Фестиваль йәмле Башҡортостан йәштәренән тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан да ҡунаҡтар ҡабул итте. Танауҙы ҡытыҡлаған еңелсә төтөн, ҡаҙандарҙа ҡайнаған йәш һурпа, усаҡ янында яңғыраған башҡорт йырҙары, ихлас һәм йәнле аралашыу, көн оҙоно дауам иткән спорт бәйгеләре – сәләмәт тормош яҡлы, рухлы башҡорт йәштәренең өс көнлөк туҡталҡаһы бер йылға етерлек дәрт һәм дарман туплатҡан йәйләүҙе хәтерләтә ине. «Башҡорт телендә аралашыуҙы үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа «Ҡош юлы» хәрәкәтенең роле», «Башҡортостанда автор йырҙарының үҫеше» темаларына арналған түңәрәк өҫтәлдәр йәштәребеҙҙең туған тел һәм мәҙәниәтебеҙ киләсәгенә битараф булмауын раҫлаһа, «Ижад сере» семинар-практикумы шиғриәттә яңы исемдәр асты. Гран-при алған Хәйбулла егете Ғәзиз Әбделмәнов, беренселекте яулаған Лилиә Ҡаһарманова менән икенсе урынды бүлешкән Ләйсән Сәлимова, Илһам Аслаев, Гүзәл Батталовалар йондоҙло сәғәттәрен кисерҙе.
Ә инде үҙҙәре ижад иткән йырҙарын моңло башҡорт телебеҙҙә яңғыратып, ҡараңғы төн пәрҙәһе япҡансы сәхнәнән төшмәгән гитара һөйөүселәр араһында Учалынан Сәмиғулла Лоҡмановҡа етеүсе булманы, Гран-при тап уға эләкте. Тәүге өс урынды иһә Илнар Ғәлиев, Нәғим Шәрипов һәм Таһир Мирсәйетовтар яуланы.
Таңға ҡәҙәр дөрләгән оло усаҡ янында тимер ҡылдар сыңына эйәреп туҡтауһыҙ ғәмле йырҙар яңғыраны, фекерҙәштәр менән туған телдә аралашыуҙан ҡыҙ-егеттәрҙең күңелдәре үҫте, йөҙҙәре балҡыны – «Ҡош юлы»ның ҡараңғылыҡты ярыр яҡты ипкене йәнә ил өҫтөнә үҙ нурын һибеп уҙҙы, йәш йөрәктәргә йондоҙло ҡуҙ булып төштө.
Азат Мөхәмәтйәнов һәм шәхси архив фотолары.