+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәттә – ваҡиға
30 Апрель 2019, 12:55

Тарихи ҡор...

Баш ҡалабыҙ Өфөлә, «Торатау» конгресс-холында, 11 – 12 апрелдә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы гөрләп үтте. Абруйлы йыйында Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республикабыҙҙан һәм Рәсәй төбәктәренән, хатта Германиянан башҡорт теле һәм әҙәбиәте мөғәллимдәре, ҡала һәм район мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, туған телебеҙ уҡытылған мәктәп директорҙары, ғалимдар, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Делегаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәбрикләүе йыйынға оло мәртәбә өҫтәне. Уның телмәре башынан аҙағына тиклем башҡортса булды. Радий Фәрит улы биш йәшкә тиклем Ишембай районы Һайран ауылында үҫеүе, унан, атай-әсәйҙәре менән ҡалаға күскәс, мәктәптә тик русса һөйләшкәнлектән һәм уҡығанлыҡтан, башҡорт телен яйлап онота башлауы тураһында һөйләне. «Әле миңә 55 йәш. 10 йыл Мәскәүҙә йәшәнем, унда ла аралашыу тик русса булды. Минең кеүектәр меңләгән. Беҙ тыуған илгә, туған телебеҙгә ҡайттыҡ, әммә башҡортсабыҙ ул тиклем үк саф түгел, – тине ул. – Бөгөн беҙ бергәләшеп бер нисә һорауға яуап табырға тейешбеҙ. Нисек итеп балаларҙы, шулай уҡ ололарҙы башҡорт теленә һөҙөмтәле өйрәтергә? Бының өсөн ниндәй яңы методикалар булдырырға? Нисек итеп башҡорт телен өйрәтеүҙе, башҡорт телендә һөйләшеүҙе мәртәбәле, заманса итергә? Был ҙур эште беҙгә һеҙҙең менән бергә башҡарырға кәрәк! Һәм тағы ла бер фекерем бар: кеше башҡортса бер һүҙ белһә лә, уны үҙ итәйек, ситләштермәйек». Төбәк етәксеһенең ғәжәйеп ябайлыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған телмәре алҡышҡа күмелде.
Съезда ҡатнашыусылар тәүге көндә ҡаланың дүрт башҡорт мәктәбендә булып, уларҙың эше менән танышты, иң яҡшы уҡытыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.
Иртәгәһен делегаттар ете йүнәлеш буйынса: «Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм яңылыҡтар», «Этномәҙәни белем биреү мөхите: лингвистик шәхес формалаштырыуҙа күсәгилешлек», «Һөнәри һәм юғары белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре», «Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле», «Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу», «Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» тигән майҙансыҡтарҙа ҡыҙыу һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашты.
Ике көн дауамында улар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшереп, «Башҡортостанда милли мәғарифты үҫтереү», «Рәсәйҙә туған телдәрҙе уҡытыу» концепцияларына индереү өсөн үҙ проекттарын тәҡдим итте.
Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Ай­булат Хажин 2024 йылға тиклем республикала 24 лингвистик гимназия асыласағын, уларҙа башҡорт, рус, инглиз телдәре тәрән өйрәнеләсәген белдерҙе. Йәнә лә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһын бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә индереү һәм унда еңеүселәргә, призерҙарға юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү мәсьәләһен ҡарау күҙҙә тотола. Бынан тыш, туған телдәр буйынса төбәк-ара, бөтә Рәсәй олимпиадаларында һәм конкурстарында еңеүселәргә республика Башлығының махсус премияһы булдырыласағы ла шатлыҡ өҫтәй.
Айбулат Хажин, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүселәренә республика Башлығының премияһы 100 мең һумғаса, финалистарына 50 мең һумға тиклем арттырыла, тип әйтеп үтте. Ә иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыларына Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата бүләген 100 мең һум итеү ҡарала.
Әсә теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы беренсе тапҡыр ойошторолоуы менән әһәмиәтле. Шулай уҡ ул ҙур тарихи ваҡиға – Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы йылында һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан уҙғарылыуы, телебеҙ яҙмышы өсөн мөһим ҡарарҙары менән республикабыҙ йылъяҙмаһына инәсәк.

Динар КӘЛИМУЛЛИН фотоһы.

Читайте нас: