+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Урал батыр» эпосында –ҡатын-ҡыҙҙар

Мәрйәм Бураҡаева Тәрән фәлсәфәүи эпосыбыҙҙа ниндәй генә мәсьәләләр күтәрелмәгән дә, ниндәй генә фекер-кинәйәләр әйтелмәгән! Тотош әҫәргә байҡау яһап, кинәйәләренә иғтибар итеп, рухи байлығыбыҙ хазинаһы менән танышып сыҡҡандан һуң, айырым иғтибарҙы ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы фекерҙәргә йүнәлттем.

«Урал батыр» эпосында –ҡатын-ҡыҙҙар
«Урал батыр» эпосында –ҡатын-ҡыҙҙар

Эпоста киләсәкте тәрбиәләүсе әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар образы нисек бирелгән?
Мине күптән инде ҡатын-ҡыҙ образдары ҡыҙыҡһындыра һәм, ошо юҫыҡҡа иғтибар итеп, ентекләп өйрәнә башлағас, фәҡәт ҡыуанырға ғына ҡалды. Ҡатын-ҡыҙға ҡарата шул тиклем ихтирамлы мөнәсәбәт, шул тиклем ғәҙел ҡараш һаҡлана ҡобайырҙа: аҙ ғына ла бәҫебеҙҙе төшөрмәй, тейешенсә баһалау ғына бар.
Йәнбикә. Йәнбирҙе ҡатыны Йәнбикә менән һунарҙа йөрөй, ҡайҙа барһа ла, ни эшләһә лә, һәр саҡ бергәләр. Ысын таяныс, терәк, ышаныслы иптәш. Һунарға, ғәҙәттә, иң һыналған, ышаныслы дуҫын алып сыҡҡандар. Мин – ир, ә һин –ҡатын кеше, тигәнерәк айырма ҡуйылмай.
Тотҡон ҡарсыҡ. Урал батыр, Йәншишмә эҙләп, ил гиҙеп сығып киткәс, Ҡатил батша илендә тотҡондар менән осраша. Унда иң тәүҙә:
595.
Бүре талап, өҙгөләп,
Һырҙай ҡанға туҙғандай –
Телгеләнгән арҡаһы,
Айырылған елкәһе;
...бер ҡарсыҡ менән һөйләшә. Тотҡондар ят кешенән тартыныбыраҡ, ҡурҡыбыраҡ тора.
Урал:
634.
Әйҙә, яҡын килегеҙ,
Ил хәлдәрен һөйләгеҙ,
– тип, бик ипле генә өндәшкәс:
638.
Туҙған сәстәрен әбей
Ҡолағына ҡыҫтырып,
Урынынан ҡуҙғалып,
Бер аҙ күҙен ҙурайтып,
Аҙыраҡ буйын турайтып...
...баҫа ла был ҡарсыҡ һүҙ башлай. Ул ни тиклем йонсоу булһа ла, әллә күпме яфалар күрһә лә, үҙҙәрен яҡлаусы килеүенә инанһа ла, йәлләтмәй, меҫкенләнмәй. Егеткә тулыһынса ышанғанлығын белгертеп, «бер аҙ күҙен ҙурайтып» ҡарай. «Аҙыраҡ буйын турайта». Кешенең теленә ҡарағанда хәрәкәте яҡшыраҡ «һөйләй». Күҙ ҙурайтып ҡарау – Уралды һынау, шул уҡ ваҡытта хәйлә юҡ миндә лә, һиңә тулыһынса ышандым, тигән ым-ишара. Буй турайтып баҫыу эске рухының ныҡлығын, һынмауын, бирешмәүен, ошондай шарттарҙа ла бахыр хәленә ҡалмауын аңлата.
Урал батырҙың ҡатындары. Урал батырҙың уландары, байтаҡ йылдар үткәндән һуң, атайҙары янына килгәс, үҙҙәренең кем икәнлектәрен танытҡан саҡта, әсәйҙәре тураһында оло ихтирам, күңел йылылығы менән һөйләйҙәр һәм һәр береһе тап әсәйҙәренән атай рухында тәрбиә алғанлығын әйтә. Тимәк, батыр уландарҙы батыр йөрәкле әсәйҙәр үҫтерә.
Гөлөстан. Урал батыр Йылан иленең батшаһы Ҡәһҡәһәнең улы Зәрҡүмде үлемдән ҡотҡара. Зәрҡүм ҡыуанысынан Уралға атаһының батшалыҡ таяғын алыу юлын өйрәтә. Ни вәғәҙә итһә лә – алма, тик телен һора, ти. Урал уның кәңәшен тота. Ҡошҡа әүерелгән йылан-батшаның телен үбеп, күңелен йомшарта ла таяҡты ҡулына төшөрә. Шулайтып, теленә хужа булғас, батшалыҡты ла еңә. Батшалыҡ еңелгәс, тотҡондар иреккә сығарыла.
1609.
Илдең барын йыяйыҡ,
Күмәкләп туй ҡылайыҡ,
Арағыҙҙан берәүҙе
Башлыҡ итеп ҡуяйыҡ, – тип, күп йылдар элек Йыландарға ҡаршы яу тотҡан Алғыр тигән ирҙе башлыҡ итеп ҡуялар. Тотҡондар рәхмәт йөҙөнән Уралға кәләш алып бирмәксе булғас, башлыҡ итеп ҡуйылған Алғыр «тоғро бер юлдашының» ҡыҙы Гөлөстанды димләй.
1647.
Батыр атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән һөт имгән, –
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ.
Ә Гөлөстан тураһында улы Нөгөш былай ти:
3482.
«Атаң – Урал батырым,
Унан тыуған Нөгөшөм,
Батыр булып тыуғанһың,
Атаңа юлдаш булғанһың.
Мен толпарға һин, балам,
Атаңа юлдаш бул, балам!» –
тип, әсәм һөйҙө лә,
Толпар тотоп бирҙе лә,
Миңә юлды өйрәтте,
Мине яуға оҙатты.
Толпар һынлы толпарҙы ҡороҡлай алған, өҫтәүенә, улына юл өйрәткән Гөлөстан. Тимәк, Алғыр ҡарт үҙенең ҡорҙашының ҡыҙын Уралға димләп яңылышмаған. Толпар ҡороҡлай алыр ҡатын булған Гөлөстан!
Айһылыу. Һомайҙың һылыуы Айһылыу образы бик күркәм сағылдырыла. Беренсенән, ҡыйып ҡарағыһыҙ матур. Икенсенән, иленә, туғандарына булған тәрән һөйөүе ғәжәп! Был һөйөү уның үҙ мәнфәғәтенән дә юғарыраҡ. Урал Айһылыуҙы күлдә йөҙөп йөрөгән ҡош сүрәтендә таба. Аҙаҡ Айһылыу Ҡоштан ҡыҙға әүерелеп, үҙен дейеү урлағанын һөйләп бирә. Һәм:
2457.
Дейеүҙәрҙән ҡастым мин;
Илгә ҡайтһам, атама,
Бөтә тыуған илемә
Яу килер, тип ҡурҡтым мин.
Дейеү килеп алыр тип,
Тағы ҡайғы һалыр тип,
Һис донъяла булмаған,
Кеше төҫөн белмәгән
Бер ҡош булып остом мин.
Бына ниндәй ул Айһылыу! Уның йөҙө генә түгел, ә күңел матурлығы һоҡландыра. Туғандарын, илен ҡурсып, өйөнә ҡайтмай, ә:
2463.
Һис донъяла булмаған,
Кеше төҫөн белмәгән
Бер ҡош булып остом мин;
Һис бер кеше тапмаҫлыҡ,
Килеп аяҡ баҫмаҫлыҡ
Ошо күлгә төштөм мин, – ти.
Һомай. Эпоста ҡатын-ҡыҙҙарҙан төп образ, әлбиттә, Һомай. Был образ Урал батырҙан ҡала иң әһәмиәтле урынды ала һәм Урал батырҙағы сифаттар менән сағыштырмайынса, уның образын тулыһынса асып та булмайҙыр.
Һомай үҫкән ғаиләгә, йәғни атаһы менән әсәһенә күҙ ташлайыҡ.
Һомайҙың әсәһе – Ҡояш. Донъяға бары нур, яҡшылыҡ, изгелек, йылмайыу таратыусы. Ә атаһы – Ҡоштар иле батшаһы Самрау.
514.
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Атам барыбер табыр ул,
Килеп яулап алыр ул, – ти Һомай, Йәнбирҙе уны тотоп алып ҡайтҡас.
Эпосты ижад иткән халыҡ Һомай образы аша үҙенең хыялын сағылдырған, буласаҡ әсәйҙәрҙе уның өлгөһөндә тәрбиәләүҙе күҙҙә тотҡан, әлбиттә.
Һомай ғорур. Үҙ баһаһын белә. Атай – арҡа һөйәге. Ул атаһына ныҡ таяна. Шуға ла хатта үлем янаған саҡта ла меҫкенләнмәй, күҙҙәренән ҡанлы йәштәр атылып сыҡһа ла, ул ялынып-ялбарып түгел, фәҡәт иҫкәртеп:
481.
Үҙ зарыны әйткән, ти:
«Ил күрергә сыҡтым мин,
Ер ҡошонан түгелмен, –
Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен...»
Һомайҙың үҙен ғорур тотоуының төп ғилләһе: ул илһеҙ етем түгел, бар ҡоштарға баш булған атаһы Самрау, Самрау батшалығы – уның иле.
Һомай – иң һылыу ҡыҙ. Ул Шүлгән күҙе аша һүрәтләнгән.
2063.
Үҙе үҫеп, ил гиҙеп,
Бындай һылыу күрмәгән!
Һомай үҙенең һылыулығы менән тирә-яҡтағы ҡыҙҙарға йәм биреп тора. Быны ул белә, әммә һауаланмай, башҡаларҙан үҙен өҫтөн ҡуймай. Бары тик «күс башлығы – инәләй» ҡыҙҙарҙы бергә туплай, бурыс-талап ҡуя, үҙ бурысын да теүәл үтәй.
2073.
Әйтерһең дә, бар донъя
Уға ҡарап эйелгән.
Һомай кәрәк урында өндәшмәй, сер һаҡлай белә. Мәҫәлән, үҙенә төбәп килгән Зәрҡүм менән Шүлгәнде таныһа ла, һиҙҙермәй, үҙен дә танытмай. Ул Зәрҡүм менән Шүлгәнде һынап ҡарамаҡсы була һәм яр аҫтына осора.
2132.
Ҡурҡыуыма – ҡурҡыуың
Ҡарыу булһын, егетем;
– ти Шүлгәнгә, үҙен ашарға тип бысаҡ ҡайраған саҡты иҫенә төшөрөп.
Һомайға хас сифаттарҙың береһе был. Ул кешенең үҙенә үҙен көҙгөнән һымаҡ күрһәтә һәм үҙ холҡона баһаны үҙенән бирҙертә.
Һомай Шүлгәндең бысаҡ ҡайраған сағында уҡ ниндәйерәк кеше булыуын һынай һәм аҙаҡ, үҙенә тураһын әйтеп, хәҙер инде һин минең ҡулда, тип яһилланмай, үсәмәй, ә уйланырға, ҡур­ҡыу тойғоһон үҙенән дә татытып ҡарарға мәжбүр итә. Яуызлыҡтың, ямандың ни икәнен аңлаһаң, Зәрҡүм менән эйәртенешеп йөрөмәҫһең, яҡшыға юлдаш булырһың, тип уйланырға форсат бирә.
Уралды күргәс, Һомай бөтөнләй икенсе ҡиәфәткә инә. Был икейөҙлөлөк түгел, ә уның ихлас ҡыуаныуы йөҙөнә сыға һәм тотош ҡиәфәте үҙгәрә. Ул Уралға яҡты йөҙ күрһәтә. Бысаҡ ҡайраған саҡта Урал ҡошсоҡто ашамау яғында булғас, Һомай шул мәлдә үк һынап ҡала һәм уға күңел һала.
Уралдың Йылан илен еңгәнен дә, батырлығын да белә. Шуға Үлем менән алышырға тигән ниәтен тиҙ аңлай, хуплай һәм Үлемде юҡ итерлек Йәншишмәнең барлығын әйтә. Ошо иң изге серҙе Айҙан тыуған һылыуын, иң ҡәҙерле туғанын тапһа, әйтмәксе була. Башҡорттарҙа туғанлыҡ тойғоһоноң көслө булыуы ошонда асыҡ сағыла. Бер кемгә әйтмәҫ серҙе – Йәншишмәнең ҡайҙалығын ул һылыуын табыусыға асырға вәғәҙә бирә.
2250.
Бер ҡош эҙләп тапһаң һин,
Шуны табып ҡайтһаң һин,
Минән ярҙам күрерһең,
Шишмәнән һыу алырһың,
Теләгәнең табырһың.
Айһылыуҙы табып алып ҡайтһа, хатта Аҡбуҙат менән булат ҡылыс та бүләк итмәксе.
Һәр төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Һомайҙың тәрән аҡылы һиҙелеп тора.
Мәҫәлән, Урал батыр оҙаҡ уйлап тормай, фәҡәт көсөнә таяна. Уға ни әйтәләр – шуға ышана, һынамай, күҙәтмәй, сағыштырмай. Тик иң аҙаҡтан ғына, физик көсө самалы ҡалғас, аҡыл көсөнә күсә. Хаталарын барлай. Ошо хаталарынан сығып, Халҡына аманат ҡалдыра. Йәншишмәнән һыу эскән ҡарттың аҡылына ҡолаҡ һала.
4204.
Менһәм, Буҙ ат бар ине,
Ҡулда булат бар ине;
Яу тупларлыҡ еремдә
Талай илем бар ине;
Ҡулдаш булыр илемдә
Батыр ирҙәр бар ине.
Шулар ҡәҙерен белмәнем,
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды һайланым.
...тигән һығымта яһай.
2717.
Шүлгән асыулы булғанын,
Һәр саҡ һалҡын йөрөгәнен,
Уның шомо барлығын
Урал ҙурға ҡуймаған:
«Тик ябыулы ятҡанға,
Уңайһыҙға ҡалғанға», –
Тиеп кенә уйлаған.
Һомай һынсыл, тиҙ генә ышанып бармай.
2751.
Ысын сергә төшөнмәй,
Ағай-эне икәүҙең
Ҡыланышын күҙәткән.
Алмаш-тилмәш улар менән
Һомай һәр саҡ һөйләшкән,
Бар йолаһын уларҙың
Һомай төпсөп һорашҡан.
Урал Шүлгәндәге үҙгәрешкә әллә ни иғтибар итмәй, ә Һомай күҙәтә.
2765.
Ике туған һөйләшеп,
Икәү-ара серләшеп
Ултырғанда, Шүлгәндең
Һытыҡ йөҙөн күргәнгә,
Һомай унан шикләнгән.
Урал ятһа йоҡларға,
Биш көн тотош йоҡлағас,
Шүлгәндән ҡыҙ шикләнгәс,
Ҡыҙҙар ҡуйған һаҡларға.
Шүлгән дә Һомайҙы оҡшата һәм тәҡдим яһай:
2871.
Теләһәң, бергә булайым,
Һөйһәң, һине алайым, – тигәс, Һомай уға тура ғына яуап ҡайтармай. Алдан уҡ:
2758.
Уралды Һомай күргәс тә,
Батырлығын белгәс тә,
Яҡшылығын һиҙгәс тә,
Уға күңел бәйләгән.
Ул Уралды һайлаған.
Әммә был хаҡта ул Уралға ла, Шүлгәнгә лә өндәшмәй. Ә тағы үҙҙәренә үҙҙәре баһа бирерлек шарт ҡуя. Улар үҙ мөмкинлектәрен үҙҙәре самаларға, үҙ һорауҙарына яуапты үҙҙәре табырға тейеш.

 

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас в