гөлназ Мират ҡыҙының матбуғатыбыҙ яҙмышы хаҡындағы сығышын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ:

– Республикабыҙҙа башҡорт телендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн сыҡҡан “Башҡортостан ҡыҙы” журналы бына инде ярты быуаттан артыҡ милләттәштәребеҙгә рухи аҙыҡ, йән дауаһы, фекер алышыр майҙан булып тора. Уңыштарыбыҙ һәм бер аҙ йәнде әсеткән мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, уны хәл итеү юлдарын барлаусы, йүнәлтеүсе, тарихтан һабаҡ, бөгөнгөнән киләһе көнгә өмөт алыусы, маҡсаттарҙы елкән итеүсе лә ул баҫмабыҙ.
“Башкортостан ҡыҙы”н милләттәштәребеҙ бөтә Рәсәй буйынса алдыра ала. Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр бөгөнгө көнгә “Башҡортостан ҡыҙы” журналын почта аша 159 дана яҙҙырған.
Шул иҫәптән, Ырымбурҙа – 58, Силәбелә – 53, Татарстан һәм Ханты-Мансы Автономиялы округында – унышар, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә – 9, Һамар һәм Ҡорған өлкәләрендә – бишәр, Пермь крайында – 3, Төмәндә – 2, Һарытау, Краснодар крайы, Хакасия, Ямал-Ненец Автономиялы округында – берешәр дана.
Башҡортостанда журналды почта аша 3234 дана алдырһалар, ситтәгеләр менән почта аша алдырғандар бөтәһе 3393 дана. Редакция аша альтернатив яҙылыу айына уртаса 400 данаға етә. Йәмғеһе тиражыбыҙ альтернатив яҙылған, редакцияға килеп алып йөрөгәндәр, электрон варианттар менән 4700-5000 самаһы була.
Унан тыш, милли гәзит-журналдарҙан “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Башҡортостан” гәзите Бөтә Рәсәй Почта каталогына ингән. Башҡа баҫмалар әлеге көндә бындай мөмкинлектән мәрхүм. Сөнки был бик күп сығымдар талап итә. Рәсәй почтаһы каталогына индереү өсөн киткән сығымдан тыш, уны алып барып еткереү өсөн дә байтаҡ аҡса сыға. Шуның арҡаһында 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ Бөтә Рәсәй Почта каталогынан беҙҙең журналды тапманы. Сөнки баҫмабыҙ унан төшөрөп ҡалдырылғайны. Хаттар яҙып, саң ҡаға башлағас, уның индексы, предприятие өсөн ҡиммәткә төшөп, киткән сығымдар аҡланмаһа ла, каталогта тергеҙелде. Әммә журналдың уҡыусылар һаны ҡырҡа кәмене. Яҙылам тип килеп һемәйеп ҡайтып киткәндәр, “Работница”, “Крестьянка” журналдары баҫыуҙан туҡтатылған кеүек, “Башҡортостан ҡыҙы” ла тарих арбаһынан төшөп ҡалған, тип уйланы. Журнал йәшәүен, уға яҙылырға була икәнен белдертеп, сит өлкәләргә сығырға, байтаҡ сараларҙа ҡатнашырға тура килде. Әммә теге уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнештәр өҙөлгәйне.
Тәҡдим: милли баҫмаларыбыҙҙы – “Йәшлек”, “Ағиҙел”, “Аҡбуҙат” кеүек баҫмаларыбыҙҙы бөтә Рәсәй буйлап һибелгән милләттәштәребеҙ алып уҡый алһын һәм уларҙың индексы Бөтә Рәсәй Почта каталогында юғалмаһын өсөн, хөкүмәттән адреслы ярҙам һорарға, йәки быға меценаттарҙы йәлеп итергә.
Почта хеҙмәте насарайыуы, почтальондар булмауы йә ҡыҫҡартылыуы арҡаһында, күптәр ғәзит-журналдарҙы альтернатив юл менән алдырыуҙы хуп күрә.
Ҡоролтай етәкселәренә, йәмәғәтселәргә шундай тәҡдим: урындарҙа республикала сыҡҡан милли матбуғатҡа яҙылыу һәм Ҡоролтай йыйылған ергә яҙылыусыларҙың үҙҙәре килеп алыуын ойоштороуҙы үҙ бурысығыҙ итеп алһағыҙ ине.
Был – тираж йыйыу өсөн дә түгел, ситтә йәшәгәндәр милли тойғонан, телдән, йолаларҙан айырылмаһын өсөн эшләнергә тейешле эш.
Милли баҫмаларҙы сығарыу өсөн дәүләт ярҙамы ҡаралған. Әммә матбуғатты таратыу буйынса почтаға бирелгән субсидиялар бөтә Рәсәй буйынса бөтөрөлгәс, гәзит-журналдар хаҡы ҡиммәтләнде, шул арҡала тираж кәмене. Милли әҙәби әҫәрҙәрҙе, баҫмаларҙы, китаптарҙы популярлаштырыу эштәре аҡһай.
Тәҡдим:
Яҙыусыларыбыҙ яҙған әҫәрҙәр хаҡында йәмәғәтселек эләктереп алырға, матбуғаттағы аңды тетрәндергән, яңы һүҙҙе телевидение, радио, интернет селтәрҙәре аша еткереп кенә ҡалмай, һөйләшеүҙәр ойошторорға, битараф ҡалмаҫҡа.
Сит өлкәләрҙә, илдәрҙә йәшәгән милләттәштәр матбуғатҡа электрон яҙылыу юлдарын онотмаһын ине.
Беҙ, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, аралашыуға асыҡбыҙ. Бәйләнештәр өҙөлмәһен. Улар тап ҡоролтай ярҙамында тормошҡа ашырылырға тейеш, тип һанайым.

Читайте нас: