+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
28 Июнь 2019, 12:30

“Айгөл иле”н уҡығас, балаларҙың “Үҙ илемдә ҡалыр инем!” тиеүҙәрен теләйем

Гөлфая ФӘХРУЛЛИНА V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының Т. Рахманов исемендәге мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Мин, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, телебеҙгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙең – туған телде ғаризаһыҙ уҡытыу, башҡорт теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы индереү, телде яҡшы өйрәнеүселәргә уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл ҡушыу кеүек һорауҙарҙың ыңғай хәл ителеренә өмөтләнәм.

Илемдең патриоты булараҡ, бигерәк тә тәбиғәтебеҙҙең юҡҡа сыға барыуы, урмандар ҡырҡылыуы, тау-таштар аҡтарылыуы борсой – был темалар ситләтеп үтелмәҫ, тип уйлайым.
Өс бала әсәһе булараҡ, Башҡортостанда лайыҡлы эш урындары ойоштороу хаҡындағы мәсьәләгә етди иғтибар бирелер, тип ышанам: сөнки ике улым да алыҫ Себергә йөрөп эшләй, олоһо сабыйының нисек үҫкәнен күреүҙән мәхрүм. Алдынғы ,өмөтлө йәштәребеҙҙең тыуған республикабыҙҙа ҡалып, уның ҡеүәтле ил булып үҫеүенә булышлыҡ итәсәк көндө был ҡоролтай яҡынайтыр, тигән фекерҙәмен.
Мостай Кәримдең "Айгөл иле”н уҡығандан һуң, уҡыусылар менән фекер алышҡанда, “Мин әсәйем менән Италияға китер инем!” тиеүҙәрен түгел, ә "Мин үҙ илемдә ҡалыр инем!"тип ышаныслы әйтеүҙәрен теләйем.
Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.
Читайте нас: