+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
28 Июнь 2019, 18:51

Азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды

Бөгөн, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барған көндә, Өфөлә башҡорт халҡының бөйөк улы, Башҡорт автономияһы өсөн көрәштә башын һалған батыр, шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды.

Тантанала Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, ҡоролтай делегаттары ҡатнашты. Үҙенең сығышында Радий Фәрит улы, Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу республикабыҙ өсөн айырыуса мөһим ваҡиға, тип билдәләп үтте. “Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡунаҡтарына тыуған төйәгебеҙҙе нығытыу өсөн мөһим аҙымдар эшләргә саҡырып мөрәжәғәт иттем. Фәҡәт шундай көслө һәм берҙәм Башҡортостан өсөн 100 йыл элек үҙ ватанының ысын патриоты, азатлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек йырсыһы Шәйехзада Бабич үҙ ғүмерен фиҙа ҡылған. Халыҡ хәтерендә Бабич ғөҙелһеҙлекте фашлаусы мәшһүр һүҙ оҫтаһы булараҡ һаҡлана. Беҙҙең йөрәктәрҙә Бабич тауышы элеккесә яңғрай, һәм беҙ, Башҡортостандың иң аҫыл ул һәм ҡыҙҙары эшен дауам итергә лайыҡ булыр өсөн, барыһын да эшләйәсәкбеҙ! Беҙ бергә! Алға, Башҡортостан!” – тигән ялҡынлы өндәмә менән тамамланы телмәрен төбәк башлығы.
Хәсән Назар, Лариса Абдуллина бөйөк шағирҙы шиғри юлдар менән тәбрикләһә, Шәйехзада Бабичтың барлыҡ туғандары исеменән РФ халыҡ актрисаһы Таңсулпан Бабичева сығыш яһаны. “Шағирҙың исемен нисә тапҡыр халыҡ хәтеренән юйып ташларға тырышһалар ҙа, ул беҙҙең йөрәктәрҙә ҡалды. Бабич фамилияһын йөрөтөү хәүеф тыуҙырған осорҙар булды. Шуға ҡарамай, беҙ йәшәнек, халҡыбыҙға хеҙмәт иттек. Бөгөн шағирҙың туғандары араһында республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре бихисап”, – тине ул ғорурлыҡ менән.
Скульптураның авторы – РФ халыҡ художнигы Андрей Ковальчук. Ул, Мостай Кәримгә ҡуйылған һәйкәл авторы булараҡ, Башҡортостанда киң билдәле.
Тантана данлыҡлы “Ҡарауанһарай” төркөмө сығышы һәм һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Читайте нас: