– Улар рус армияһы сафтарында Минин һәм Пожарский ополчениеһы составында һуғыша, 1612 йылда Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә ҡатнаша. 1812 йылғы Ватан һуғышында 28 батыр башҡорт полкы алыша, шуларҙың туғыҙы Парижға инә, – тине Игорь Вячеславович. 1941 –1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы, Башҡортостанға йөҙҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы, тиҫтәләрсә госпиталь эвакуацияланыуы, киң күңелле халҡыбыҙҙың ут эсенән килгән ике йөҙ меңдән ашыу кешене һыйындырыуы хаҡында ла һөйләне ул.
– Тап милләт-ара татыулыҡ, килешеп йәшәү һөҙөмтәһендә Башҡортостан Рәсәйҙең төп терәктәренең береһенә, ҡеүәтле нефть эшкәртеү төбәгенә әйләнде. Башҡортостан күп милләтле ғаилә булды һәм шулай булып ҡала. Бөгөнгө сарала хәҙерге шарттарҙа милли үҙенсәлекте, телде, этномәҙәни күп төрлөлөктө һаҡлау, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм мәғариф торошо, бихисап проекттарҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк. Улар Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәтенең төп йүнәлештәренә бәйле мәсьәләләр булып тора, – тине ул.