-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
20 Февраль , 13:31

Иң матур ай

Изге Рамаҙан айында дин белгесе, «Мөнирә» мәсете имам-хатибы Морат Лоҡманов менән әңгәмәләштек. – Һуңғы йылдарҙа ураҙа тотоусыларҙың арта барыуы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта һорауҙар ҙа күбәйә. «Намаҙ уҡымағас, ураҙаң ҡабул булмай» йә «башыңды ҡапламайынса ураҙаламын тип йөрөйһөң» тигән кеүек һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Һеҙ ни тиерһегеҙ?

Иң матур ай
Иң матур ай

– Ислам диненең биш терәгенең береһе ул – ураҙа. Намаҙ уҡымаған кеше ураҙа тота алмай, йә ураҙа тотмаған кешегә намаҙ уҡырға ярамай, тигән һүҙ юҡ. Киреһенсә, улар бер-береһен күтәрә генә.

Ураҙа – кешенең тәбиғи хәле. Һауала осоп йөрөгән ҡошҡа бейеккә күтәрелеү ҡыйын булмағандай, беҙҙең өсөн ураҙа тотоу ауырлыҡ түгел, ә күңелебеҙ, рухыбыҙ күтәрелеү ул. «Ябығам» тигән кеүек маҡсат ҡуйыу һис дөрөҫ түгел, ураҙаны Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанға, Уның ризалығы өсөн тотабыҙ – иң мөһим ҡағиҙә шул. Ә һаулыҡтың нығыныуы, ябығыу, йәшәреү – бөтәһе лә Аллаһтың рәхмәте менән килә.

Иң тәүҙә рухи яҡтан әҙерләнәбеҙ. Шундай бөйөк, башҡа бер мәл менән дә сағыштырғыһыҙ иң бәхетле ай тыуа. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре килгән, теләктәребеҙ тормошҡа ашҡан ваҡыт ул. Физик яҡтан да һаулығыбыҙҙы ҡарап ҡуйыу яҡшы. Ураҙа мәлендә, ысынлап та, ауырыуҙар өҫкә сыға, сөнки организм бер халәттән икенсеһенә күсә. Тәнебеҙҙе әҙерләү маҡсатында алдан килгән рәжәб, шағбан айҙарында «репетиция» яһап, йәғни һәр аҙнаның дүшәмбе, кесаҙна көндәре ураҙа тотоп алыу күнегеп китеүгә һәйбәт. Быйыл көндәр оҙон түгел, эҫелә тирләп-бешеп йөрөмәйбеҙ, шуға әҙерлекһеҙ кешеләр ҙә ҡурҡмаһын.

Тағы ла бер нәмәгә иғтибар итке килә: йәмғиәттә лә әҙерлек эштәре бик кәрәк. Мәҫәлән, урындарҙағы мәҙәниәт йорто етәкселәре сараларҙы планлаштырып, ошо айҙың үҙенсәлектәренә таянып, яраҡлаштырып үткәрһә, бик отошло булыр, был уның абруйын ғына күтәрер. Кешенең тәбиғәтендә, күңелендә барыбер изгелек ята, үҙе ураҙа тотмаған кеше лә был ғәмәлде үтәгәндәргә хөрмәт менән ҡарай, эйәреп китеү ихтималы ла ҙур.

Эштәребеҙҙе лә планлаштырабыҙ. Рамаҙан айында тик ултырырға кәрәк тигән һүҙ түгел, әммә ауыр эштәр ҡуймау хәйерлерәк – уға әүрәп китеп, ғибәҙәт ҡылырға ваҡытыбыҙ ҡалмауы бар. Ҡөрьән уҡып, изгелектәр ҡылабыҙ, мөмкинлектәр айы бит ул. Тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәребеҙҙән арыныу ҙа был айҙа еңелерәк бирелә, сөнки шайтандар сикләп ҡуйылды, тиелә.

 

– Хәҙер ифтарҙы «шоу»ға әйләндереү модаға инеп китте. Был дөрөҫмө?

– Ураҙаны йәшереп кенә тотһам, миңә еңелерәк тә булыр ине. Әммә улай итмәйем, бына бит, ул да тота икән, тип эйәреп китеүселәр булһын өсөн. Бөгөнгө көндә был – аҡланған ысул. Кеше бер-береһенә эйәрә барыбер. Ниәтебеҙ – изге юлға төшөрөү. Яҡшылыҡ ишеген асҡан кешенең артынан ингәне лә, тәүләп асҡаны ла сауап ала.

Бына беҙ төрлө тематик ифтарҙар ойошторабыҙ. Мәҫәлән, өйләнмәй йөрөгән егеттәр өсөн генә. Шунда ғаилә ҡиммәттәре тураһында һөйләйбеҙ, аңлатыу эштәрен дә алып барабыҙ. Икенсе юлы ғаиләләрҙе йыябыҙ. Бер тапҡыр ҙа ураҙа тотмаған кешеләр ҙә ошондай ифтарҙарҙа ҡатнашып, ҡыҙыҡһынып киткән осраҡтар күп. Быны насар күренеш тип әйтеп буламы?

Барыһын да аҡыл менән ҡабул итергә тейешбеҙ. Һәр нәмәнең самаһы була. Ниәтең маҡтанып, кеше күҙенә күренеп ҡалыу булһа, шаштырып йөрөп сауаптан ҡалырға ла мөмкин.

 

Дауамы 2026 йылғы "Башҡортостан ҡыҙы" журналының 2-се һанында.

Автор:
Читайте нас