+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
28 Июнь 2019, 19:19
Өфөлә Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итте бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. ”Беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләргә тейешбеҙ”, – тине ул.
1942 йылдың 25 мартында тап Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын тантаналы рәүештә һуғышҡа оҙатҡандар. Дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа китергә әҙер булыуын хәбәр иткән.
Совет майҙанында парк эшләү, ә машиналар өсөн ер аҫтында махсус урын төҙөү күҙаллана. Республика етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына һәйкәл өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан бирергә тәҡдим итте.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"