Ҡатын-ҡыҙҙың дүрт күңел торошо бар – ҡыҙсыҡ, хужабикә, йәриә һәм бейсә. Үҙебеҙҙең ошо халәттә ниндәй булыуыбыҙҙы, уларҙың һәр береһе ҡайһы сифаттарҙы билдәләүен һәм ниндәй эҙемтәләргә юлыҡтырыуын асыҡ күҙалланыҡ. Остазыбыҙ Хәлиҙә Хариф ҡыҙы беҙҙең күңел күҙен эске яҡҡа йүнәлтте. Мин кем? Әлеге ваҡытта ниндәй энергияларҙамын? Шул уҡ ҡатын-ҡыҙ, үҙенә ирҙәрҙәге ғәйрәтте алып, тормоштағы һынауҙарҙы көслө заттарҙан да ҡайтышмаҫлыҡ итеп хәл итеп йәшәүе мөмкин. Был ҡатынға төҫмө? Бәхет бирәме? Үҙеңде наҙлыҡай, нәзәкәтле ханым итеп тойоу һәм иреңде дәртләндереп йәшәү өсөн ниндәй булырға кәрәк? «Мин – бейсә!» тренингында бына ошо һорауҙарға ике көн буйына яуап эҙләнек.
Зат-зәүерҙән килә көс!
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 20 йыл үткәс, ике көслө нәҫелдән ҡыҙ бала – Хәлиҙә донъяға килә. Атаһы яҡлап Хазиәхмәтовтар ғалим һәм диндарҙар – Ҡөрьән Хафиздар булыуҙары менән дан тота. Ғәлиәхмәт олатаһы менән өләсәһен диндән айыра алмағас, балалары алдында атып үлтерәләр. Уларҙың Аллаһҡа ышаныуҙары һәм ошо инаныстарын һаҡлауҙағы ҡыйыулыҡтарына хайран ҡалырлыҡ. Күршеләре һөйләүенсә, ураҙа ваҡытында уларҙы мәктәп алдында тулы һыулы графин менән ҡаршы алыр булалар. Эсмәй генә ҡара! Ураҙа тотоу ҡәтғи тыйыла. Шулай ҙа улар уртлаған һыуҙарын төкөрөргә ҡыйыулыҡ таба.
– Ете йәштән бөтә балалары һәм, шул иҫәптән, Мөнирә өләсәйем дә дин тотҡан. Ураҙаһын ҡалдырмаған. Атайым – игенселек һәм тырыш халҡы менән данлы Илеш районынан. Хариф Ғәлиәхмәт улы маҡтаулы хеҙмәте өсөн бик күп наградаларға эйә булды, уның фоторәсеме гел почет диуарында торҙо. Ҡәҙерлемдең бер ҡасан да бурысҡа инмәй, ғүмер буйына намыҫлы көс түгеп, хәләл аҡсаға ғүмер итеүе, һәр ваҡыт ғаиләһенә һәм бигерәк тә әсәһенә йомартлығы, йылы мөнәсәбәте ғорурлыҡ уята. Әсәйем Лилиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы Нуриман районында тыуған. Уның яҡлап нәҫелебеҙҙә алтын табыусылар, ныҡлы хужалыҡ алып барыусылар, хажиҙар, хәҙрәттәр, мәсет хеҙмәткәрҙәре булған. Етеш йәшәүҙәре һәм иман көсө менән айырылып торғандар. Ҡарт олатайым Ғәли хәҙрәт указлы мулла дәрәжәһен ала.
Әсәйем һуғыш ваҡытында тыуа. Атаһын бер тапҡыр ҙа күрмәгән – ул яуҙа һәләк булған. Өләсәйем һуғышҡа тиклем өс бала табып өлгөрә. Әсәйем алсаҡ, изге күңелле, илгәҙәк, аҡыллы ҡатын ине. Уның шифалы ҡулдары, күп кешене дауалап, аяҡҡа баҫтырҙы. Шәфҡәт туташы булып эшләне, уның массажы тәнде генә түгел, йәнде лә һауыҡтыра, ти торған инеләр.
Ғәлиәхмәт һәм Ғәбделхаҡ олатайҙарым тыуған ер өсөн ҡорбан булған. Ата-бабаларыбыҙ беҙҙең хәүефһеҙ һәм бәхетле тормошобоҙ өсөн яуҙа баш һалған. Еңеү беҙҙең нәҫел өсөн ҡиммәткә төшкән.
Өләсәйҙәрем Мөнирә Ғәбиҙулла ҡыҙы һәм Йәмиғә Мөфтәсәғәҙәт ҡыҙы, яугир ирҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, балаларына мохтажлыҡ күрһәтмәй, доғалар менән үҫтерҙе.
Беҙҙең менән бергә йәшәгән өләсәйем Йәмиғәнең фатихаһынан һәм доғаларынан башҡа бер имтихан да бирмәнем. Уның доғалары менән өс юғары белем алдым. Өләсәйем мине Аллаһҡа һыйынырға, уға тапшырырға өйрәтте. Тормош күрһәтеүенсә, был бик мөһим икән, – ти Хәлиҙә Гурова. – 2012 йылда Бөтә донъя мосолмандар съезында ҡатнаштым, сара юғары кимәлдә үтте. Бәхеттән күҙ йәштәрем түгелде. Уға бөтә донъя буйынса ҡунаҡтар – мосолман ғалимдары килде. Олатайҙарымдың тап ошо көн хаҡына доға ҡылыуҙарын тойҙом. Уларҙың аят-доғалары минең дә юлдарымды асты – әлеге ваҡытта ҡыҙыҡлы, бай тормош кисереүемә рәхмәтлемен. Күп илдәрҙе урап ҡайтып, Хаж ғәмәлен үтәгәс, тыуған еремә ҡарата мөхәббәтем тағы ла артты. Хәҙер тыуған Башҡортостаным буйлап сәйәхәт итергә, уның яңы урындарын асырға яратам. Ҡунаҡ булыу һәйбәт, ә өйҙә тағы ла яҡшыраҡ, тиҙәрме әле? Уңдырышлы еребеҙгә ҡулым ҡағылған һайын, йөрәгемде ата-бабаларыма рәхмәт хисе солғап ала. Олатайҙарымдың тубығында ултыра алмаһам да, улар менән бәйләнешем көслө! Урындары йәннәт түрендә булһын! Хәҙер инде үҙем өләсәй һәм минең тубығымда ейән-ейәнсәрҙәрем иркәләнә. Нәҫелдән килгән рухты, көстө уларға тапшырам.
Минең хыялдағы йәрем
Ул ниндәй? Яуаплы, тәүәккәл, хәстәрлекле, йомарт, аҡыллы, әүҙем. Ул ҡая таш кеүек булһа, ҡатын кеше – һыу. Ул үҙе менән ялмап, ҡамалап алыусан. Һыу таҙа булырға тейеш. Шуға ҡыҙҙар сафлығы элек-электән юғары баһалана. Ә ир-егеттәргә беҙ нимә бирә алабыҙ? Наҙ, һөйөү, хистәр, илһам, тыныслыҡ, туғандар менән йылы мөғәмәлә.
Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нимә боҙа? Тәнҡит, күҙәтеүҙә тоторға тырышыу, кәңәштәр менән йонсотоу.
Ҡатын-ҡыҙ ҡасан энергияһын юғалта?
Тиҫкәре уйҙар, икеләнеү, ҡыҙғаныу, үпкәләү тойғоларын кисергәндә һәм ир-ат бурыстарын үҙенә йөкмәгәндә. Күңелгә ятмаған эш менән мәшғүл булғанда, осраҡлы енси бәйләнешкә ингәндә. Гүзәл зат ижади эш менән шөғөлләнһә, хеҙмәттән, ҡылған ғәмәлдәренән, үҙенә йылы мөнәсәбәттән ҡәнәғәтлек тойғолары кисергәндә, тәбиғәттә үҙендә ҡеүәте артыуын тоя. Балалар тәрбиәләү ҙә – ижади үҫеш.
Тренинг ваҡытында һәр ҡатнашыусы үҙенең донъяла һәм ғаиләлә тотҡан урыны, көндәлек ғәмәлдәре хаҡында уйланды.
Практик күнекмәләр ваҡытында һәр кем әсәһенә әйтелмәгән һүҙҙәрен әйтте, һөйөүен белдерҙе. Әсәй яҡлап биш быуынға тиклем өләсәйҙәрен теҙеп ҡуйып, уларға йөрәгендә урын барлығын еткерҙе. Йәнә лә тыумай ҡалған балаларынан ғәфү үтенде. Хәләле менән яҡшы мөғәмәлә ҡорорға, уға рәхмәт хистәрен күрһәтергә өйрәнде.
Һәр кем үҙен баһалы, бәҫле ырыу етәксеһе – бейсә, батшабикә итеп тойоп, яҡындарына һәм донъяға мөхәббәт бүләк итеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы, хәстәрлекле, наҙлы, алсаҡ, аҡыллы булыуын әйтте һәм шуны үҙ Ҡарары рәүешендә еткерҙе.
Александр Королев фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.